+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
22 Февраль 2019, 11:59

Салауат ағай

Салауат ағай атаһы яҡлап 11 быуынын асыҡлап шәжәрә төҙөгән.

Был мәҡәләм геройының телефон һандарын йыйғанда уның тураһында яҙыу уйымда ла юҡ ине. Уға икенсе бер мәғлүмәтте дөрөҫләү, тулыландырыу маҡсатында мөрәжәғәт иттем. Әңгәмәсем үтенесемә ихлас яуап бирҙе, хатта был хаҡта үҙендә видеоматериал булыуын әйтеп, килеп ҡарарға саҡырҙы. Ошо сәбәпле юлыҡтым Асҡарҙа йәшәүсе Рәхимовтар йортона.

Баҡтиһәң, Салауат ағай 2009 йылдан башлап видеоархив алып бара икән. Гелән үҙе менән камераһын йөрөткән һәүәҫкәр оператор, байрам булһынмы-ҡунаҡмы, башҡа берәй осрашыумы, һәр сараны «киноға» төшөрә. Иң күп сюжеттары атай-олатаһының йәнтөйәге булған Әбделғәзе ауылына бәйле. Салауат Ситдиҡ улы Агаповка районының Молжив ҡасабаһында донъяға килһә лә, бала сағының иң сыуаҡ хәтирәләре ауылда олатаһы менән үткән көндәргә барып тоташа. Шул ялан аяҡлы малай сағында күңеленә илһөйәрлек рухын, туғанлыҡ хистәрен һеңдергән дә инде. Әле миңә күрһәтергә вәғәҙәләгән Бурһыҡ тауы башына байраҡ ҡуйыу сараһы тураһындағы сюжетты ҡарағас, ағай, хәтер ебен тағатып: «Беҙ бәләкәй саҡта Бурһыҡ тауы текә ине. Арба егелгән аттар уның үренә көскә артылыр, ә кире юлда олатайҙар тәгәрмәскә шаҡарыу тығып төшә торғайнылар. Хәҙер юл һалғастары, ул байтаҡ һөҙәкләнде»,— тип һөйләп алып китте.

Әбделғәзеләр өсөн оло юл башы Бурһыҡ тауынан башланһа, Салауат Ситдиҡ улы өсөн ул бала саҡ иленә ҡайтыу юлы. Ошо бейеклектән ус төбөндәгеләй күренгән ауылына бағып, алыҫ хәтирәләрен яңыртырға ярата. Нәҡ ошо урынға ауылдың атамаһы менән баннер эшләп ҡуйыу идеяһын тормошҡа ашыра, тауға атама биргән йәнлекте ауылдың логотибы итеп аҙаҡ байраҡта ла мәңгеләштерә. Әбделғәзе халҡы уны «Салауат ағай» тип ҡәҙер итеп тора.

Төп йомошомдо теүәлләп китергә уҡталһам да, алсаҡ әңгәмәсемдең һүҙ артынан бәйән иткән тарихтарына тамам арбалып, шып туҡтайым. «Ситдиҡовичҡа форсат ҡына бир, шәжәрә, нәҫел-нәсәбе тураһында һөйләй башланымы, оло тәбәрәккә төшәсәк», — тип ошо урында минең оҙаҡҡа туҡталасағымды иҫкәртеүҙе урынлы таба тормош юлдашы Зина апай. Ысынлап та, оҙон-оҙаҡ һөйләрлеге лә бар икән шул — Салауат ағай атаһы яҡлап 11 быуынын асыҡлап төҙөгән шәжәрәһен төргәгенән тағатып иҙәнгә йәйгәйне, уныһы тотош бүлмәне биләне.

Ғүмер буйы техник өлкәлә хеҙмәт иткән, һөнәре буйынса инженерҙың тарих менән ҡыҙыҡһынып китеүенә, шәжәрәһен өйрәнеүгә тотоноуына бер ваҡиға сәбәпсе була. Үҙҙәренең балаларын аяҡҡа баҫтырғас, Рәхимовтар етем ҡалған туған тейешле ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә ала.

— Динә 4-се класта саҡта мәктәпкә шәжәрә төҙөп килтерергә ҡуштылар тип ҡайтты. Ҡыҙымдың һорауына үҙем белгән ике-өс быуын туған-тыумасаларҙы теҙеп сығыу менән генә ҡәнәғәт булмай, Әбделғәзелә йәшәүсе Ишбулат ағайға сығып киттем. Шул башланғыс класс балаһына бирелгән өйгә эште башҡарыуҙан һуң ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе. 2009–2014 йылдарҙа ошо шәжәрә өҫтөндә эшләнем. Затыбыҙҙың төп сығышы Рауил ауылынан. Һуңыраҡ улар Үтәгән, Хәмит, Ғөбәйҙулла (Әбәйт — бөткән ауыл), Әбделғәзегә таралған. Был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн архивтарҙа һаҡланған документтар, ревизия ҡағыҙҙары менән раҫланым. Шәжәрәлә 1163 кешенең исеме, тыуған йылы, вафат булғандарының үлгән йылы теркәлде, — тип һөйләй ул.

Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиеүҙәре раҫ, тип дауам итә әңгәмәсем. Композитор Рафиҡ Сәлмәновтың ғаиләһе менән ҡатнашып китеүҙәренә осраҡлы танышыу сәбәпсе булһа ла, аҙаҡ шәжәрәһен өйрәнә башлағас, Салауат ағай уның менән ҡан туғанлығын асыҡлап хайран ҡала. Рәссам Әхмәт Лотфуллин да туған килеп сыға. 2014 йылда Салауат Ситдиҡ улының башланғысы менән ата-бабаларының тыуған төйәгендә — Рауилдә Хафизовтар һәм Рәхимовтарҙың шәжәрә байрамын уҙғаралар. Ул хәҙер ҙә шәжәрә өҫтөндә эшләй: камиллаштыра, тулыландыра, яңы исемдәр өҫтәй, бәйләнештәр булдыра. 2017 йылда Зинаида Ғәли ҡыҙы менән Ҡаҙағстанда йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа барып ҡайтҡандар. Ҡырғыҙстандан саҡырыу алғандар. Әсәһе яҡлап та зат-зәүеренең, Булат ауылынан Мөхтәровтарҙың 14 быуынлыҡ нәҫел ағасын төҙөгән.

— Шәжәрә төҙөүгә иртәрәк, ололар иҫән саҡта, тотонорға кәрәк булған. Улар менән күпме мәғлүмәт баҡыйлыҡҡа күскән, — тип үкенес тә белдерә. Ә шулай ҙа уның ҡайһындай ҙур хеҙмәт башҡарыуы туғандары өсөн генә түгел, ә халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүселәр өсөн дә ҙур хазина, табыш булыуын баһаламау мөмкин түгел.

Шәхси тормошона килгәндә, С.С. Рәхимов ирмен тигән ирҙәргә фарыз бурыстарҙы лайыҡлы үтәгән: иҫәпһеҙ-һанһыҙ ағас ултыртҡан, Асҡарҙа тәүгеләрҙән булып 90-сы йылдар башында ике ҡатлы йорт һалған, өс ул атаһы. Заманына күрә Салауат ағайға ла ете класс белем менән сикләнергә тура килә. Ләкин Магнитогорскиҙа ПТУ-ла монтажсы-иретеп йәбештереүсегә уҡыған мәлендә эшсе йәштәр мәктәбенә яҙылып, хеҙмәт юлын башлағас та киске мәктәптә уҡыуын дауам итеп, урта белем алыуға өлгәшә. 1970 йылда ғаилә ҡора. Ғаилә, өс малай геройымдың уҡыйым тигән теләгенә кәртә була алмай. Ғүмер юлдашы ла ниәтенә ыңғай тора. Ситтән тороп Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау институтын тамамлап, 1984 йылда ул Асҡарға СХТ-ға инженер-энергетик булып эшкә килә, фатир алғас, ғаиләһен күсерә. Мал тотоп, баҡса үҫтереп йәшәү теләге менән йорт һалып сығалар. Төҙөк, бөтөн донъя Салауат Ситдиҡ улының оҫталығы тураһында һөйләй, йорт йыһаздарына тиклем үҙ ҡулдары менән эшләгән. Зинаида Ғәли ҡыҙы өйөн гөл итеп тота, баҡса, сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Балаларын башлы-күҙле итеп бөтһәләр ҙә, был ғаилә эшһеҙ ултыра белмәй. 70 йәшен ҡыуған Салауат ағай 14 йыл элек хаҡлы ялға сыҡҡан, ләкин һаман «Урал аръяғы» МТС-ында электрик булып эшләп йөрөй. Зина апай ҙа «Арҡайым» ҡаҙанлығы бөтөрөлгәнсе оператор булған. Улдарына, уларҙың ғаиләләренә терәк булып йәшәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торалар. 7 йәштән көтөп үҫтергән Динәләре лә быйыл медицина колледжын тамамлай, йәйгеһен уның туйын үткәрергә әҙерләнәләр.

Тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, һәр хәлдең сәбәбе була. Салауат ағай Рәхимов менән осраштырған сәбәпкә рәхмәтлемен, юғиһә беҙҙең арала уникаль кеше йәшәгәнен белмәҫ тә инем.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: