-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
19 Апрель 2019, 12:11

Данлы үткәндәрҙе барлап

Мәктәптәр араһында «Әбйәлил районының данлыҡлы хәрби һәм хеҙмәт юлы буйлап» тип исемләнгән тарихи эстафета ойошторолдо.

Республикабыҙҙың оло юбилейына арнап, уның бер быуатлыҡ тарихын ҡабаттан байҡау, йәш быуынға дәүләтебеҙҙең шанлы үткәне хаҡында еткереү маҡсатында район мәғариф бүлеге етәкселегендә мәктәптәр араһында «Әбйәлил районының данлыҡлы хәрби һәм хеҙмәт юлы буйлап» тип исемләнгән тарихи эстафета ойошторолдо. Уның инициаторҙары — тыуған яҡты өйрәнеүсе, КПРФ-тың район комитеты беренсе секретары М. Ә. Бикмәтов менән район Советы депутаты, гуманитар мәсьәләләр буйынса даими комиссия рәйесе Р. И. Шөғүров.

Тарихи эстафетаны 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары башлап ебәрҙе. Улар республиканың барлыҡҡа килеү осорон барланы, был оло, мөһим эштә әбйәлилдәрҙең өлөшөн билдәләне. Амангилде, Буранғол, Ҡаҙмаш, Хәмит уҡыусылары ла сарала ҡатнашып, тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ҡылды, Ленин һәйкәле, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре обелискыһына сәскә һалды. Икенсе этапты ҡабул иткән Гусев мәктәбендә коллективлашыу осоро күрһәтелде. БАССР-ҙың ауыл хужалығындағы тәүге совхоздарҙың береһе булған «Красная Башкирия» хужалығының еңеүҙәрен Красная Башкирия мәктәбендә данланылар.

Дүртенсе этап — Ташбулат урта мәктәбендә уҙҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналды. Ил өсөн дәһшәтле йыл-дарҙа Әбйәлилдең еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшө, тыныс, имен тормоштоң күпме юғалтыуҙар менән яуланғанын байҡау тап ошо төбәккә эләгеүе юҡҡа түгелдер. Сөнки тарихи урындар ҙа күп, фронт өсөн иң кәрәкле булған руда табыусылар ҙа ошонда көн-төн тырышып эшләгән...

Күсем ауылы эргәһендә ҡунаҡтарҙы һәм ошо төбәк мәктәптәренең уҡыусыларын һыбайлылар ҡаршы алды. Атлы егеттәр һәм ҡыҙҙар данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың музейына оҙатты. Тантаналы митинг уҙҙы, унда музей директоры Фәнилә Билалова менән район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров сығыш яһаны.

— Таһир Тайып улы Әбйәлилгә һуңғы тапҡыр 1984 йылдың июнендә һабантуйға ҡайтты. Шул саҡта ауылы Күсемгә килеп, буласаҡ музейының нигеҙен ҡарап китте, — тине Рәсүл Иғдисам улы. — Мин киләһе йылдың 9 Майына музейҙы мотлаҡ төҙөрбөҙ тип ышандырып ҡалдым. Ысынлап та, Еңеү көнөнә астыҡ, тик Таһир Кусимов ҡатмарлы операция кисереү арҡаһында килә алманы.

Мират Бикмәтов менән Рәсүл Шөғүров Герой бюсына сәскә һалды.

Музей менән таныштырып, бындағы экспонаттарҙы йыйыу, ғөмүмән музейҙы булдырыуҙа тарихсы Ғүмәр Ғилмановтың оло хеҙмәте хаҡында Фәнилә Билалова һөйләп үтте.

Райондың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Әсхәл Әхмәтов төбәк уҡытыусылары исеменән музейға финанс ярҙам тапшырып, йәш быуын өсөн әһәмиәтле эштәрендә уңыштар теләне.

Күсем руднигы шахтерҙары иҫтәлегенә ҡуйылған монумент янында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда ауыр хеҙмәт башҡарған, ҡорос өсөн кәрәкле мәғдән тапҡан эшселәрҙең ҡаһарманлығы тураһында Мират Бикмәтов һөйләне. Үҙенең бала сағы, йәшлек йылдары ошонда үткән, был ерҙәр үтә яҡын булғанлыҡтан Мират Әхмәтшәриф улы ауыр осор яфаларын тетрәндергес итеп хикәйәләне. Ул ошо көндәрҙә вафат булған һуғыш ветераны Мария Вертопрахованы һәм ҡалған яугирҙәрҙе, шахтерҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға һәм уларҙың батырлығын онотмаҫҡа саҡырҙы.

Ташбулат урта мәктәбе алдында тантаналы митинг уҙҙы. Уҡыусылар 1941 йылдың 22 июне таңында фашист илбаҫарҙарының совет иленә баҫып инеүен, меңәрләгән-миллионлаған егет-ҡыҙҙарҙың үҙ теләге менән фронтҡа китеүен, яуҙа тиңһеҙ алышыуын, Бөйөк Еңеү көнөн шатлыҡлы күҙ йәштәре менән ҡаршылауын һынландырҙы. Белем усағы алдындағы һуғыш яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға уҡытыусылар, уҡыусылар оло ихтирам менән ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды.

1987 йылда ошо мәктәп уҡытыусыһы, директор Буранбай Әйүповтың тырышлығы менән асылған музей менән дә танышты эстафетала ҡатнашыусылар. Айырым бина биләгән музей экспонаттарға бай, Таһир Кусимовҡа арналған мөйөш булдырғандар. Атаһының эшен ҡыҙы Гөлнара Шаһимгәрәева лайыҡлы дауам итеүе ҡыуаныслы.

Белем усағының фойеһында Таштимер, Тупаҡ һәм Михайловка мәктәптәре музейҙары күргәҙмә ойошторҙо, уҡыусыларға һирәк осраған экспонаттарҙы күрһәттеләр һәм улар хаҡында һөйләнеләр.

Мәктәптең тамашалар залында уҙған рәсми өлөшөндә уҡыу йорто директоры Басир Зәйтүнов, ҡунаҡтар сығыш яһаны.

— Үҙенең үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тарих тураһында һеҙ китаптарҙан, кинофильмдарҙан ғына беләһегеҙ. Тап шуның өсөн ошондай эстафета уҙғарырға булдыҡ. Беҙ йәш быуын данлы йылдарҙы өйрәнһен, тарихтың онотолған биттәрен тергеҙһен тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, — тине Мират Әхмәтшәриф улы. — Һуғыш осоро минең йөрәгемдә тәрән эҙ ҡалдырған, мин уның ғазаптарын үҙ күңелемдән үткәрҙем. Тылда ла еңел түгеллеген, шахтерҙарҙың ауыр эштән үлемгә дусар булыуҙарын, ниндәй ауыр шарттарҙа хеҙмәт итеүҙәренә шаһит булдым. Фронтҡа оҙатылған һәр өсөнсө снаряд Магнитогорск металлургия комбинатында ҡойолған ҡоростан яһалған, ә уға мәғдән рудаһын Күсем руднигы шахтерҙары сығарҙы.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе М. Бикмәтов бик күп тарихи мәғлүмәттәр, документтарҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Улар араһында 1943 йылда И. Сталиндың Әбйәлил районының партия ойошмаһы секретары И. Румынскийға рәхмәт белдереп ебәргән телеграммаһы бар. Һарғайып бөткән ҡомартҡыны эстафетала ҡатнашыусыларға күрергә насип булды. Атаҡлы журналист С. Вайсмандың 1985 йылда донъя күргән «Ҡотоҡай тауы янында» тигән китабында һуғыш осоро, Күсем шахтерҙары ҡаһарманлығы тасуирланыуын әйтеп, ошо китапты ла күрһәтте.

Хеҙмәт ветерандары Ғәли Ҡаһарманов, Сабит Ғүмәров дәһшәтле йылдар хаҡында оло тулҡынланыу, күҙ йәштәре аша хәтергә алды.

Ташбулат урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Вилиә Фәтхуллина «Шахтерҙар хеҙмәте үлемһеҙ» темаһына арналған ғилми-эҙләнеү эше менән таныштырҙы.

Белем усағының уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән музыкаль-әҙәби композиция, концерт номерҙары сараны алып барыусы Лилиә Солтанованың һуғыш хаҡындағы сығыштары менән үрелде. Ташбулаттарҙан эстафетаны Сиҙәм урта мәктәбе ҡабул итеп алды, улар сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү темаһын яҡтыртасаҡ.

Район мәғариф бүлеге белгесе Әлфиә Муллайәрова юғары әҙерлек күрһәтеп, эстафетаны лайыҡлы үткәргәндәре өсөн Ташбулат урта мәктәбе коллективына һәм уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: