-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
26 Апрель 2019, 11:25

Республика тарихында уларҙың да урыны бар

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан Ишҡол ауыл китапханаһында ла «Йәшәү бәхете —намыҫлы хеҙмәт» исемле осрашыу кисәһе үтте.

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан Ишҡол ауыл китапханаһында ла «Йәшәү бәхете —намыҫлы хеҙмәт» исемле осрашыу кисәһе үтте. Беҙҙең ауылда ғорурланырлыҡ шәхестәр байтаҡ. Был кисәлә беҙ ябай хеҙмәт кешеләре, заманында районда, республикала алдынғылар иҫәбендә булған ағай-апайҙарыбыҙ менән ауылыбыҙҙың йәш быуынын осраштырҙыҡ. Элекке колхозсылар, малсылар, механизаторҙар хәтирәләре менән теләп уртаҡлашты.

«18 йәшем дә тулмаған ине фермаға һауынсы булып эшкә килдем. Башта ҡул менән һауҙыҡ, ҡулдар һыҙлап, шешеп ауырта ине. Гел алдынғылыҡты бирмәй ярышып, татыу эшләнек. Һуңынан эш еңелләште — колхозға һауыу аппараттары килде. Аҙаҡ ферма мөдире булып эшләнем», — ти Гөлнур Садрый ҡыҙы Арсланбаева, Почет билдәһе ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы.

Беҙҙең ул ваҡыттағы колхозыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың тотҡаһы, төп көсө механизаторҙар, шоферҙар, комбайнсылар булды. Ошондай алдынғы эшсәндәрҙең береһе — Азат ағай Ғиниәтов. Билдәле шофер, 43 йыл колхозда эшләгән, үҙенең эш дәүерендә алдынғылыҡты бирмәгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған кеше ул. «Хеҙмәт юлымды 17 йәшем тулыр-тулмаҫтан колхозда тракторсы ярҙамсыһы булып башланым, өс йыл ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайттым да һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләнем», — тип һөйләй Азат ағай.

Ауылыбыҙҙың тағы ла бер ғорурлығы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы, биш йыллыҡтар еңеүсеһе, алдынғы механизатор — Ибраһим Баһаув. Ул район, республика кимәлендә ал бирмәне, һәр саҡ беренселекте алды. Бөгөнгө көндә ул иман юлында, ауыл мәсетенең имам-хатибы.

Әхиәр ағай Динмөхәмәтов — тракторсы, Дәүләтша бригадаһында бригадир булып эшләгән. «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү бик дөргөн барҙы, хөкүмәт ауыл хужалығына ярҙам күрһәтте, тырышып эшләнек, төнгө сменала ер һөрә торғайныҡ, йөкләмәмде гел арттырып үтәнем, сәмләнеп эшләнем. Хөкүмәт эшебеҙҙе юғары баһаланы», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Әхиәр ағай. Ул Почет билдәһе ордены кавалеры, «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусы хеҙмәт ветераны.

Хаҡлы ялдағы фельдшер, 1977-1981 йылдарҙа Рауил ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Зөһрә Мортаза ҡыҙы Мәхмүтова ауыл Советында эшләгән йылдарҙа мәктәп төҙөлөүе, клубтың нигеҙенә хөкүмәт аҡса бүлеүе тураһында бәйән итте. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты, Ленин ордены кавалеры, тракторсы Хәсәнова Маһинур апайҙың депутат булараҡ ярҙамы ҙур булды, уға хәтер кисәһе үткәрергә кәрәк ине, тине.

Зөһрә апай уҡыусыларға: «Ололар бар саҡта тарихты яҙып алығыҙ, ауыл хужалығы белгестәре булып ауылға ҡайтығыҙ, ауыл йәшәһен», — тип мөрәжәғәт итте.

Эстәлекле һәм фәһемле осрашыуҙан саҡырылған ҡунаҡтар, уҡыусылар бик ҡәнәғәт ҡалды.

Р. ИРҒӘЛИНА,

китапханасы.
Читайте нас: