+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
24 Июнь 2019, 19:30

Был көн бер ҡасан да онотолмаясаҡ...

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митингыны райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин асты.

22 июнь иртәһендә район етәкселәренең Асҡарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскә һалыу — ил тыныслығы өсөн көрәшкән ветерандарыбыҙға ҡарата тәрән ихтирам һәм хәтер билгеһе. «Урал аръяғы – 2019» инвестиция һабантуйы асылған көн иртәһе нисек кенә тығыҙ, уғата мәшәҡәтле булмаһын, йолаға әйләнгән изге ғәмәл үтәлмәй ҡалманы.
Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митингыны райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин асты. Сара ҡатнашыусылар алдында район башлығы И. Т. Нафиҡов сығыш яһаны:
— Бынан 78 йыл элек тә ошондай уҡ йәмле йәй булғандыр. Кемдер әсә булырға йыйынғандыр, кемдәрҙең ғаилә ҡорорға ниәтләгәндер, йәштәр киләсәккә ҙур маҡсаттар билдәләгәндер. Ләкин бер төн эсендә бөтә яҡты уй-ниәттәрҙе селпәрәмә килтереп, фашистик Германия илебеҙгә һуғыш уты аса. Бөйөк Ватан һуғышы —кешелек тарихында иң ҙур масштаблы һуғыш. Уның ҡорбандарының иҫәбе-һаны әле булһа аныҡ билдәле түгел. Илебеҙ азатлығы өсөн миллиондарса кеше башын һалған. Әбйәлил дә яу ҡырына 6 меңдән ашыу аҫыл ир-азаматтарын оҙатҡан, уларҙың яртыһына ғына Еңеү шатлығын кисерергә яҙған. Бөгөнгө матур тормошобоҙ, эшләп йөрөүебеҙ, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүебеҙ, иртәгәһе көнгә табан ышаныслы атлауыбыҙ өсөн беҙ ҡаһарман олатайҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм ошо тыныслыҡты ҡәҙер итергә, һаҡларға бурыслыбыҙ, — тине ул.
Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов был көндө оноторға хаҡыбыҙ юҡ тине. Һәм уны хәтерҙән юйып ташлау мөмкин дә түгелдер. Сөнки һуғыш һалған яралар әле булһа йөрәктәрҙә һыҡтай, һәр ғаилә юғалтыуҙар кисергән, ауырлыҡтар аша үткән.
Райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин совет халҡы һуғыштың беренсе көнөнән йәнен-тәнен аямай, Тыуған ил өсөн изге яуға күтәрелмәһә, еңеү яуламаһа, хәҙерге ғорур, көслө, ирекле дәүләтебеҙҙең яҙмышы ниндәй булырын күҙ аллауы ла ҡыйын, бәлки, беҙ был ергә тыумаған да булыр инек тип, атай-олатайҙарҙың ҡаһарман рухтары алдында баш эйҙе.
Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң, обелискыға сәскәләр һалынды.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: