+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
12 Июль 2019, 11:47

Шаҡман рухы — беҙҙең йөрәктә

Тарихи шәхестең олуғ юбилейы уңайынан ойошторолған сараға Әбйәлил, Көйөргәҙе, Миәкә һәм Мәләүез райондарынан күп һанлы вариҫтары килде.

Изге Белорет ерендә Тамъян ырыуы башлығы, тархан һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Рус дәүләтенә ҡушылыуын башлап йөрөгән беренсе башҡорт дипломаты Шағәли Шаҡман тоҡомдары һәм яҡташтары кенәздең тыуыуына 500 йыл арналған тулыуға ҙур сараға йыйылды. Тарихи шәхестең олуғ юбилейы уңайынан ойошторолған сараға Әбйәлил, Көйөргәҙе, Миәкә һәм Мәләүез райондарынан күп һанлы вариҫтары килде. Әбйәлил районы делегацияһын район Советы рәйесе И. Ш. Әминев менән район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов етәкләне.

Тарихтан билдәле булыуынса, Шағәле Шаҡман көньяҡ-көнсығыш башҡорттарын Рус дәүләтенә башлап ҡушыусыларҙың һәм шул хәрәкәт етәкселәренең береһе. Ул тамъян башҡорттарының Нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшен етәкләгән кеше, XVI быуат урталарында үҙ заманының алдынғы ҡарашлы ир-уҙамандарының береһе. Үҫәргән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙары башлыҡтары Бикбау, Иҫке Бей, Мишәүле Ҡарағужаҡ кенәздәр менән бергә 1555-1557 йылдарҙа Шағәле Шаҡман Аҡ батшаға – Иван Грозныйға бара. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә был дүрт ырыу, шулай уҡ тамъяндар менән аралашып йәшәгән түңгәүер ырыуы үҙ ихтыяры менән Рус дәүләтенә ҡушыла. Бының һөҙөмтәһендә Ш. Шаҡман Иван IV батшанан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы тураһында жалованный грамота алған, уға «тархан» исеме бирелгән. Был халҡыбыҙҙың артабанғы хәүефһеҙлеген һәм әкренләп ултыраҡ тормошҡа күсеүен тәьмин иткән.

Тарихи шәхестең тыуған ере тураһында бәхәстәр бөгөн булһа бара. Тарихсылар ҙа был һорауға билдәле генә яуап бирә алмай, бәлки быға элек халҡыбыҙҙың күсмә тормош алып барыуы сәбәпселер. Шулай ҙа фараздарҙың күп өлөшө тархандың тыуған ере Әбйәлил районы тигәнгә ҡайтып ҡала. Ә ырыу башлығының ерләнгән урыны — Ҡаһарман ауыл зыяраты. Был ауылға кем нигеҙ һалыу тураһында ла фараздар төрлө. Берәүҙәр Шағәли Шаҡман исеме менән бәйле, йәғни ул ҡышын Әбйәлилдә, йәйләүгә Ҡотҡор буйына күскән, ти. Икенселәре яңы көтөүлектәр өсөн ер эҙләп ошо яҡтарға килеп сыҡҡан улы Ҡаһарман Ҡотҡор йылғаһы буйындағы туғайҙарҙы оҡшатып ауылға нигеҙ һала, ти.

Белореттар ырыу башлығының юбилейын билдәләүгә етди әҙерлек эштәре алып барған. Оло юлдан килгәндәрҙе Ҡаһарман ауылына ингән урында бөйөк шәхес йәшәгәнлеген күрһәтеп торған «Тамъян ырыуы башлығы Шағәли Шаҡман кенәздең йәнтөйәге» тип башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған баннер ҡаршы ала. Ауыл янындағы тау битләүендәге «Шаҡман – 500 йыл» тигән яҙыу ҙа әллә ҡайҙан күренеп тора.

Ауыл зыяратындағы ҡәберҙең нигеҙе ремонтланған, буялған, унда тарихи шәхес ерләнеүе хаҡында яҙыу менән мәрмәрташ беркетелгән, әйткәндәй, таҡтаташ Ишморат Әминев ярҙамы менән эшләнгән. Шулай уҡ ҡәбер янында заманса архитектура ҡоролмаһы ҡуйылған, бында Шағәли Шаҡман һүрәте янында уның жалованный грамотаһы, тархан хаҡында башҡорт һәм рус телдәрендә тулы мәғлүмәт бирелгән, ултырып ял итеү өсөн эскәмйәһе лә бар.

Сараға килгәндәрҙе ҡаһармандар башҡорт халҡына хас киң ҡунаҡсыллыҡ менән — милли кейемдә йыр-моң, сәк-сәк, буҙа менән ҡаршы алды. Артабан барыһы ла ырыу башлығының ҡәберенә зыярат ҡылды, сәскәләр һалды, диндарҙар уның рухына аят уҡыны.

— Халҡыбыҙҙың бөгөнгө йәшәйешендә мөһим урын биләгән тархан ошондай хөрмәткә лайыҡ. Ырыу башлығыбыҙҙың ҡәберен төҙөк хәлдә күреүебеҙ өсөн белореттарға, айырыуса район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа тамъяндар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Тархандың шәжәрәһен өйрәнеү эшен дауам итәбеҙ, әлегә 18 тармағын нығыттыҡ, — тип белдерҙе райондың Тамъян ырыуы башлығы Хәҙис Ниғмәтуллин.

Артабан сара ата-бабаларыбыҙ һыулаған Ҡотҡор йылғаһы буйындағы туғайҙа дауам итте. Байрамдың рәсми өлөшө башҡорт халҡының Рус дәүләтенә ҡушылыуын сағылдырған театрлаштырылған тамашанан башланды. Белорет артистары был тарихи ваҡиғала Шағәли Шаҡман бей һәм башҡа ырыу башлыҡтарын шул тиклем килештереп уйнаны, һәр тамашасы үҙен шул дәүер эсенә барып ингәндәй тойҙо.

Төрлө тарафтарҙан ҡорға йыйылған тамъян вариҫтарын аҫаба ерҙәрендә Белорет хакимиәте башлығы В. Г. Миронов тәбрикләне.

— Бөгөн тархан Шағәли Шаҡман нәҫелдәре республикала ғына түгел, тотош ил буйлап таралған. Йәштәр Тамъян ырыуы башлығы менән ҡыҙыҡһынып, уның тураһында күберәк белергә ынтылһа, хатта Ҡаһарманға ҡәберенә килергә ниәтләһә, тимәк, беҙҙең тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән, — тине Владислав Геннадьевич һәм сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ — Ишморат Әминев, Фуат Шәрәфетдинов, Хәҙис Ниғмәтуллин, Зөлфирә Ҡарағужина, Мансур Усманов, Тимербулат Сәйетғәлиндарҙың булыуы ҡыуаныслы. Был тантанала Ҡаһарман ауылында йәшәгән РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, аҡһаҡал, «Шағәли Шаҡман төйәге — Ҡаһарман» китабы авторы Ҡасим Нафиҡовтың Башҡортостандың юбилей миҙалы менән наградланыуы сараға ауаздаш булды.

Тархандың 500 йыллыҡ юбилейы уңайынан төрлө тарафтарҙан йыйылған тамъян вариҫтарын БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев менән Айнур Бейембәтов, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин, Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Махийәнов, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы хакимәте башлығы Тимур Иҙрисов, Мәләүездән Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәйәхмәтов тәбрикләне. Һәр ҡайһыһының сығышында нәҫел тамырҙарын белергә, өйрәнергә, тергеҙергә, барларға һәм берләшеп йәшәргә кәрәк тигән фекерҙәр яңғыраны.

— Был сара тарихи үткәнебеҙ менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр һәм тыуған төйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре уятыр, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, телен үҫтереүгә һәм уны яҡлауға киң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итер, туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыр, йәш быуынды рухлы итеп үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Бөгөнгө тарихи осрашыу беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерһен, киләсәккә дәрт-дарман өҫтәһен, — тине Әбйәлил тамъяндары исеменән сығыш яһаған Ишморат Шамил улы һәм үҙ сиратында ырыу башлығының исемен мәңгеләштереүгә һәм юбилей сараларын әҙерләп үткәреүгә тос өлөш индергән белореттарҙың эштәрен юғары баһалап, В. Мироновҡа, уның урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа, Үҙән ауыл хакимиәте башлығы Вячеслав Фроловҡа, ауыл Советы депутаттарына Әбйәлил район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Ҡаһарман ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Шағәли Шаҡман — тарихи шәхес, тамъян ырыуы башлығы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторҙо. Шунда уҡ китапхана тарафынан тархан юбилейы айҡанлы балалар араһында ойошторолған һүрәттәр конкурсы еңеүселәренең ижади эштәрен күреү мөмкинлеге лә булды.

Әлбиттә, тарихи ваҡиғаларға арналған сараны ата-бабаларыбыҙ көн күргән тирмәләрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел. Белорет районы ауыл биләмәләре менән бер рәттән әбйәлилдәр ҙә үҙ тирмәләрен ҡорҙо. Байрам сараларында ҡатнашыусыларҙы тирмәләр хужалары һәр ерҙә йырлап-бейеп ҡаршы алды, аш-һыуынан ауыҙ иттереп, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре менән дә таныштырҙы. Туҡталҡаларҙа ҡуйылған шәжәрәләрҙең күплеге ырыуҙаштарҙың тамырҙарҙы барлауға етди ҡарауын күрһәтә, улар янында халыҡ мәж килде, сөнки йыйында ҡатнашҡан һәр кем шәжәрәләр ағасынан үҙ нәҫелдәрен эҙләне...

Ни тиһәң дә, әбйәлилдәрҙең тирмәһе зауыҡлы биҙәләше яғынан да, күргәҙмәгә ҡуйылған боронғо әйберҙәрҙең күплеге, ризыҡ төрлөлөгө яғынан да башҡаларҙын күпкә айырылып торҙо.

Буранғол һәм Ташбулат ауыл биләмәләре берлектә ҡуйған тирмәлә ҡунаҡтар әле генә бешеп сыҡҡан йыуаса менән һыйланды, ҡурмасты, ҡоротто ла тәмләп ҡаранылар, төрлөсә яраштырылған балыҡ ризыҡтарынан ауыҙ иттеләр, хуш еҫле үләнгә ҡушып самауыр сәйен яратып эстеләр. Күргәҙмәләге боронғо таҡта ярыу ҡоролмаһы, тирмән, балаҫ һуғыу станогының нисек эшләгәнен ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр, йәнлек тиреләре, кейеҙҙәр, милли биҙәүестәр күргәҙмәләре лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Икенсе тирмәне Юлдаш ауыл халҡы ҡуйғайны. Уларҙың тирмә ҡуйыуының сәбәбе лә етди: нәҡ улар Шағәли Шаҡмандың туранан-тура вариҫтары.

Бер нисә йыл «Осҡон» гәзите биттәрендә мәғариф ветераны Фирүзә апай Сафина РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле журналист Шаһиғәле Ишбулатовтың «Шағәли Шаҡман тоҡомдары» исемле мәҡәләһен әҙерләп баҫтырғайны, унда Ҡаһарман Ҡаҙаҡҡолов уның улы булыуын дәлилләне.

Шунан өҙөк килтереүҙе урынлы һананым.

«Башҡорт АССР-ы Үҙәк архивында эҙләнә торғас, Рәсәй императоры указының 6-сы кантон начальнигы Ласынов тарафынан раҫланған күсермәһе килеп сыҡты. Ул указда «...поверенный от башкир Тамъяновской волости Верхнеуральского уезда команды старшины Мухаметкарима Юлдашева из деревни Юнаевой из тархан урядник Кагарман Казаккулов сын Шигали Шакманова жалуется на неправильное будто бы постановление Оренбургской палаты гражданского суда, учиненного по делу их башкирцев с заводчиками Губиковыми о земле» тиелә.

Ошо документтан Ҡаһарман Ҡаҙаҡҡоловтың Шағәли Шаҡман тоҡомонан, ҡайһы бер документтарҙа Журнаеве йәки Жунаево тип яҙылған ауылдың Юнай булыуы асыҡланды.

...Бына тағы бер документ. Ул — Буранғолдан Ишҡол Хәлимов менән Килмөхәмәт Азатовтың Ырымбур генерал-губернаторына биргән прошениеһы. Бында улар Ҡотҡор утары халҡын завод хужалары яланға ҡыуыуҙары дөрөҫ түгел, сөнки был утар ерҙәре заводчиктарға бирелмәне, тип яҙа.

... Шулай итеп, күпте күргән, ил гиҙгән Шағәле Шаҡман тархан күсмә тормош алып барған тамъяндарҙы йылы өйҙәр эшләүгә, ауыл-ауыл булып ултырырға күндереп, башта, бәлки, ярым күсмә тормош көтөүгә әйҙәүселәрҙең береһе булған».

Юлдаштарҙың да тирмәһе йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел ине. Милли ризыҡтарҙан өҫтәлдәре һығылып торҙо, күргәҙмәләр төрлөлөгө менән арбаны. Шағәли Шаҡмандың ун өсөнсө быуын вәкиле булған Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 90-сы йәште ҡыуған Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Тимербулат Сәйетғәлиндың башҡорт халыҡ йырын башҡарыуы, фольклор төркөмдөң сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

Элек-электән халҡыбыҙ йыйындарҙа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бергә ырыуҙың батыр, көслө, мәргән улдарын, һылыу ҡыҙҙарын да билдәләгән.

Был сара сиктәрендә лә тамъяндар көрәш келәменә күпләп сыҡты. Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Әбйәлил батырҙары һынатманы — Арсен Шәрипов икенсе, Булат Сәйетғәлин өсөнсө урынды алды. Иң шәп көрәшсегә тип әбйәлилдәр тәғәйенләп алып килгән тәкә Миәкә тамъянына — Айгиз Зәйнетдиновҡа эләкте.

Ҡыҙҙар араһында «Тамъян һылыуы» бәйгеһе үтте. Ә егеттәр иһә төрлө ҙурлыҡтағы таштарҙы күтәреп, «Тамьян батыры» исеме өсөн көс һынашты. Бынан тыш, үҙҙәрен уҡ атыуҙа мәргәнлеккә һынап ҡарарға теләүселәр ҙә табылды. Бәләкәй балалар өсөн уйын майҙансығында төрлө ярыш-бәйгеләр тынманы.

Һәр район вәкилдәре әҙерләгән концерт номерҙарына ҡушылып, әбйәлилдәрҙең сығыштары ла байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Садик Шаһыбалов һәм Ибраһим Ишбулдин башҡарған йырҙарҙы, район ғына түгел, республика бәйгеләрендә еңеү яулаған Арсен Ниғмәтуллиндың һәм Ләйсән Моратованың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәрен, «Гөлминаз» (Буранғол) вокал, «Бикембәт ынйылары» (Күсем) фольклор ансамблдәре сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Ырыуҙаштар йыйынында ҡатнашҡан һәм районды лайыҡлы күрһәткән Буранғол, Ташбулат ауыл биләмәләре халҡына, юлдаштарға, район Советы һәм хакимиәте оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: