+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
16 Август 2019, 11:37

Археологтар ҙур асыш яһаны

Күсем ауылына археологтар килеп төштө. Экспедиция составында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре, йәш археологтар, волонтерҙар бар.

Күсем ауылына археологтар килеп төштө. Экспедиция составында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре, йәш археологтар, волонтерҙар бар.

Тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы беҙҙең тарафтарға нимә килтергән? Баҡтиһәң, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур ҡурғандарҙың береһе Күсем ауылында урынлашҡан. Ғилми экспедиция етәкселәре — тарих фәндәре кандидаттары Никита Савельев менән Вячеслав Котов бында 2005 йылда уҡ Урал төбәгендәге иң ҙур ҡурған табылыуы хаҡында бәйән итте. Тап шуның өсөн бында тикшеренеп, төбәкте өйрәнергә булғандар. Ғалимдар ҡурғанды ҡаҙа башлағас, ҙур асыш яһай. Уларҙың фаразы буйынса, таш быуатта был урында мавзолей урынлашҡан. Ваҡыт үтеү менән ул емерелеп төшкән һәм уба рәүешендә һаҡланған. «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры Салауат Нафиҡов әйтеүенсә, совет йылдарында был ерҙәрҙә урындағы хужалыҡтың баҫыуҙары урынлашҡан. Ҡурған түбә рәүешендә булғас, техника был урынды урап уҙған һәм тарихи ҡомартҡы теүәл килеш һаҡланған, шул рәүешле беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Экспедиция составында тарих институты хеҙмәткәре, ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары менән бергә 40 кеше эшләй. Улар тикшереләсәк урынды өлөштәргә бүлеп, тупрағын ҡаҙып ала. Көрәк менән ҡаҙғанда айырыуса һаҡлыҡ талап ителә: сөнки быуаттар буйы ер аҫтында һаҡланған боронғо табыштарҙы онтау хәүефе бар. Һәр табылған әйберҙе ғалимдар тикшереп, ниндәй осор, быуатҡа ҡарауын билдәләп тора. Әлегә таш быуатта йәшәүселәр көнкүрештә ҡулланған кәрәк-яраҡ: тире һыҙырыу өсөн таштан эшләнгән ҡорамал, һөңгө остары, бысаҡ, башҡа әйберҙәр табылған.

— Беҙҙең ҡарамаҡҡа был бик ҙур һәм тарихи яҡтан әһәмиәтле асыш. Бында ҡасандыр Түрәхан мавзолейҙарына оҡшаш ҙур көмбәҙле мавзолей булған. Ғилми тикшеренеү маҡсаты ябай — таш ҡурғанды өйрәнеү булғас, бындай ҙур табышҡа юлығыуыбыҙ бик ҡыуаныслы булды, — тине Вячеслав Георгиевич. — Әлегә ҡаҙыу, тикшеренеү эштәрен ҡурғандың ситенән башланыҡ. Уртаһын икенсе йылға ҡалдырабыҙ, сөнки был оҙаҡ ваҡыт, көсөргәнешле хеҙмәт талап иткән эш. Әммә ул кәрәкле, сөнки беҙ ҡасандыр ошо ерҙәрҙә йәшәүселәр хаҡында, үҙебеҙҙең тарихты белергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: