-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
20 Сентябрь 2019, 11:35

Бөркөт һауала үлә

Берҙән-бер ҡомартҡы — ғаилә фотоальбомында һаҡланған фотоһүрәт. Уны Мөхәмәҙей Вәлиев 1944 йылда һуғыштан ебәргән. Фото артында яҙылғанса, янындағы иптәше Кәримов тигән осоусы. Бәлки, уның да шәхесен асыҡлап булыр?..

Педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Вәлиева Белорет районы Абҙаҡ ауылында йәшәй. Тыуған урыны — ошо уҡ райондың Үҙәнбаш ауылы булһа ла, нәҫел тамырҙары Теләшкә барып тоташа. Атаһы Латиф Вәлиев 1946 йылда Үҙәнбаш урман хужалығына эшкә китеп шунда төпләнә. Теләштән ауыл хәбәрсеһе Зөһрә Бәшәрованың башта «Осҡон», унан «Башҡортостан» гәзиттәрендә Бөйөк Ватан һуғышын хәрби-һауа көстәрендә осоусы-һөжүмсе булып үткән Мөхәммәт Вәлиев тураһында олораҡ кешеләрҙең хәтирәләренә таянып яҙып сыҡҡан мәҡәләһе кисәге тарих уҡытыусыһы Ғәлиә Латиф ҡыҙын уйға һала. Һүҙ уның атаһының бер туған ҡустыһы — Мөхәмәҙей ағаһы тураһында бара ла һуң?! Мәҡәлә авторының рәсми мәғлүмәттәрҙән район хәрби комиссариаты архивында ҡыҙылармеецтың 1943 йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғалыуы тураһындағы хәбәрҙән башҡаны тапмауы уны эҙәрмәнлек эшенә тотонорға этәрә.

Интернет селтәрендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған сайттар бихисап. Ғәлиә Вәлиева яугирҙәр тураһындағы мәғлүмәттәр сығанағы булған иң популяр «Халыҡ хәтере», «Халыҡ ҡаһарманлығы», «Мемориал» сайттарында эҙләнә башлай. Айырыуса Еңеү көнө алдынан уларҙы гиҙеү мөмкинлеге киңәйгән мәлде файҙаланып, арыу уҡ материал туплай.

— Сайтҡа бер генә тапҡыр инеп ҡарауҙан фәтүә сыҡмай. Күптәр шул рәүешле яңылыша: «Ҡараныҡ, туғаныбыҙ хаҡында мәғлүмәттәр тапманыҡ», — тип был эшкә ҡул һелтәй, — тип һөйләй Ғәлиә апай. — Ә бер тотонғанһың икән, ныҡышып көн һайын эҙләнеүҙе дауам итер кәрәк. Шунда ғына ул һөҙөмтәһен бирә.

Ғәлиә Латиф ҡыҙы бөртөкләп табылған мәғлүмәттәрҙе бәйнә-бәйнә тоташтырып, ғаилә батырының биографияһын төҙөй.

Мөхәмәҙей Вәлиев 1922 йылда Теләш ауылында донъяға килә, һуғышҡа тиклем Ташбулат ауыл Советында хисапсы була. 1942 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. РФ Оборона министрлығының Үҙәк архивының рәсми сайты материалдарынан мәғлүм булыуынса Мөхәмәҙей Вәлиев 3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһында, 672-се авиация штурмлау полкында һуғыша.

17-се һауа армияһы 1942 йылдың ноябрендә формалаша һәм оҙон яу юлы үтеп, Сталинград, Курск һуғыштарында, Острогожско-Россошан һөжүмендә, Украина, Румыния, Болгария, Молдавия, Югославия, Венгрия, Австрияны азат итеүҙә, башҡа һауа операцияларында ҡатнаша, немец илбаҫарҙары менән ҡаты алыштарҙа ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарманлыҡ һәм еңеүгә йәнтәслим ынтылыш өлгөһө күрһәтә. Румынияның Галац ҡалаһын азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1944 йылдың 27 авгусында Галац авиация полкы тигән почетлы исем бирелә.

17-се һауа армияһы исемдәре илгә билдәле осоусылары менән дан тота. Меңәрләгән лётчик юғары наградаларға лайыҡ була. Мөхәмәҙей Вәлиев та батыр йөрәкле яугир булараҡ айырыла. Оборона министрлығы архивында һаҡланған бер документта уның ҡаһарманлығы һүрәтләнә:

«672-се Галац авиация-һөжүм полкының һауа уҡсыһы, кесе сержант иптәш М. В. Вәлиев 20 хәрби осош башҡара, уларҙың өсәүһендә һауа һуғышына инә һәм уларҙағы батырлығы өсөн хөкүмәт наградаһы менән наградлана.

1944 йылдың 22 авгусында Чимшилия (Молдавияның көньяғындағы ҡала) районында дошман ғәскәрҙәренә ташланғанда ИЛ-2 төркөмө һөжүмгә дусар була. Төркөмдә иң артта килгән самолеттың һауа уҡсыһы Мөхәмәҙей Вәлиев йәнен аямай, МЕ-109 немец истребителенең һөжүменә ҡаршы тороп, үҙенең һәм иптәштәренең «тимер ҡоштарын» ғына түгел, ғүмерҙәрен дә һаҡлап ҡала. Ҡаты алышта истребитель бәреп төшөрөлә.

23 августа Комрат районынан дошманды ҡыуғанда М. Вәлиев дошман истребителдәрен күреп ҡала һәм МЕ-109 яғына пулеметтан ут асып, һауа уҡсыларын иҫкәртә. Күмәкләп атакаға ташланғас, һөжүмгә килеүселәр кире борола.

Совет лётчиктарының ҡыйыулығы менән Чимшилия һәм Комрат ҡалалары 1944 йылдың 23 авгусында немец-румын баҫҡынсыларынан азат ителә.

М. В. Вәлиев күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була».

1944 йылдың 28 сентябренән 20 октябренә тиклем 17-се һауа армияһы Белградты азат итеү операцияһында ҡатнаша. Унан 3-сө Украина фронтының төп көстәрен Венгрияға инер өсөн Дунайҙың һул ярына ташлайҙар. 29 октябрҙә 1945 йылдың февралендә генә тамамланасаҡ Будапешт операцияһы башлана. «Юғалтыуҙар тураһында хәбәр» документтарында теркәлгәнсә 17 ноябрҙә Мөхәмәҙей Вәлиев хәрби заданиенан ҡайтмай. Теләш ыласыны һауалағы алышта батырҙарса һәләк була...

Тыуған яғына бары «Хәбәрһеҙ юғалды» тигән «ҡара ҡағыҙы» килгән туғанының ҡайҙа ерләнеүе тураһында ла мәғлүмәткә юлыға Ғәлиә Вәлиева. Ленинградтан яуҙашы, шулай уҡ лётчик, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры, 22 йәшлек лейтенант Леонид Михневич менән Югославияның Сербский Падей тигән ауылында икәүһенә бер ҡәберҙә мәңгелек төйәк тапҡан башҡорт бөркөтө.

Һуғыш осоронда Совет Армияһы меңдәрсә осоусыны юғалта. Бигерәк тә һөжүм авиацияһында ҡорбандар күп була. ИЛ-2 «тимер ҡоштары» дошман оборонаһының алғы һыҙығына ташлана, машиналар коллонналарын, күперҙәрҙе, артиллерия позицияларын, пехотаны тар-мар итеүҙә уңышлы осоштар башҡара.

Мәскәү ҡалаһының 601-се мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышында Совет лётчиктарының ҡаһарманлығына бағышланған стенд бар. Унда яҡташыбыҙҙың да исем-шәрифе урын алған. Шулай уҡ ҡыйыу Теләш яугиренең исеме Хәрби дан музейында ла алтын хәрефтәр менән яҙылған.

— Ағайым тураһында тапҡандарым әлегә ошолар инде. Эҙләнеүҙәргә этәргән Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Зөһрә Бәшәроваға ҙур рәхмәтемде белдерәм, — тине Асҡарға редакцияға тип махсус рәүештә килеп киткән Ғәлиә Вәлиева. Берҙән-бер ҡомартҡы — ғаилә фотоальбомында һаҡланған фотоһүрәтте лә күрһәтте ул беҙгә. Уны Мөхәмәҙей Вәлиев 1944 йылда һуғыштан ебәргән. Фото артында яҙылғанса, янындағы иптәше Кәримов тигән осоусы. Бәлки, уның да шәхесен асыҡлап булыр?..

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: