+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
8 Ноябрь 2019, 11:51

Онотмайыҡ шанлы дәүерҙе

1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде.

1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде.

Ошо осорҙан алып ил буйынса репрессияға эләккән ҡорбандарҙы иҫкә алыу саралары ойошторола. Ошондай уҡ сара Ҡаҙмаш ауылында ла үтте. Сәйәси золом ҡорбандарына асылған таҡтаташҡа Ҡаҙмаш һәм Рысҡужа ауылдарынан аяуһыҙ сәйәсәт ҡорбандары булған 40 кешенең фамилиялары уйып яҙылған.

— Ҡаҙмашта элек-электән хәлле кешеләр күп йәшәгән. Беҙҙең ауылдан репрессияланған кешеләрҙең күп булыуы ошоноң менән аңлатылалыр инде. Күпселектә байҙарҙы Себергә оҙатҡандар бит, — тине үҙ сығышында заманында район башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән һәм ошо иҫтәлекле таҡтаташты асыуға күп көс һалған М. З. Рәжәпов. — Халыҡты нахаҡҡа ғәйепләп, уйҙырмалар табып, «фаш итеп», ҡурҡытып, физик һәм рухи яҡтан һындырған осор… Золом йылдары бер нисә тулҡындан тора. Тәүгеһе 1929 – 1930 йылдар, икенсеһе, иң фажиғәлеһе, 1937 – 1938 йылдар һәм һуңғыһы, 50-се йылдар башындағы репрессияның ҡанлы тәгәрмәстәре күпме яҙмышты иҙеп, артабан оҙаҡ ваҡытҡа имгәтеп ҡалдыра. Иң булдыҡлы шәхестәрҙе юҡҡа сығарған репрессия бер төбәкте, халыҡты, милләтте лә урап үтмәгәндер.

Артабан Мирхәт Зиннәт улы шулай уҡ репрессияға эләгеп, ете балаһы менән бергә Себергә һөрөлгән Һатлыҡовтар ғаиләһе тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ апаһы Моталлап Рәжәповтың аяныслы яҙмышы тураһында белгәндәрен бәйән итте.

— Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе. Билдәле булыуынса, республикала һөргөнгә ебәрелгәндәр һәм атылғандар һаны 50 мең кеше самаһы тип иҫәпләнә. 1937 йылдың октябрендә Башҡортостан Өлкә комитетының ВКП (б) III пленум ҡарары менән илебеҙҙең партия һәм совет етәкселеге ҡулға алына һәм атыла. Өҫтән ебәрелгән күрһәтмә буйынса, төрлө сәбәптәр менән хөкөм ителгәндәргә «халыҡ дошманы» тигән исем тағыла. Тарихсылар билдәләүенсә, 30-сы йылдарҙағы юғалтыуҙар милли интеллигенция үҫешенә аяҡ сала: дәүләт, мәҙәниәт, фән, йәмәғәт, дин эшмәкәрҙәре күпләп нахаҡҡа ғәйепле итеп язаға тарттырыла. Был хаҡта йәш быуын белергә тейеш, нәҡ ошондай сараларҙа балаларҙың күпләп ҡатнашыуы уларҙы патриотик рухта тәр-биәләргә булышлыҡ итәсәк, — тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов.

«Кулак» тип Себергә оҙатылған, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, данлыҡлы Себер дивизияһы составында һуғышып, немец илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә үҙ өлөшөн индергән Ваҡас Абдуллин хаҡында улы Рим Абдуллин һөйләгәндәрҙе лә йыйылыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланы.

— Бер яҡтан атайым кулак тип һөргөнгә ебәрелһә, икенсе яҡтан ул герой. Сөнки нәҡ репрессияға эләккәндәрҙән торған дивизияның сикһеҙ батырлығы һөҙөмтәһендә Мәскәү дошмандарҙан һаҡланып ҡала бит, — тип Рим Ваҡас улы золом ҡорбандарының балаларының ауыр ғазаптар кисереп тә, тормошта юғалып ҡалмауын үҙ яҙмышы миҫалында дәлилләне.

«Беҙҙең төп бурыс — ул ваҡиғаларҙы онотмау һәм киләсәктә ил тарихында ошондай хәлдәргә юл ҡуймау» — район ветерандары советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаевтың, Амангилде ауыл биләмәһе башлығы М. Х. Фәхрисламовтың сығышында ла ошондай фекерҙәр яңғыраны.

Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: