+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
28 Ноябрь 2019, 16:00

Башҡортостанда генерал Шайморатов ордены булдырыласаҡ

Шайморатов ордены йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, законлылыҡты ныҡытыуҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләрҙе ҡотҡарыусыларға тапшырыласаҡ.

«Башҡортостан Республикаһында дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү тураһындағы тәҡдим БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡараласаҡ. Генерал исемендәге орден булдырыу инициативаһы менән «Башҡорт хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» ойошмаһы рәйесе Т. Р. Рәжәпов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Г. Ғ. Ҡолһарина, «Башҡортостан ветераны» баҫмаһы мөхәррире С. Ф. Беллендир сығыш яһаны. Закон проекты хуплау тапһа, данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, законлылыҡты ныҡытыуҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып кешеләрҙе ҡотҡарыусыларға тапшырыласаҡ.
#шаймуратовгенерал
Читайте нас: