-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
29 Ноябрь 2019, 12:35

Төштәремә инә әрме...

Хәрби хеҙмәткә мин 1970 йылдың 2 майында саҡырылдым. Ошо көн бөгөнгөләй иҫемдә...

Хәрби хеҙмәткә мин 1970 йылдың 2 майында саҡырылдым. Ошо көн бөгөнгөләй иҫемдә: мәрхүм Әҡсән ағайым шофер булып эшләй ине, ул Асҡарға тиклем алып барҙы. Минән тыш, Амангилденән Әхмәт Исҡаҡов (хәҙер мәрхүм), Сәлих Шаһыбалов — өсөбөҙ сығып киттек, Өфөгә тиклем поезд менән барҙыҡ.

Әрмегә тиклем водитель һөнәрен алғайным, шуға мине Әхмәт менән Сәлихтән айырып, Ырымбур өлкәһенә алып киттеләр. Тоцкиҙа танк полкы бар ине, шунда урынлаштыҡ. Палаткаларҙа йәшәнек, кухняға нарядҡа йөрөнөк. Күпмелер ваҡыттан бер эшелон Башҡортостан егеттәрен Чехословакияға оҙаттылар.

Был осорға асыҡлыҡ индереп китеү кәрәктер: былтыр октябрҙә Асҡарҙа Чехословакияла хәрби бурысын үтәгән уҙамандарҙың йыйыны үткәйне. Унда минән ярты йыл элек хеҙмәткә саҡырылған Рысҡужанан Урал Зәйнуллин менән күрештек. Уларҙың часында булырға ла тура килгәйне, әммә осраша алмағайныҡ. 1968 йылда Чехословакияға ингән Әбделғәзенән Рәйес ағай Рәхимов, Ҡаҙмаштан Дәүләт Әйүпов, Амангилденән Нурислам Баҡыев та килде. Башҡа ауылдарҙан да ир-егеттәр байтаҡ булды. Йыйындың сәбәбе совет ғәскәрҙәренең Чехословакия биләмәһенә индерелеүенә 50 йыл тулыу ине. Был частәр ЦГВ (Центральная группа войск) тип аталды. Запастағы офицер Ғәйнетдин Ғиләжев ЦГВ-ның ойошторолоуы тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Нурислам Баҡыевты үҙебеҙгә етәксе итеп һайланыҡ. Хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин да телмәр тотто. Йыйында бер-беребеҙ менән бәйләнеште өҙмәҫкә, аралашып торорға килештек.

Әрмеләге ул йылдарҙы оноторлоҡ түгел, әле булһа төштәргә инә...

Тоцкиҙа беҙҙе кейендерҙеләр: гимнастерка урынына китель, яловый итек, күн ҡайыш, салбар, пилотка бирҙеләр. Вагондарға тейәлмәҫ борон П хәрефе рәүешендә теҙеп, юлда үҙеңде нисек тоторға аңлаттылар, көнөнә ике тапҡыр ашатасаҡтарын әйттеләр. Эшелон буйлап йөрөгән бейек кәүҙәле старшинаның бер кемгә лә яҡшы мөғәләмә иткәнен күрмәнем, уҫал ине би-герәк. Көнөнә ике ҡалаҡ бутҡа, бер телем икмәк, шәкәрле сәй менән туҡланып барҙыҡ.

Тамбур яғында ҡарауыл торҙо, рөхсәтһеҙ сығып йөрөргә ярамай ине. Эшелоныбыҙ бик яй барҙы, станцияларҙа сәғәттәр буйы туҡтап торған мәлдәр булды. Пензала шулай оҙаҡ торҙоҡ, тәҙрә аша бер егеткә аҡса биреп, икмәк алып килеүен һорағайным, вагондағылар ишетеп ҡалып, «миңә лә кәрәк» тип һорай башланылар. Ундай күп аҡсаны алғас, ул егет ҡайҙан кире әйләнеп килһен инде? Ахыры, икенсе ҡалала туҡтағанда үҙебеҙҙең аранан берәүгә икмәккә тип аҡса йыйҙыҡ, шул ҡәҙәрем асыҡтыра шул.

Карпат тауҙарының башында ҡар ята. Юл буйы әллә нисә тоннель аша сығабыҙ, бер ҡараңғыға сумабыҙ, бер яҡтыға тигәндәй. Сиккә яҡынлаша башлағас, вагонда тынлыҡ урынлашты, Чехословакияла ниндәй хәлдәр булыуын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Чоп станцияһына килеп туҡтағас, проводница беҙҙе оҙатып, һаулыҡ теләгәндәй итте. Артабан чех поезына күстек. Теге уҫал старшина тәҙрә ҡорғандарын асмаҫҡа ҡушты. Словакия биләмәһен күҙәтәбеҙ шулай ҙа — Татра тауҙары теҙелеп китте, уларҙың башында ла ап-аҡ ҡар. Бер ҡасаба эргәһенән уҙғанда таяҡҡа таянған кеше тора ине, ул таяғын мылтыҡҡа ишара итеп, беҙҙең тәҙрәгә тоҫҡаны. Шулай юлда аҙна тирәһе булдыҡ, ниһайәт төндә беҙҙең частәргә килеп еттек. Хәрбиҙәрҙе тарата башланылар. «Урал» машиналарына тейәлдек тә, Дечин тигән ҡалаға юлландыҡ. Беҙҙең часть ошондағы ҙур замокта урынлашты, ул Лаба йылғаһының бейек ярында тора. Лаба тип исемләнгән йылға Германияға ағып ингәс, Эльбаға әйләнә. Теплоходтар йөрөй, ҙур йылға ул.

Башҡортостандан бергә барған егеттәрҙең исемдәрен дә иҫләйем — Фирҙәүес Бикмәтов, Раил Ғәйбәҙуллин, Хәмит Шәрәфетдинов, Миңниәхмәт Мифтахов, Алик Имаев. Беҙгә яҡын урында шулай уҡ Диас Аллаяров, Хөрмәт Яҡшыдәүләтов, Петр Дураков хеҙмәт итте.

1972 йылдың 21 июнендә ҡайтырға сыҡтыҡ. Ошо осор Миловицце — Мәскәү поезы йөрөй башлағайны. Был маршрут Чехословакия менән беҙҙең ил араһында мөнәсәбәттәрҙең йылыныуы арҡаһында асылды. Ике йыл дауамында урындағы халыҡтың да беҙгә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрҙе, бер-беребеҙгә дуҫтарса ҡараш булды.

Эшелонға ултырыр алдынан Башҡортостандан бергә килгән, тик башҡа частәргә эләккән яҡташтар осрай башланы. Имен-аман ҡуҙғалып, Украина, Прибалтика, Белоруссия, Мәскәү, Алыҫ Көнсығыш, Урта Азия, Кавказ һәм башҡа төбәктәрҙән — күп милләтле илебеҙҙән йыйылған һалдаттар менән бергәләшеп юлға сыҡтыҡ.

Марш-бросоктар, тревога буйынса һикереп тороуҙар, хәрби күнекмәләр, нарядтар, йәйен-ҡышын полигондағы палаткаларҙа йәшәү артта ҡалды — һаумы, дембель!

Ике көндән Чоп станцияһына килеп еттек, бында һәр беребеҙгә 12 һум 50 тин аҡса бирҙеләр. Шуныһы ҡыҙыҡ: ошо сумма барыһына ла — Украинаға, Алыҫ Көнсығышҡа ҡайтып барғандарға ла бер иш ине, еткерәңме-юҡмы айырма юҡ.

Шуныһы хәтерҙә: Чехословакияла пластик әйберҙәр етештереү алға киткән ине. Беҙҙең частә лә пластмасс үҙ ҡулланылышын тапты. Артҡан материал туҙып ята ине, шуларҙы беҙ ҡырҡып, бәрхәт эсенә ҡуйып, погон итеп тегәбеҙ. Львов ҡалаһындағы хәрби комендатура беҙҙең погондарҙы хәрби форманы боҙоу тип ысҡындырып алды. Военторгтың магазиндарынан алығыҙ тип, беҙҙең шул барлы-юҡлы 12 һум аҡсаға һатып бирҙеләр. Магазинда погондар бөткәс кенә был «һунар» туҡтаны. Шөкөр, беҙҙең бәрхәт погондарға сират етмәй ҡалды. 1972 йылдың яҙғы-йәйге дембелдәре тәүге тапҡыр форма кейеп ҡайтты. Һәм бындай бәхет тик сит илдә хеҙмәт итеүселәргә генә татыны, союздағы ғәскәрҙәргә дембель формаһы һуңыраҡ бирелде. Фуражкала кокарда, погонда алтын төҫтәге «СА» хәрефтәре, аяҡта офицерҙар ғына кейгән ботинкалар, расклешенка итеп тектергән салбарҙар — бына шундай ҡупшы ҡиәфәттә ҡайтып киләбеҙ!

Сит илдә булһаҡ та, беҙ тыныс, яҡшы осорға тура килдек, яу-фәлән күрмәнек. Юлдағы мәшәҡәттәр — ул бөтөнләй ваҡ мәсьәлә. Беҙҙән һуң хеҙмәткә алыныусылар Афғанстан утына эләкте. Унан һуң йәш егеттәр Чечен Республикаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнашты. Минең үҙемдең ике улым да сик буйын һаҡланы: береһе — Урта Азияла, икенсеһе Алыҫ Көнсығышта. Хәҙерге осор булһа ла, туҡ йөрөгәнен хәтерләмәйҙәр. Ә беҙҙең частә ашатыу яҡшы булды, хатта шешлек ашатҡандарын иҫләйем.

Өфөгә килеп туҡтағас, хеҙмәттәштәр менән хушлаштыҡ. Хөрмәт Яҡшыдәүләтов, Булат Әхмәтйәнов һәм мин Магнитогорскиға юлландыҡ. Унан инде Хөрмәт — Сибайға, беҙ Асҡарға юл тоттоҡ.

Асҡарҙа Булаттарға инеп, сәй эсеп, кейемдәрҙе матур итеп үтекләп алғас, Амангилдегә килеп еттем. Атайымдың ҡустыһы Хәлит ағай шунда йәшәй ине. Уның атын егеп, еңгәй менән икәүләп Үтәгәнгә килеп төштөк. Өйгә инмәҫ борон атайым: «Бар, олатайың менән күрешеп кил», — тине. Олатайҙың ҡапҡаһына инеп тә өлгөрмәнем, Исмәғил дуҫым килеп ҡосаҡлап алды, ҡыуанысының сиге юҡ. Икәүләп олатай-өләсәйемә индек. Күрешеп, һөйләшеп ултырһаҡ, минең ҡайтҡанды ишетеп, Ҡырҙастан Тимерйән килеп еткән. Был дуҫтарымды исемләп яҙам, улар, шул иҫәптән Хөрмәт менән Булат та, төрлө йылдарҙа вафат булдылар инде.

Әле хәрби хеҙмәткә саҡырылыш бара. Быйыл һалдат итеген кейәсәк йәш райондаштарға теләгем шул: ҡайҙа ғына хеҙмәткә эләкһәгеҙ ҙә бирешмәгеҙ, ата-әсәйҙәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып, намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ. Тыуған илде һаҡлау — һәр ир-егеттең иңендәге изге бурыс. Әрме малайҙан ир яһай, сыныҡтыра торған ысын тормош мәктәбе ул. Һуңынан төштәргә инһә лә, ул осор күңелдә иң иҫтәлекле мәл булып һаҡлана.

Рамаҙан ЙӘҺҮҘИН.

Үтәгән ауылы.
Читайте нас: