25 йыл элек, 1994 йылдың 11 декабрендә РФ Президенты Б. Ельциндың Указына ярашлы, граждандар һуғышы хәлендә булған Чечен Республикаһына Федераль ғәскәрҙәр индерелә. Календарҙағы ошо дата хәҙер Төньяҡ Кавказда контртеррористик операциялар башланған көн булараҡ билдәләнә. Был аяныслы, ҡан ҡойошло ваҡиғаларҙан Әбйәлил егеттәре лә ситтә тороп ҡалманы. Ошо осорҙа әрмегә алыныусыларҙың күбеһе тыныс булмаған төбәктә — Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ил һаҡлайым тигән изге ниәт менән киткән 13 яҡташыбыҙ кире әйләнеп ҡайта алманы. Хасавюрт килешеүҙәре төҙөлгәндән һуң да Кавказда һуғыш шауҡымы тынмай, боевиктар тарафынан йә терракт ҡылынды, йә сик заставаларына, контроль-үткәреү пункттарына һөжүм яһалды, йә тыныс халыҡ аманатлыҡҡа алынды, шуға күрә офицерҙарға ла, ябай һалдаттарға ла уяулыҡ һаҡлап, һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә йөрөү талап ителде.
2002 йылдың 17 ноябре. Райондан дүрт кеше — Илнур Ғүмәров, Артур Задин, Марат Ҡужин һәм Илдар Хажин, егет ҡорона инеп, ил алдындағы изге бурысын үтәргә юллана. Барлыҡ әсәйҙәр кеүек, уларҙың да ғәзиз кешеләре улдарына хәйерле, аҡ юлдар теләп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына доғалар ҡылып, оҙатып ҡала. Әммә киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәгән, тормошто яратҡан егеттәрҙең икәүһенә — Илдар менән Илнурға иҫән килеш ҡайтырға насип булмай. Тыуған тупһаларынан, туғандары менән хушлашып, сығып китеүҙәренә быйыл 17 йыл тулды инде.
Сиҙәм ауылында йәшәүсе Миңзилә һәм Урал Ғүмәровтарҙың тәүге, көтөп алынған балаһы — бер бөртөк улдары ул Илнур. Бәләкәйҙән эшкә шәп, ата-әсәһенә ярҙамсы, һеңлеләре Илүзә менән Фирүзәгә ныҡлы терәк булып буй еткерә. Сиҙәм мәктәбендә уҡыусы күпселек үҫмерҙәр кеүек, ул да, элекке хәрби Салауат Рәжәпов етәкселегендә шөғөлләнә һәм армияла хеҙмәт итергә хыяллана. Спорт төрҙәренән айырыуса волейболды үҙ итә.
1999 йылда уға повестка килтергәс, ҙур теләк менән армияға юллана. Тик Өфөләге медицина комиссияһы уны «һаулығы буйынса яраҡһыҙ» тип кире ҡайтара. Әммә ныҡыш егеттең хәрби форма кейеү теләген был ғына һүндерә алмай. Магнитогорскиҙа крансы һөнәрен үҙләштергәндән һәм бер аҙ урындағы хужалыҡта эшләп алғандан һуң, 2002 йылдың көҙөндә тағы бер ынтылып ҡарай һәм был юлы әллә принципиаль булмаған табиптар тура киләме, әллә үҙенең теләге шулай көслө буламы — Ҡораллы Көстәр сафына алына Илнур.
«Илнур, Илдар һәм мин баштан уҡ «учебка»ға Владикавказға эләктек, — тип һөйләй уларҙың хеҙмәттәше, Әбйәлил ауылы егете Артур Задин. — Биш ай хәрби әҙерлек үткәс, Илнур — сик буйы заставаһына китте, ә беҙ Илдар менән погранотрядта ҡалдыҡ. Үҙем водитель булып хеҙмәт иттем».
«Тәүге осраҡта «яраҡһыҙ» тип табылыуы уның ҡан әйләнеше насар булыуынан ине, — ти И. Ғүмәровтың әсәһе Миңзилә Мөхәмәйән ҡыҙы. — Шул арҡала улымдың ҡул-аяҡтары өшөп ыҙаланы. Инде армияға эләгеп, Төньяҡ Осетияла, Владикавказда хеҙмәт итәм, тип хат яҙғас, «Ярай әле, Кавказ булғас, ни тиһәң дә йылы яҡ, өшөмәй хеҙмәт итер» тип уйлаған булам».
«Ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө яратты Илнур ағай, — тип хәтерләй һеңлеһе Фирүзә. — Һулаҡай ине, ә хаттарын шул тиклем тигеҙ, ҡупшы итеп яҙып ебәрә торғайны».
Бына Илнурҙың бер хатынан өҙөк: «Мин шул, Аллаға шөкөр, имен-аман хеҙмәт итеп йөрөйөм. Тик грузиндар покой бирмәй. Улар, ҡоралланып, КПП-ға яҡын уҡ киләләр. Беҙҙең заставала тревожный группала 18 кеше, мин дә шулар араһында. Даже сисенмәй йоҡлайбыҙ, сөнки прорыв булһа, беҙ әҙер торорға тейеш. Эргәбеҙҙә беҙҙең отрядтың өс БТР-ы торғас, тынысыраҡ булып ҡалды».
Осетия – Грузия сиге тыныс булмай шул. Чечен Республикаһындағы ваҡиғалар шауҡымы ла сағылыш таба.
«Илнур бейергә лә, йырларға ла яратты, — быныһы ике туған апайы Рәйсә Мәғәфүрованың хәтирәләре. — Әлегеләй күҙ алдымда: яратҡан этен ҡосаҡлап өйҙөң тупһаһына ултырыр ҙа, эй моңло итеп башҡортса йырлар ине. Армияға киткәнендә лә этен арҡаһынан яратып, «Мине көтөрһөң!» тип бойороп киткәйне, Илнурҙың вафатынан һуң күп тә үтмәй, дүрт аяҡлы тоғро дуҫы ла гүр эйәһе булды...»
«Фермала эшләй инем ул мәлдә, — Миңзилә апайҙың бер бөртөк улы тураһында шым ғына һөйләгән хәтирәләрен тыныс ҡына тыңлап булмай. — Бер көн ялым булғас, иртәнсәк телевизор ҡарап ултырам, тапшырыу мәлендә аҫтан «бегущая строка» үтә бит — шунда күреп ҡалдым «Разыскивается военнослужащий из Башкирии Ильнур Гумеров» тип яҙылған. Юҡ, улым үлгән тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. «Уй, әллә армиянан ҡастымы икән?» тип һиҫкәндем. Иртәгәһенә өйөбөҙгә хәрби комиссар килеп әйткәс кенә аңланым, баламдың һәләкәткә тарыуын.
Берәү ҙә балаһын армияға үлер тип оҙатмай, тик аҡ теләктәр юллай. «Малай булғас бара инде, бөтәһе лә хеҙмәт иткәнде, ул да үтәр» тип ышанаһың. Мин насар уйҙарға ирек бирмәнем. Төшөм генә иҫкәртеп, боларып торғас, әхирәтемә эйәреп, кәрт һалдырып маташҡайным. «Улың тиҙҙән ҡайтыр ул, тик бер үҙе түгел, кешеләр эйәртеп килер», — тине бит кәрт һалыусы ҡатын. Ә мин үҙемсә: «Әллә кәләш алып ҡайтмаҡсымы икән был малай?» тип юраған булам...»
Эйе, һөйөп-һөйөлөп, кәләш алып, тормош ҡороп йәшәр мәлендә — 23 йәшендә генә ғүмере ҡыйыла Илнурҙың.
«Улар тарлауыҡ буйлап дозорға сыға, — быларҙы инде Артур һөйләй. — Арҡан менән бер-береһенә 10-шар метрлыҡ арауыҡта бәйләнгән хәрбиҙәр шул рәүешле тау-ташлы биләмәне тикшерә. Тап улар барған тау башынан ҡар ишелмәһе ябырылыуын күрәләр. Илнур был сылбырҙа иң һуңғы — замыкающий булып килә. Һәм ул, ошо шарттарҙа альпинистарҙың яҙылмаған ҡанунына таянып, үҙе иң дөрөҫ тип һанаған ҡарарға килә — иптәштәрен ҡотҡарыр өсөн үҙен эләктергән арҡанды ҡырҡа».
Бер нисә секунд эсендә була 2004 йылдың 10 февралендәге был аяныслы хәл. Ҡот осҡос шәп тиҙлектәге ҡар өйөмө ҡыйыу йөрәкле һалдатты тулыһынса ялмап-күмеп, тарлауыҡ буйлап алып китә.
Тәфтишселәр, ҡотҡарыусылар килеп еткәнен көтөп сыҙамай иптәштәре — уларҙың ғүмерен аяйым тип йән биргән яугирҙе эҙләргә үҙҙәре сыға. Ваҡиға урынынан 100 метрҙан ашыу аҫтараҡ табып алалар ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған яҡташыбыҙҙы.
«Аланиянан Мәскәү аша килтерҙеләр, юлда 12 көн булды Илнурыбыҙ, — тормошондағы иң ауыр минуттарҙы, айҙай һуҙылған аҙнаны хәтерләй Ғүмәровтар. — Хәрби форма кейҙереп һалғандар ине, тик беҙ улыбыҙҙы үҙебеҙсә, мосолманса ерләргә ҡарар иттек».
Рәсәй Президенты Указы менән, хеҙмәттәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен биргән И. Ғүмәровтың ата-әсәһенә улдары үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены тапшырыла. «Ысын ил һаҡсыһы, ышаныслы иптәш үҫтереүегеҙ өсөн рәхмәт», — ти мәртәбәле награданы алып килгән Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы идаралығы начальнигы урынбаҫары, полковник Александр Костюченко.
2004 йылдың һалҡын февралендә батырҙарса һәләк булған И. Ғүмәровты офицерҙар, башҡа хәрбиҙәр менән оҙатып, ерләшергә иптәше Илдар Хажин да ҡайта. Әммә уның ғүмеркәйе лә, атылған йондоҙҙай, ваҡытһыҙ һәм фажиғәле өҙөлә...
Хәлил ауылынан Һәҙиә һәм Иршат Хажиндар өс улға ғүмер бирә. Илдар — ғаиләлә кинйә малай. Ҡыҙҙары булмағанға күрә, төпсөк малай ҡайһы бер ҡыҙҙарҙан да былайыраҡ әсәһенең төп ярҙамсыһы булып, йорт эштәрен һүҙ тейгеһеҙ итеп башҡара. Көноҙоно мәктәп эшенән бушамаған Һәҙиә апай ҡайтыуға Илдары малын да ҡарап, йортто ла йыйыштырып, ашарға ла бешереп ҡуя. Ҡайһы берҙә әсәһен, ағаларын «Мин йүнәтәм, һеҙ туҙҙыраһығыҙ» тип шелтәләп ала.
1995 йылда аталары йәшләй генә вафат булғас, Илдар әсәһен ныҡ ҡурсалай, бер мәшәҡәт тә тейҙермәҫкә тырыша. Ҡәҙерле кешеһе борсолмаһын тип, уҡыуында ла һынатмай, кластан тыш эштәрҙә ихлас ҡатнаша, ағас һырлау түңәрәгенә йөрөй, волейбол, футбол кеүек спорт төрҙәренән тыш, милли көрәш секцияһында шөғөлләнеп, үҙен физик яҡтан нығыта, ярыштарҙа ҡатнаша. Мәктәптәге пьесаларҙа төп ролдәрҙе үҙенсәлекле генә итеп башҡара.
Өлкән ағалары Илфат менән Әлфир кеүек, ул да әрмегә барыуҙы изге бурысы тип һанай. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһындағы лицейҙа иретеп йәбештереүсегә уҡып сыға.
«Армиянан йөрөп ҡайтһам, яңынан, матур, иркен итеп өй һалырбыҙ, тирә-яғына баҡса тултырып сәскә ултыртырбыҙ, — тип хыялланып һөйләй ул әсәһенә. «Тик мин булмағанда һин ҡалайтып ҡына донъя көтөрһөң икән», — тип борсолоп та ала.
Туғандары, ауылдаштары изге теләктәрен әйтеп, әрмегә оҙатып ҡала буй еткергән Хәлил егетен. Десантсы булып, хеҙмәт юлын «ҡыҙыу нөктә»лә — Абхазияла үткән уртансы улы Әлфир өсөн көнө-төнө борсолоп, йөрәге өҙгөләнгән әсә, кинйәһенең тыныс ҡына урынға эләгеүен ысын күңелдән теләй. Ә Илдары: «Ҡайғырма, әсәй, ағайым «ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт иткәс, атайым да булмағас, мине ундай урынға ебәрмәйҙәр ул», — тип йыуата.
Әммә яҙмыш Һәҙиә Фәтхитдин ҡыҙына тағы шул һынауҙы ҡуя — Илдар локаль конфликт барған урынға, сик буйына, Владикавказға эләгә. Ут йотоп йәшәһә лә, әсәй кеше яман уйҙарға урын ҡалдырмай, бирешмәҫ, ныҡ бит ул, хеҙмәтен теүәл генә тултырып ҡайтһын инде, ти.
«Илнур шаян, шуҡ һәм сос егет ине, ул һәр нәмәнән мәрәкә табып, беҙҙе көлдөрөргә тырышты, ә Илдар, киреһенсә, етди, сабыр, төптән уйлап эшләргә өйрәнгән булыуы хәтерҙә ҡалған», — тағы хеҙмәттәштәре Артур Задиндың хәтирәләрен байҡайбыҙ.
Шундай төплө фекерле, үҙ-үҙенә талапсан булғанға ла, Илдарға хәүефле, яуаплы йөкләмәләрҙе ышанып тапшыралар сик буйында.
Тыуған өйөнә хаттары йыш килә, «Ярай әле, армияға барғанмын, аҡыл ултырҙы», — тип шаяртып та яҙа ул. Балаҡайының нимәләр генә күреп аҡылға ултырыуын ҡайҙан белһен инде әсә.
Хеҙмәт итеү осоронда тыуған яғына ике тапҡыр ҡайтып әйләнә И. Хажин. Ике осраҡта ла һәләк булған иптәштәрен, һуңғы килеүендә — Илнурҙы — оҙатып килә.
«Шул килгәнендә тәҙрәнән ҡараһам, ҡапҡа эсенә ингән дә, эй ихлас йылмайып тора улым, — тип хәтер ебен һүтә әсәһе. — Бына шулай, йөҙөндә йылмайыу балҡыған, алсаҡ килеш кенә иҫемдә һаҡлана».
Өсөнсөгә сик буйына юлланыр алдынан, күреп туймаҫтай булып, ауылын, тәпәй баҫҡан урамын күҙҙәрен тултырып, оҙаҡ итеп байҡап тора ул. Һәҙиә апайҙың да күңеле тула, әллә кире ебәрмәйем микән, был яҡта ҡалдырырға юллап ҡарайым тип ниәтләнә. Ләкин Илдар тағы ҡаршы килә: «Юҡ, әсәй, биш ай ғына ҡалды бит, хеҙмәт итеп бөтәйем», — ти. Һәләк булғандарҙы оҙатыусы командирҙары ла И. Хажинға, ҡайтҡас, бер нәмә лә һөйләп йөрөмә, әсәйҙәрегеҙ ут эсенә ебәрмәҫкә шау-шыу ҡуптармаһын, тип юл буйына киҫәтеп килә.
Туғандары уйланмаһын өсөн, хәрбиҙәргә хас булғанса, күп нәмәне йәшерә һалдат. «Һәйбәт килеп еттем», тип яҙа, әммә уларҙы килеү менән Ингушетияға ебәрәләр. Быны аҙаҡтан, хеҙмәттәштәре аша ишетә Хажиндар.
Биш ай ваҡыт яйлап уҙа бара, ҡайтыуына ике ай ҡалғас, Һәҙиә апай юлына тип аҡса ебәрә. Инде күп ҡалманы тип, нигеҙ һаҡлаясаҡ кинйә малайҙы ҡаршы алыуға әҙерләнә башлайҙар. Август айы була, Һәҙиә Фәтхитдин ҡыҙы яңы уҡыу йылын көтөп, уны-быны ла уйламай, күтәренке кәйефтә йөрөй. Сөнки улының яҙған хаттарына, һүҙҙәренә ныҡ ышана, икеләнеүҙәргә юл ҡуймай.
Шундай ҡанатланып йөрөгән әсәгә ҡот осҡос телеграмманы алып барып бирергә кемдең ҡыйыулығы етһен?!
«Ауылдаштар бер нисә көн алдан белгән булғандар, бер-береһенә шыбырлашып, «Һәҙиә апайға нисек кенә әйтәйек» тип ҡайғырышҡандар. Ә мин, улым тиҙҙән ҡайта тип, өмөтләнеп ултырам, — күҙ йәштәренә ирек ҡуя әсә. — Иртәнсәк ниңәлер бер-бер артлы ауылдаштар инеп сыға башланы, аптырайым, шунан ул ваҡыттағы хакимиәт башлығы Әхмәҙи Килдейәров ишекте шаҡып, соланға ғына саҡырып сығарҙы ла: «Илдар...» тигәс төшөндөм ниндәй ауыр хәбәр килеп еткәнлеген Төньяҡ Осетиянан. Бер кемгә лә кәрәкмәгән, мәғәнәһеҙ һуғышҡа ебәреп, күҙ терәп торған баламды тартып алдылар... Ил алдындағы бурысымды үтәйем, ир булып ҡайтайым тип киткән яп-ябай һалдат ине ул».
«Водитель булып йөрөйөм, кискә генә отрядҡа ҡайтып индем, — быларҙы Артур һөйләй. — Контроль пунктында торған офицер миңә: «Бөгөн һинең яҡташың һәләк булды, буғай» ти. Мин эстән: «Илдар ғына булмаһа ярар ине» тип уйлайым. 2004 йылдың 21 авгусы ине. Илдар, бер төркөм хеҙмәттәштәр менән аэродромда патрулгә сыға. Биләмәне һаҡлап йөрөгән мәлдә уны снайпер пуляһы эләктерә...»
Йорт һалыу, әсәһенә ел-ямғыр тейҙермәй ҡурсалап йәшәү тураһында яҡты хыялдары ғына ҡалды егеттең. Атаһы эргәһенә алып ҡайтып ерләнеләр уны. «Ғәфү итегеҙ инде, улығыҙҙы һаҡлай алманым», — тип күҙ йәштәре аша Һәҙиә апайға һүҙ ҡушҡан офицер ҙа күп тә үтмәй вафат була. Аяуһыҙ, аңлайышһыҙ хәрби бәрелештәрҙең әсе нәтижәһе был ваҡиғалар.