Тарих
6 Декабрь 2019, 08:32

Яҡты эҙе, яҡшы эше ҡалды...

Әүҙем йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Ғилман улы Ғилмановтың тыуыуына 100 йыл тула.

Әүҙем йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Ғилман улы Ғилмановтың тыуыуына 100 йыл тула.

Миңә Ғүмәр апа Ғилманов менән яҡындан аралашыу ғына түгел, уның башлаған эшен дауам итеү бәхете лә тейҙе. Белемле, аҡыллы, ипле, кешелекле булыуы күңелемә уйылып ҡалған. Ауыл, район тарихын, атамаларҙы, яҡташтары, ауылдаштарына ҡағылышлы хәл-ваҡиғаларҙы яҡшы белеүе таң ҡалдыра ине. Бөтә тормошон йәш быуынды тәрбиәләүгә, 45 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Ғ. Ғилманов 1919 йылдың 6 декабрендә Күсем ауылында донъяға килгән. Үҙе яҙғанса, «1418 ауыр һуғыш көндәренең һәм төндәренең тәүге 932-һен тәрән тылда, һуңғы 486-һын Совет Армияһы сафтарында һәм фронтта» үткәргән. Өсөнсө Белоруссия фронтында һуғыша, батальон парторгы вазифаһын башҡара. Ауыр яралар алып, тыуған яғына II төркөм инвалиды булып ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмаған, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лә күп көс һалған. Үҙе лә тыуған ауылының, Башҡортостанының патриоты булды. Район, республика газеталарында ла мәҡәләләре даими баҫылып торҙо. Үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, итәғәтле булыуы һоҡландыра ине һәр ваҡыт. Ғүмәр апа иҫән ваҡытта ауылыбыҙҙа шундай матур йола һаҡланып килде. Әрмегә барыусы егеттәр мотлаҡ рәүештә Ғүмәр апаға инеп, уның фатихаһын алып, хушлашыр ине. Хеҙмәттән ҡайтҡас, инеп хәл белешеп, күрешеп сығалар. Был да үҙенсә тәрбиәүи сараға әүерелгәйне.

Уның баһалап бөткөһөҙ эштәренең береһе — легендар шәхес, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың музейына нигеҙ һалыуы. Бөртөкләп экспонаттар йыйҙы, төрлө архивтарҙан мәғлүмәттәр тапты. Билдәле яҡташыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереүе буйынса башҡарған эше онотолорға тейеш түгел. Музей эшләп тора, уҡыусылар, ҡунаҡтар билдәле яҡташыбыҙҙың тормошо, яу юлы менән ҡыҙыҡһына, ҡарай.

Һуғыш һәм педагогик хеҙмәт ветераны, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғүмәр Ғилмановтың исеме лә онотолмаһын ине. Уның тарихсы булараҡ эшләп ҡалдырған тағы бер хеҙмәте бар. Архив документтарына таянып, оҙаҡ йылдар материал туплап Күсем ауылы шәжәрәһен тергеҙгән ул.

Беҙ уны һәр ваҡыт яҡын күреп, хөрмәт итеп «Ғүмәр апа» тип йөрөттөк. Күрше генә йәшәүе лә, тормош иптәшем Исмәғил Билаловтың яҡын ғына туғаны булыуы ла быға сәбәп булғандыр. Ярҙамына, кәңәшенә мохтаж ваҡыттар ҙа булды. Һәр саҡ йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыр, арҡанан һөйөп оҙатып ҡалыр ине. Тормош юлдашы Фатима инәй менән 6 балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп, тормош юлына баҫтырҙылар. Ейән-ейәнсәрҙәрен күреп ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булды Ғүмәр апа менән Фатима инәйгә. 2007 йылдың 5 декабрендә 88 йәшенә бер көн ҡалғас арабыҙҙан китте ул. Ауылдашыбыҙ, яҡшы кеше Ғүмәр Ғилмановтың вафатына 12 йыл ваҡыт үткән, шулай ҙа уның тураһында онотмайбыҙ. Тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә алабыҙ.

Фәнилә БИЛАЛОВА.

Күсем ауылы.

Читайте нас