Ил етәксеһе тарихты боҙорға маташыусыларға ҡаршы ҡәтғи яуап бирәсәкбеҙ һәм дөрөҫлөк ялғанды еңәсәк, тине.
Владимир Путин “Еңеү” ойоштороу комитеты ултырышында сығыш яһап, Хәтер һәм Дан йылын уҙғарыуға әҙерлек барышы менән танышты һәм Бөйөк Ватан һуғышының тарихы буйынса ялғанлауҙарға юл ҡуйылмаясағын белдерҙе.
Киләһе йыл Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йылды билдәләп, 2020 йыл Хәтер һәм Дан йылы булараҡ үтәсәк. “Был иҫтәлекле йылға формаль ҡараш булмаһын, ул тере хәтирәләр менән тулһын, һуғыш геройҙары һәм ҡаһармандары һәр ауылда һәм ҡалала бар. Уларға иң төп иғтибарҙы йүнәлтергә, һәр мөрәжәғәтен ишетергә, өҫтөн ҡуйырға кәрәк”, — тине Президент.
1941 – 1945 йылдарҙағы һуғыш осоро тураһында хәтер дөрөҫлөгөн һаҡлауға ла етди иғтибар биреләсәк. Архив документтары һанлы вариантта һаҡланырға һәм халыҡ өсөн асыҡ булырға тейеш, хәрби мемориалдарҙың барыһын да төҙөкләндереү мөһим. Йәш быуын Ватан ҡаһармандарын белергә, уларҙың батырлығы нигеҙле булыуына ышанырға һәм тарихты һаҡларға тейеш.
Төрлө кимәлдәге нацистар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын үҙҙәренсә үҙгәртеп, ялған мәғлүмәттәр менән еңергә, СССР-ҙы Европа илдәренә һөжүм итеүҙә ғәйепләргә маташа. “Беҙҙең яуап — дөрөҫлөк, сөнки дөрөҫ һүҙгә ҡаршы әйтеүсе булмаясаҡ”, — тине Владимир Владимирович.
Илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡ хәтерҙе һаҡлай белеүҙән башлана, тип аныҡ белдерҙе ул. В. Путин әйтеүенсә, тарихтың “уңайһыҙ” биттәре юҡ, шуға уны нисектер матурларға, кемделер аҡларға тырышыу урынһыҙ. “Ил һағына баҫҡан, Ватан өсөн башын һалған һәр һалдат, һәр офицер, һәр моряк — һәр ветеран мөһим, беҙ улар алдында баш эйәбеҙ, онотмайбыҙ. Тыуған илгә һөйөү — изге төшөнсә, уға ситтән берәү ҙә тап төшөрә алмаясаҡ. Ошо һөйөү хисе беҙҙе алға этәрә, эшләргә көс бирә, һынауҙарҙы лайыҡлы үткәрергә ярҙам итә һәм дошманды баш эйергә мәжбүр итә”, — тине ул.