Ленинградты блокаданан азат итеү көнөнә арналған тантанала РФ Президенты Владимир Путин Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан сығарылған тәүге юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Президент был сарала ҡатнашып, блокада мәлендә йәшләй вафат булған туғаны ерләнгән туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Ветерандарҙы миҙалдар менән бүләкләп, әңгәмәләште, илдә барған яңылыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең юбилейы айҡанлы ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында һөйләне.
Быйыл һуғышта ҡатнашыусылар һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр 75 мең һум, тыл ветерандары һәм концлагерь тотҡондары 50 мең һум дәүләт ярҙамы аласаҡ, тине ул.
“Ветеранға ярҙам” тигән проект та эшләй башланы. Уның сиктәрендә волонтерҙар һуғыш яугирҙәренә йорттарына аҙыҡ-түлек алып барып бирәсәк, социаль хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә ярҙам итәсәк. Был проектты Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тормошҡа ашыра.