+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
7 Февраль 2020, 11:32

Ҡәҙерлеләрем — һуғыш һәм тыл ветерандары

Барлыҡ донъяның аҫтын-өҫкә әйләндергән 20-се быуат афәтенең һәр көнө һәм һәр төнө ил тормошонда, һәр ғаиләлә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.

Барлыҡ донъяның аҫтын-өҫкә әйләндергән 20-се быуат афәтенең һәр көнө һәм һәр төнө ил тормошонда, һәр ғаиләлә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Минең атайым Ирғәле Шафиҡ улы Ильясов та Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса немец илбаҫарҙарына ҡаршы алыша.

Атайым 1936 – 1939 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһын тамамлай һәм Ҡушый, Ишҡол, Билал ете йыллыҡ мәктәптәрендә уҡыта. 1940 йылдың июнендә Совет Армияһы сафына саҡыралар уны. Хәрби хеҙмәттә булған осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы башлана, шуға кемдәрҙең урта белеме бар, хәрби училищеларға уҡырға ебәрәләр. Атайым Баку ҡалаһына, зенит артиллерия хәрби училищеһына йүнәлтмә буйынса эләгә һәм өс йыллыҡ уҡыу курсын 9 айҙа үтеп, 1942 йылдың мартында лейтенант званиеһында, Воронеж ҡалаһы янында пехота полкы составында фронтҡа инә.

350 меңдән ашыу совет һалдаты 50 – 60 километр киңлектә фронт булдырып, фашистарҙы тар-мар итеп, алға бара. Көслө ҡаршылыҡҡа осраған немецтар беҙҙең полктарҙы урап үтеп, көнсығышҡа ынтыла. Позицияла торған ике полк, сигенергә бойороҡ булмағас, ҡамауҙа ҡала. Улар фашистарға ҡаршы өс көн, өс төн дауамында оборона тота. Сигенергә тигән бойороҡ килгәс кенә, дүртенсе көндә дошман ҡуласаһын йырып сыға улар. Ҡуйы имән урманында күп совет яугирҙәре һәләк булды, тип һөйләр ине атайым.

Артабан ул иң аяуһыҙ һәм ҡанлы алыштарҙың береһе булған Сталинград һуғышына эләгә, был ҡала өсөн барған яуҙа 333 мең кешенән торған фашист ғәскәрен ҡамап, һалдат һәм офицерҙарҙы әсирлеккә алыу операцияһында ҡатнаша. Тиңе булмаған ошо алышта тәжрибә туплаған атайым II Украина фронты составында еңеүле яуҙар менән Волганан Днепрға тиклем, һуңынан Дон йылғаһын кисеп, Новый Оскол, Старый Оскол, Белгород һәм Харьков, Кировоград, Кривой Рог, Кишинев, Донецк, Чернигов, Одесса, Орлов ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Курск дуғаһында, Днепрҙы форси-ровкалауҙа алышып, Карпат тауҙарын артылып, Румыния, Венгрия, Австрия, Чехословакия аша Берлинға табан атлай.

1943 йылдың 4 декабрендәге указ менән һуғышта ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән атайым II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

Ә 1945 йылдың ғинуарында ул Ҡыҙыл йондоҙ орденына тәҡдим ителә. «Ильясова Иргали Шафиковича, командира огневого взвода 4-ой батареи 1181 зенитного артиллерийского полка Краснознаменной дивизии, представить к ордену Красная Звезда. И. Ильясов в боях за Будапешт проявил мастерство и мужество. 6 января 1945 года он в районе Зугло выкатил свой взвод на прямую наводку и уничтожил три огневых точки и до 20 солдат противника. 8 января 1945 года под сильным минометным обстрелом противника открыл интенсивный огонь по транспортному самолету противника Ю-52 и мастерски сбил его...

Достоин награждения орденом Красная Звезда.

Командир 1181 Зенитного Артиллерийского полка, Герой Советского Союза, майор Г. Дерновский.» тигән һүҙҙәр яҙылған бойороҡ ҡағыҙын беҙ ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.

Әйткәндәй, батыр йөрәкле майор Григорий Дерновский етәкселегендәге артиллерия полкында алышыусы атайым Ирғәле Ильясов бөтәһе алты немец самолетын бәреп төшөрөүгә өлгәшә. Ошо полк составында Днепр йылғаһын форсировкалауҙала ҡатнаша ул. Был операция өсөн I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

«Иргали Шафикович Ильясов проявив личное мужество первым в боепорядках пехоты дошел до Днепра и успешно переправился под огнем противника. Умело вел огонь по фашистским пикировщикам. 3 октября 1943 года на правом берегу Днепра при яростной бомбежке и артобстреле сбил главный пикировщик противника типа Ю-87. Лейтенант Ильясов имеет на своем боевом счету шесть уничтоженных самолетов противника», — тиелгән бүләкләү ҡағыҙында.

Совет ғәскәрҙәре сафында еңеү яулаған атайыбыҙ 1945 йылдың 9 майында «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғыш тамамланғас та, атайым тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай әле, хәрби хеҙмәтен Николаев ҡалаһында тағы бер йыл дауам итеп, 1946 йылдың көҙөндә генә тыуған ауылына аяҡ баҫа. Үҙе армияға киткәс тыуған улы Салауат алты йәшлек булып ҡаршылай күрмәгән атаһын. Башта малай ятһынып, өләсәһенең артына йәшенә биреберәк тора.

Совет армияһы сафында һәм һуғышта алты йылдан ашыу була атайым. Тыныс тормошта инде бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Әхмәт мәктәбендә директор була, 1947 йылда Тал Ҡусҡары мәктәбен етәкләй. 1952 йылдан Ярлыҡап 7 йыллыҡ, һуңынан Тал Ҡусҡары 8 йыллыҡ мәктәбендә намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ул сәләмәт тормош алып барҙы, Ярлыҡап ауылы халҡына өлгө булып йәшәне. Ипле һүҙле, тыныс холоҡло, һәр эште теүәл, урын-еренә еткереп башҡарыуы тураһында ауылдаштары әле лә хәтерләй. Бер ваҡытта ла балаларына, әсәйебеҙгә тауыш күтәрмәне, ауыр һүҙ әйтмәне. Бер-береһен аңлап ҡына, татыу донъя көттөләр. Атайым вафат булғас, әсәйем: «Атайығыҙ әүлиә булған икән» тип иҫкә ала торғайны. Булмышы менән эшһөйәр кеше балаларын да эшсән итеп тәрбиәләне, бар белгәненә өйрәтте. Унан гел изгелек, тыныслыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс нуры бөркөлөп торғандай ине.

Әсәйем, Шәмсинур Бәһәмән ҡыҙы Ильясова — тыл ветераны. Уның бала сағы ауыр, аслы-туҡлы Граждандар һуғышы осорона тура килә. Өс йәштә генә әсәһенән, 12 йәштә атаһынан да үкһеҙ етем тороп ҡала ул. Шакирйән ағаһының уҫал ҡатыны ҡулында ваҡыты менән ҡыйырһытылып та үҫә. Еңгәһе хатта бер мәл әсәйемде яланаяҡ көйө ҡышҡыһын тышҡа сығарып ебәрә. Шунда ул үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, ныҡ ауырый. Дауаханала оҙаҡ ятыуы арҡаһында дүртенсе класты тамамлай алмай.

Сабырлығы, тырышлығы, етеҙлеге уға тиҙ арала ҡул араһына инеп, эшкинеп китергә мөмкинлек бирә. Агаповкала иген урыуҙа эшләй, 1937 йылда Магнитогорск металлургия комбинатында көс түгә.

Атайыма тормошҡа сығып, ул армияға алынғас, ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәй. Һуғыш осоронда бер йәшлек улы Салауатты ҡәйнәһенә ҡалдырып, ат урынына егелеп ер һөрөү, иген сәсеү, баҫыу утау, урып-йыйыу, көлтә бәйләү, ырҙын табағында иген таҙартыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эштәрҙә була ул. Ҡышҡы осорҙа колхоз йылҡыһын көткән мәле лә була әсәйемдең. Аттарҙы яҡшы ҡарағаны өсөн уға 1943 йылда «стахановсы» исеме бирелә һәм премия менән бүләкләнә (ап-аҡ блузка һәм бер әсмүха сәй). Ул блузкаһын Ҡағы яғынан картуф орлоғона алмаштырып алалар, шуны яҙғыһын сәсеп, картуф уңышы йыялар. Бөтә ил күргәнде үҙ иңендә кисергән әсәйем колхозға бесән саба, кәбән ҡоя, ирҙәр эшен йылдам башҡара. «Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Һуғыштан һуң да колхозда эшләүен дауам итә. 20 йылға яҡын ҡәйнәһе менән татыу йәшәне ул, үҙе оло инәйҙәргә гел ярҙам итте: һыуын алып килеп бирә, йә керҙәрен йыуа, йә берәй тәмлекәс бешереп, сәй эсерә — быларҙы ул ихлас, күңел ҡушыуы буйынса башҡарҙы.

Ата-әсәйем һигеҙ балаға — дүрт ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бирҙе, һәр беребеҙҙе яҡшы тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙы. Өсөбөҙ, атай юлын һайлап, уҡытыусылыҡҡа уҡыныҡ.

Атайымдың баҡыйлыҡҡа күсеүенә инде 34, әсәйемдең вафатына һигеҙ йыл була. Беҙ үҙебеҙ хәҙер пенсия йәшендә. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙе мәңге онотмайбыҙ, йыл да рухтарына аят бағышлап, ҡәберҙәрен тәрбиәләп торабыҙ. Шундай иманлы, тәрбиәле, аҡыллы атай-әсәй ҡулында үҫкәнем өсөн Хоҙайға мең рәхмәтлемен. Улар күргән нужаларҙы балалар күрмәһен, донъялар имен булһын, һуғыш сыҡмаһын.

Сания МУСИНА.

Асҡар ауылы.
Читайте нас: