+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
14 Февраль 2020, 12:41

Рухы һынмаҫ сәсәнде данлап

Республиканың Мәғариф министрлығы быйыл Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап, уҡыусылар араһында театраль-фольклор төркөмдәрҙең «Башҡортостан ынйылары» конкурс-фестивален иғлан иткәйне.

Республиканың Мәғариф министрлығы быйыл Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап, уҡыусылар араһында театраль-фольклор төркөмдәрҙең «Башҡортостан ынйылары» конкурс-фестивален иғлан иткәйне. Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, педагогикаһына, йолаларына, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, балаларҙа лидерлыҡ һәләттәрен асыуҙы маҡсат иткән конкурсҡа 5 – 11-се кластарҙа уҡыусы балалар йәлеп ителде.

Фестивалдең Йәштәр йортонда үткән район этабында Хәлил, Ишбулды, 1-се Асҡар, Әбделмәмбәт һәм Йәнгел мәктәптәренең фольклор коллективтары ҡатнашты. Был конкурста ышаныслы еңеү яулаған 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһында уҙған төбәк этабында үҙҙәрен һынаны.

— Асҡар балалар ижад йорто янында эшләп килгән беҙҙең фольклор төркөм «Ҡуңыр буға» исемен йөрөтә, театраль сығышыбыҙ нигеҙенә лә репрессия ҡорбаны булған яҡташыбыҙ, данлыҡлы сәсән, халыҡ ижадын өйрәнеүсе Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың тормош юлын алдыҡ, — тип һөйләй төркөм етәксеһе, 1-се Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова. — «Тамуҡтарҙа һынмаған рух» тип исемләнгән сценарийҙа «Минәй батыр менән Шүлгән батша», «Ҡуңыр буға» эпостары, «Хан ҡыҙы», «Йүгерек батыр» дастандары авторы, «Утыҙ ике ҡыҙ инек» фольклор әҫәрен яҙыусы Мөғәлләм Шәйхаттар улының тормош һәм ижад юлы сағылдырылды.

Сценарий буйынса әҙерләнгән сәхнә әҫәрендә ролдәрҙе уҡыусыларыбыҙ Азалия Фәйезйәнова, Айсилә Ҡужина, Алина Скурлатова, Искәндәр Алламоратов, Ирхан Ласынов, Линара Йәнекәева, Арслан Хәкимов, Искәндәр Илһамов, Илмира Сәйетғәлина, Эльмира Сафиуллина, Сыңғыҙ Билалов, Валерия Кривель бар һәләтен һалып, ихлас башҡарҙы.

Төбәк конкурсы жюриһы тәү сиратта сәхнә композицияһына, материалдың урындағы мөхиткә, ерлеккә таянып әҙерләнеүенә, музыкаль оҙатыуға, костюмдарға иғтибар итте. Сығышыбыҙ башында девиз итеп, Әбйәлил тураһында һөйләнек, яҡташ композитор Зөһрә Фәйзуллинаның «Әбйәлил» йырын башҡарҙыҡ. Икенсе турҙа Мөғәлләм Мирхәйҙәров яҙмышы тураһында сценарий булһа, өсөнсө турҙа 8-се класс уҡыусыһы Ирхан Ласынов ошо темаға фәнни-эҙләнеү эшен тапшырҙы. Һәм һуңғы турҙа һәр команданың лидеры асыҡланды: бында ла Ирхан сәхнәгә сығып, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләне һәм үҙенең сығышына бөтә залды йәлеп итеп флешмоб уҙғарҙы.

Һөҙөмтәлә, 1-се Асҡар урта мәктәбенең фольклор төркөмө Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан килгән тиҫтерҙәре араһында лайыҡлы сығыш күрһәтеп, төбәк ярышында өсөнсө урынға, ә И. Ласыновтың эҙләнеү-тикшеренеү эше — беренсе урынға лайыҡ була. З. Р. Ғәлләмова етәкселегендәге төркөм маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.

— Сығышыбыҙҙы әҙерләү, костюмдар менән тәьмин итеү мәшәҡәттәрен, юл сығымдарын 1-се Асҡар урта мәктәбе директоры Миләүшә Ямалова, балалар ижад йорто директоры Мәрйәм Өмөтҡужина үҙ иңдәренә алды, сценарий эсендәге бейеүҙәрҙе Ләлә Йәнекәева һалды. Шулай уҡ беҙҙе Баймаҡҡа имен-һау йөрөтөп алып ҡайтҡан водитель Рамаҙан Сафиуллинға рәхмәтлебеҙ, — ти Зиниә Раил ҡыҙы.

Р. МӘСӘЛИМОВА.


Читайте нас: