-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
18 Февраль 2020, 11:48

Ҡаһарманлыҡ дәресе

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил ауылындағы филиалында яугир-интернационалистар һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ дәресе үтте.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил ауылындағы филиалында яугир-интернационалистар һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығында илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ дәресе үтте.

— Колледжда бөгөн бөтәһе 278 студент булһа, шуларҙың 190-ы — үҫмерҙәр. Улар иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, автомеханик һәм тракторсы-машинист һөнәрҙәрен үҙләштерә. 9 – 10-сы кластарҙа уҡыусыларға белем һәм һөнәр биреүҙән тыш, илһөйәрлек тәрбиәһенә етди иғтибар бирелә, сөнки диплом алғандан һуң күптәре уҡыуын артабан дауам итмәй, тура Ҡораллы Көстәр сафына юллана, — ти колледж директоры Салауат Зәйнуллин. — Шуға күрә беҙҙә уҡыған егеттәргә сафта йөрөү, ҡорал менән эш итеү тәртибен, хәрби командаларҙы белеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә улар сафта тигеҙ атларға, противогаз кейергә, тиҙ ярҙам күрһәтергә, автоматты һүтеп-йыйырға, унан атырға өйрәнә. Аҙнаһына ике тапҡыр ҡул һуғышы буйынса күнекмәләр үткәрелә. Йыл һайын 40-ҡа яҡын үҫмер хәрби-ялан сборҙарында ҡатнаша, ә 9 майҙа Еңеү парадына 21 кешенән торған «коробка» ҡуябыҙ. Үҙәк майҙан буйлап запастағы хәрбиҙәр менән бер тиң үтеү өсөн үҫмерҙәр ике ай алдан әҙерлекте башлай. Парад формаһы, кокарда һәм аксельбанттар алғанбыҙ. Атыу һәм сафта йөрөү күнекмәләрен алыштырғыһыҙ хәрби етәксе Камил Шәрәфетдинов, саңғыла йөрөүҙе Илдар Әбделғазин үткәрә.

«Февраль айырыуса патриотик сараларға бай, — ти тәрбиә эше өсөн яуаплы Гөлназ Әхмәтйәнова. — Бөгөнгө ветерандар менән осрашыуҙан тыш, Сталинград һуғышы тураһында асыҡ дәрес, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған стенгазеталар, һүрәттәр һәм иншалар конкурсы, баскетбол, саңғы һәм күп алыш (многоборье) буйынса спартакиада, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу һәм пневматик мылтыҡтан атыу буйынса ярыш, «Йәгеҙ әле, егеттәр!» бәйгеһе, «Зарница» хәрби-спорт уйыны, хәрби темаға йырҙар смотры һәм башҡалар була».

Э. М. Хажина ойошторған ҡаһарманлыҡ дәресенә Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе Афғанстан һәм Чечен һуғышы ветерандары Рәйес Еремеев, Борис Чайкин, Азат Хажин, Илгиз Ялмырҙин, Радмир Ғиләжев, Айҙар Мәғәфүров һәм Вадим Хәйҙәров саҡырылғайны.

Афған яуы һәм Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәр тураһында видеофильмдар ҡарап, ҡыҫҡаса мәғлүмәт алғандан һуң, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде.

Һәр береһе утты-һыуҙы кискән яугирҙәр улар. Бөгөн тыныс тормошта үҙ эшен табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп һәүетемсә йәшәп ятһалар ҙа, ҡасандыр күргән мәхшәр, утлы яу уларҙың күңелдәрен ҡуҙ кеүек өтә. Һәр кемдең тертләп уятыр, йөрәкте тулатыр, күҙгә йәш тултырыр әсе хәтирәһе бар. Уҙамандар был хаҡта иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға яратмаһа ла, түштәрен биҙәгән наградалары, миҙалдары уларҙың Ватанының тоғро улдары икәнлеге хаҡында һөйләй. Яугир-интернационалист Борис Чайкин, мәҫәлән, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары Илгиз Ялмырҙин — Батырлыҡ ордены, Радмир Ғиләжев Суворов миҙалы менән билдәләнгән. Бындай юғары дәүләт наградалары хәрби хеҙмәт осоронда батырлыҡ күрһәткән, хәрби операция мәлендә үҙен аямай алышҡан йә иптәштәрен ҡотҡарған һалдаттарға оло хөрмәт менән бирелә.

Азат ағай Хажин «учебка»ла миналар эҙләүсе эттәр менән шөғөлләнәсәк сапер һөнәрен үҙләштерә һәм сержант зва-ниеһында тәүҙә Тажиҡстанға, шунан Афғанстандың Кабул ҡалаһына ебәрелә. Миналар эҙләүсе саперҙар взводына етәкселек итә. Ҡырыҫ тәбиғәтле Афған тауҙарында алтмыштан ашыу хәрби операцияла ҡатнаша ул. «Афғанстанда иң аптыратҡаны — халыҡтың ярлылығы, әҙәм сыҙамаҫлыҡ шарттарҙа йәшәүе, — тип хәтерләне ул. — Шул уҡ мәлдә ҡышлаҡтарҙа төрлө япон электроникаһы туп-тулы, ә тыйылған үләндәр: киндер һәм мәкте баҫыу-баҫыу итеп үҫтерәләр, шул рәүешле аҡса эшләйҙәр. Тирә-яҡ миналар менән тулы, душмандар хатта мәктәптәргә, балалар уйынсыҡтарына, юл ситендә йөрөгән ишәктәргә хәтлем шартлатҡыс ҡуя ине...»

Рәйес Еремеев Афғанға ингәндә 19 йәше лә тулмаған егет була, сик һағында снайпер булып хеҙмәт итә. Борис Чайкин да 18 йәшендә генә «ҡыҙыу нөктә»гә эләгә. 14 ай ут эсендә йөрөү эҙһеҙ үтмәй: контузия ла ала, снаряд ярсығы эләгеп тә яралана яҡташыбыҙ.

Ростов өлкәһендә «учебка» үткәндән һуң, механик-водитель сифатында Нальчик ҡалаһына килеп эләккән Илгиз Ялмырҙин күп тә үтмәй Чечен Республикаһына хәрби заданиеға ебәрелә. Взвод командиры булып, террорсыларға ҡаршы ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнаша. Грозный ҡалаһынан алыҫ булмаған урында боевиктар засадаһына эләгә улар. Аяуһыҙ алышта 68 егеттең ун икеһе генә тере ҡала... Ҡаты яраланған, контузияланған 12 яугирҙе, бәхеткә күрә, ваҡытында килеп еткән иптәштәре ҡотҡара.

Владивостоктағы диңгеҙ пехотаһы ғәскәрҙәрендә, десант-штурм бригадаһы сафында хеҙмәт иткән Радмир Ғиләжев, ҡайтыуға әҙ генә ваҡыт ҡалғас, командование бойороғо буйынса Дағстанға ебәрелә. Бында улар мөһим стратегик объекттарҙы һаҡларға тейеш була. Әммә бер аҙҙан Чечня сигендә торған взводты юҡ итеүҙәре сәбәпле, уларҙы сик буйына ҡуялар. Шунан инде Грозныйға индерәләр. Һуғыш хәлендәге ҡалала тәртип урынлаштырыу операцияларында ҡатнашып, нығынған егеттәр артабан тауҙар араһында урынлашҡан диңгеҙ пехотаһы часына оҙатыла...

Вадим Хәйҙәров был төбәккә 2000 йылда мотоуҡсылар сафында килә. Айҙар Мәғәфүров Новочеркасск ҡалаһында хәрби әҙерлек үткәс, Чечняға эләгә. Уларҙың барыһына ла дары еҫен татырға, ҡот осҡос шарттарҙа хеҙмәт итергә тура килә. Һынып төшмәй, бирешмәй Әбйәлил егеттәре, ниндәй хәлдәргә осраһа ла кешелек сифаттарын юғалтмай, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, ысын ил һаҡсыһы булыуҙарын раҫлай.

Ҡаһарман йөрәкле ағайҙары менән осрашыуҙан курсанттар фәһем, үҙҙәренә кәрәкле һабаҡ алғандыр, етди һығымта яһағандыр тип ышанғы килә. Сөнки илебеҙ ныҡлығы киләсәктә улар ҡулында.

Илһөйәрлек дәресе тамамланғас, һөнәрселек училищеһында уҡып, артабан хәрби хеҙмәтен үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ — Камил Сәйфуллин, Ринат Зәйнуллин, Рушан Ахунйәнов, Артур Әхмәтйәнов, Айҙар Мөхтәруллин иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: