-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
21 Февраль 2020, 11:40

Ут ямғыры

Кемгәлер тыуған яҡтарына ҡайтырға, ҡыйралған хужалыҡтарҙы тергеҙергә, алған яраларынан мандый алмай, аслыҡтан тыуған төйәгендә йән бирергә насип булған.

Биш миллионлап әсир тотҡондарға фашистарҙың иҫ киткес язалауҙарына дусар булырға, «һатлыҡ йән» рәүешендә Себер тарафтарында лагерҙарҙа ыҙа сигергә, һуңғы статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, егерме алты миллионлап кешегә үҙ иленең тупрағында илбаҫарҙарҙы туҡмап, сит-ят ерҙәрҙә башын һалырға, немец командованиеһы сығарған бойороҡҡа оҡшаған ҡот осҡос 227-се Сталин фарманына дусар булырға, Жуков ҡул ҡуйған 270-сеһенә тарып, «хыянатсы» әсир ғаиләһенә тейешле ташламаларҙан мәхрүм булырға... Һанай китһәң, бойороҡ-күрһәтмәләрҙең осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Улар илен һөйгәндәр, халҡын фашизмдың ҡоллоғонан ҡотҡарғандар. Кемгәлер тыуған яҡтарына ҡайтырға, ҡыйралған хужалыҡтарҙы тергеҙергә, алған яраларынан мандый алмай, аслыҡтан тыуған төйәгендә йән бирергә насип булған. Яҙмыш һынауымы...

Шаһыбалов Таяр Әҙеһәм улы үҙ ҡулдары менән 1955 йылдың 10 февралендә автобиографик белешмә яҙып ҡалдырған. Әбйәлил районы Ташбулат ауыл Советы Күсем ауылында 1920 йылдың мартында тыуып, 1936 – 1939 йылдарҙа Сермән педучилищеһын тамамлаған. Егерме йәше лә тулмаған дипломлы йәш егет, 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынғанға тиклем Бикҡол, Аһылай, Абҙаҡ мәктәптәрендә ең һыҙғанып уҡытыу эшен атҡара. Мәктәп тупһаһын тәү башлап аша атлағандарҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә, фән тауҙарына менергә, белем нигеҙҙәрен үҙләштерергә күнектерә, аң-белем даирәһен киңәйтә, эскерһеҙ күңелдәренә яҡшы тәрбиә орлоҡтары сәсергә бар тырышлығын һала. Балаларҙы яратҡан йәш белгес илһамланып эшкә тотона, күп уҡый, методик әҙәбиәт менән даими таныша, алдынғы алымдарҙы һәм ысулдарҙы ижади файҙалана, уңыштар яулай.

Инде хәҙер алтмышты түңкәреп, етмеште ҡыуалаған уҡыусылары уҡытыусының Олатай яланына алып сығыуын, ундағы яңғыҙ тоҡос ҡарағасты, Ҡаҙантапҡан егенән ағып сыҡҡан Аналыҡ йылғаһы башын күрһәтеүен, Ҡансура, Ҡандығая, Ҡушай тауҙарының тарихын бәйән итеүен, әле булһа, иҫкә алалар. Ер-һыуына иғтибарлы мөғәллим экологик өмәләр үткәрә.

Уҡытыусы хеҙмәте Таяр Шаһыбал улына бик оҡшай. Юғары уҡыу йортонда белем алырға хыяллана. Уй-теләктәре тормошҡа ашмай. Ул Алыҫ Балтик диңгеҙе буйы Латвия республикаһында иле алдындағы һалдат бурысын үтәй. 1941 йылда һуғышҡа инә, 1942 йылда ҡаты яраланып госпиталдә дауалана, демобилизацияланып, август айында тыуған йортона ҡайта.

Фронтовик ҡайтҡас, 1943 йылда алты айлыҡ партработниктар әҙерләү курсын бөтөрөп, 1945 йылға тиклем комсомол райкомында, РКВКП(б) аппаратында инструктор, пропагандист булып эшләй. Партия эшселәре һәр тыл хеҙмәтсеһен фронт өсөн удар хеҙмәткә ҡанатландыра, иген, ит, май, йомортҡа, тире һәм башҡа продукция етештереп, фронт ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү — көнүҙәк мәсьәлә. Һәр ихата үлән ризыҡтары менән йән аҫрап, үҙ кеҫәһенән байтаҡ өлөшөн бүлеп, оборона фондына аҡтыҡ аҡсаһын сығара.

Әҙ көстәр менән илде көрсөктән сығарырға кәрәк. Һуғыштан һуң тылдағылар аслыҡ-хәйерселектән мандый алмай. «Большевик», «Салауат батыр», «Кусимов» колхоздарын коммунист уҡытыусы аяҡҡа баҫтырыуға көсөн йәлләмәй. 1953 йылдан башлап колхозсы келәте игенгә тулып, икмәккә туйына, бер һыйыр көтөргә рөхсәт бирелә. 1945 йылда тыл батыры «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана. «Батырлыҡ өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән өсөн» миҙалдарын таҡҡан уҡытыусы район мәктәптәрендә эшләй.

«Илебеҙҙең төньяҡ-көнбайышында Рига ҡултығы һәм Балтик диңгеҙе буйында Латвия тигән ил бар. Электән күрше Германияның немец-крестоносецтары уларҙың ерен баҫып алып торған. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң совет власы урынлаштырыла. Ике йылдан буржуазия ярҙамында капитализм урынлаша. Коммунистар партияһы 1940 йылда Латвияла совет власын урынлаштыра. Әрме хеҙмәтемде шунда башланым. 1941 йылда Германия Латвияға һуғыш башланы. Генерал И. И. Масленников командалығында III Балтика буйы фронты һалдаттарын фашистик Германияның Ленинград йүнәлешендәге төп удар көсөн ҡыйратырға самолеттан ырғыттылар. Фашистар менән беренсе алыш шулай башланды. Ҡоралы менән көслө нацистар беҙгә ябырылды. Урман араһына ҡыҫырыҡланылар. Фашистар менән оҙаҡ һуғышырға тура килде. Аяғым яраланды. Лаяҡыл иҫерек немец һалдаты минең тирәләй өйрөлтөп ут ямғыры яуҙырҙы. Үлем менән күҙгә-күҙ осраштым. Яҡты донъя менән хушлаштым тип уйланым... Яҙмыш һынауымы? Кем нисек аңлар, мине Хоҙайым һаҡланымы, пуля теймәне.

Латвия иленең тәбиғәте Уралдыҡына оҡшамаған. Һаҙлыҡтар, үҙәндәр, күлдәр, һыуға терәлеп доломит ҡаялар күтәрелгән. Фашистарҙы һаҙ аша һалынған юл буйлап сигенергә мәжбүр итергә фарман алдыҡ. Беҙҙең частҡа гитлерсыларҙың төркөмөн башҡа частары менән ҡушылмаҫ өсөн өлөштәргә бүлгеләргә, таң атҡансы юл буйлап нығынырға ҡушылды. Окоп, траншея ҡаҙабыҙ, блиндаждан да күҙәтәләр. Пулеметсылар ротаһы Көнбайыш Двина йылғаһы аша һалынған күпер янында уңайлы урында нығына. Таң һыҙыла. Фашистар техникаһы геүелдәй. Засада тураһында уйламайҙар. Уларҙың колоннаһына терәлеп тигәндәй ут асабыҙ. Илбаҫарҙарҙы көслө ут ялҡыны ялмай. Күптәре ергә ауа. Көстәр тигеҙ түгел. Дошманға күпер аша сығырға кәрәк. Эргәлә һаҙлыҡ, эреле-ваҡлы күлдәр. Фашистарға үлем! Гауя йылғаһы аша һалынған күперҙе миналар күккә осора. Фашистарҙың ут трассалары траншея брустверына зыйлап бәрелә, ҡаҡлығып ҡайҙалыр оса. Күл буйында пушка ут яуҙыра. Уның бер снаряды эргәмдәге пулеметсыны яраланы. Миңә ике пулемет. Яуҙаштарым бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ике пулеметты брустверға урынлаштырҙым. Дошман күренде. Уларға ут ямғыры яуҙырам. Мина шартланы. Бер пулеметым сафтан сыҡты. Ҡолағым шаулай. Пулеметым менән тегеләрҙе дөмөктөрәм. Патрондар бөттө. Әсир?! Саң-төтөн араһында брустверҙан һикереп менеп, һуңғы гранатамды ырғыттым. Яҡында мина шартланы. Иҫем китте. «Ур-р-ра!» тауыштары ҡолағыма салынды.

Мин ҡайҙа? Ни булды? Тирә-яғым ап-аҡ. Госпиталдәме? Һул аяғым ҡыбырламай. Күкрәк ауырта. Ялан госпиталендә. Полк командиры инде. «Салауат батыр, ни хәлдә?» — ти. Алыҫ Латвияла ла башҡорт батырын беләләр икән. Хайран ҡалам. Һоҡланам. Кисәге операциялағы ҡыйыулығым өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланыуымды әйтә. Үксә һөйәгем ватылған. Ленинград госпиталенә ебәрҙеләр. 1942 йыл минең өсөн һуғыш бөттө. Һуғышта яугирҙарҙың батырлығын һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Дошманға нәфрәт, Ватаныбыҙға һөйөү еңеүгә рухландырҙы», — тип тамамлай фронтовик-уҡытыусы дәресен.

Донъяла әҙәмде эсәр һыуы, ашар ризығы йөрөтә тиҙәр. Ҡаһарман башҡорт улы Таяр Шаһыбалов Балтика буйындағы Латвияны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған, үҙ илендә балалар үҫтергән, колхоз рәйесе йөгөн тартҡан, үҫер быуынға белем биргән. Иң мөһиме — Гитлер Германияһын ҡыйратыуҙа ҡатнашыуы булғандыр. Азат илдә генә тыныс йәшәргә мөмкин. Кинйә улы Венерҙы Афған һуғышынан көтөп алырға ла тура килә. Улар күптән мәрхүм. Әммә уларҙың ут-һыу кисеп, тыныслыҡ яулағандарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Зөһрә БӘШӘРОВА.

Теләш ауылы.


Читайте нас: