Балалар омбудсмены Анна Кузнецова: “Улар фронтта, тылда һәм партизан отрядтарында йәш кенә көйөнсә һәләк булған, уларҙың балалары ла, ейәндәре лә ҡалмаған, әммә йәш йөрәктәрендәге батырлыҡҡа өлкәндәр көнләшерлек. Һәм йәш көйөнсә иле өсөн ғүмерен биргән һалдаттар ҙа “Үлемһеҙ полк” сафынан үтергә хоҡуҡлы. Был изге бурысты беҙ бөгөнгө заман вәкилдәренә ышанып тапшырабыҙ. Мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең ҡаһарман тиҫтерҙәренең портреттарын тотоп, атлаясаҡ”.