+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
8 Май 2020, 12:29

Һандыҡ төбөндәге хат

Ҡаһарман яугир «Берлинды алған өсөн», «Праганы азат иткән өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған.

Еңеү көнө... Ул яуҙа улдарын юғалтҡан өләсәйҙәр, тол ҡалған еңгәйҙәр, етем үҫкән ағай-апайҙарҙың әсе күҙ йәштәре, алыҫ ерҙәрҙә башын һалған яугирҙәрҙең ҡаны, миллионлаған ҡорбандар менән яуланғанға уғата ҡәҙерле.

Олатайымдың фотоларын күргән һайын батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ буш урында тыумағанын, геройлыҡ, талант кеүек үк кешенең рухи донъяһына, күңел ҡөҙрәтенә бәйле булыуына инанам.

Ғәлимйән Мәғәфүр улы Хәсәнов Мәхмүт ауылында 1923 йылда тыуған. Бәләкәй сағынан шуҡ, тиктор-маҫ, теремек булды тип хәтерләй торғайны мәрхүмә өләсәй Бәҙеғол Өмөтҡужина. Олатайҙың ике апайы була. Кинйә малай ҡул араһына иртә ингән, үгәй әсәһе ҡушҡан йомоштарҙы тиҙ, теүәл эшләргә тырышҡан. Бәләкәй саҡтан уҡ ҡурайҙа уйнарға ынтылған. Шунан атаһы күреп, уға йәтеш кенә уйын ҡоралын эшләп бирә. Ҡурайҙы бер ваҡытта ла ташламай, үҙе менән алып йөрөй.

1970 йылда олатайым «Совет Башҡортостаны» гәзитенә хат яҙған (хаты һандыҡ төбөндә һаман һаҡ-лана). Уға Тайфур Сәғитов тулыраҡ яҙып алып килергә ҡуша. Әммә уларға осрашыу яҙмай...

Был хатында ул ҡанлы һуғыш осорон, үҙе хеҙмәт иткән 275-се Таһир Кусимов етәкселегендәге полктың хәрби юлын асыҡ тасуирлай.

«Башҡорт халҡының легендар улы, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Т. Т. Кусимовтың исеме илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһына, Башҡортостан Республикаһы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Был данлы исем, милләтебеҙ мәртәбәһен, оло рухлы ҡаһарманлығын раҫлап, быуындарҙан-быуындарға, быуаттарҙан-быуаттарға күсеп ватандаштарыбыҙҙың йөрәк түрендә йәшәйәсәк, — тип башлай хатын. — Мин, Хәсәнов Ғәлимйән ике йөҙ кеше менән беренсе полк, йәки 275-се Кусимов полкына эләктек. Беҙҙе майор үҙе һәм политик эш буйынса полк командиры урынбаҫары Сәғит Әлибаев ҡабул итте.

Был 1942 йылдың июнь-июль айҙарында булды. Беҙ Олым йылға-һының уң яҡ яры буйында оборона тоторға бойороҡ алдыҡ. Полкта дүрт атлы эскадрон, минометтарҙан тор-ған өс батарея, барлығы 600 – 700 һуғышсы. Беҙҙең полк алты саҡрымға һуҙылған оборона тоторға тейеш. Был бик күп көс талап итә. Өҫтәүенә, ҡаршы яҡта дошмандың беҙҙән 3-4 тапҡырға күберәк пулеметтар, автоматтар менән ҡоралланған ғәскәре тупланған. Бындай шарттарҙа бары тик яҡшы хәрби әҙерлек, үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашҡанда ла ҡаушамайынса, йәнеңде аямайынса һуғышыу ғына ярҙамға килә. Кусимов һәм Макаев полктары бик күп юғалтыуҙар ки-серҙе. Беҙҙең полк ҡамау ҡур-ҡынысы аҫтында ҡалды. Атака артынан атака. Дошман яңынан-яңы көс өҫтәп ҡаршы килә. Дивизия командиры Шайморатов, полкты ҡамауҙа ҡалдырмаҫ өсөн, бөтә сараларҙы ла ҡабул итте. Полк батырҙарса һуғышып, дошман ҡулсаһын өҙөп сығыуға өл-гәште. Немец-тарҙың һөжүме туҡтатылды.

Командование Башҡорт дивизияһын Икенсе Тербуны тигән ергә күсерергә ҡарар итә. Немецтар нәҡ ошо урындан, фронт һыҙығын өҙөп, төньяҡтан үтеп Воронежды ҡулға төшөрмәксе. Кусимов һәм Нафиҡов полктары шул уҡ төндә яңы позицияға күсте. Нафиҡов полкы Лобановка ауылын немецтарҙан таҙартты, әммә ҡыйыу командир үҙе ҡаты һуғыштарҙа һәләк булды. Беҙҙең полк Озерки ауылы йүнәле-шендә хәрәкәт итте. Ошо һуғышта Таһир Кусимовтың ҡулы яраланды, әммә ул, йәрәхәтле көйөнсә, ат өҫтөнән төшөргә лә уйламай, һуғышты. Яраһы ныҡ булып, Кусимов госпиталгә эләкте. Госпиталдән сыҡҡас та кире полкка ҡайтты. Был ваҡытта дивизия Ворошиловград эргәһендә тулыландырыла ине. Хәҙер ул 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип аталды. Беҙҙең полк 58-се гвардия полкына әйләнде. Корпусҡа иһә етенсе гвардия кавалерия корпусы тигән исем бирелде.

Дивизия 1942 йылдың 15 октябренә тиклем ошо рубежда, Курск өлкәһенең Тербуны ауылы төбәгендә оборона тотто. Октябрҙең 15-ндә Башҡорт кавалерия диви-зияһына, Сталинградҡа табан 500 километр юл үтеп, фронттың яңы һыҙығына хәрәкәт итергә тигән бойороҡ бирелде. Көндөҙ һирәк-һаяҡ осраған ҡыуаҡлыҡтар, соҡорҙар араһында йәшеренеп, төндәрен генә юлға сыға инек. Ял иткән ваҡытта ҡурайымды сығарып һалдаттарҙы бейетеп ала торғайным. Бер ай самаһы ваҡыт үтеүгә дивизия Хопер (Һабыр) йылғаһы Донға ҡойған ергә килеп еттек. 8-се кавалерия корпусы Көньяҡ-көнбайыш фронттың 5-се танк армияһы составында Сталинград эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаштыҡ.

Дивизияның 1943 йылдың февраль айындағы дошман тылына тәрән рейды һәм унда башҡорт атлы-ларының тиңһеҙ батырлыҡтары һәм иҫәпһеҙ күп юғалтыуҙары тураһында беҙҙең тарихта яҡшы билдәле. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: 4 мең кешелек дивизияла рейдтан сыҡҡанда өс йөҙ самаһы ғына кеше, ә беҙҙең полкта иһә етмеш һуғышсы ғына иҫән ҡалды. Был инде һәр ун кешенән берәү тигән һүҙ. Шул көндәрҙә һө-йөклө командир гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатовты юғалттыҡ.

7-се гвардия корпусына Украинаның Чернигов ҡалаһын азат итеү бурысы ҡуйылды. Тағы ла иң алда башҡорт атлыларының 16-сы гвардия дивизияһын, ә уның авангардына Кусимов полкы ҡуйылды. 21 сентябрҙә 16-сы гвардия дивизияһына Чернигов дивизияһы тигән исем бирелде. Ошо һуғышта мин яраланып, госпиталдә ятып сыҡтым.

Алда — Днепр. Бында ла дивизия командиры Г. А. Белов Кусимов полкын авангардҡа ҡуйҙы. Кусимовсыларға 600 метр киңлектәге был ҡеүәтле даръяны иң беренсе булып аша сығып, арғы яҡ ярҙа бүтән частәр сыҡҡансы плацдарм булдырырға фарман бирелде.

Днепрҙы аша сыҡҡанда беҙҙең яҡташтар тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, Бөйөк Ватан һуғышы тарихында онотолмаҫлыҡ дан һәм шөһрәт ҡаҙанды.

Дивизия һәм Кусимов полкы бынан һуң да бик күп батырлыҡтар күрһәтте. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы үҙенең данлы хәрби юлын 1945 йылдың еңеү яҙында Германия-ның Эльба йылғаһы янындағы Премниц ҡалаһында тамамланы».

Бына шундай йөкмәткеле тарихи хат-ҡомартҡы олатайымдың яу юлы хәтирәләрен һаҡлай.

Ҡаһарман яугир «Берлинды алған өсөн», «Праганы азат иткән өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған.

Аҙым һайын һағалаған үлемдән тере ҡалып, күкрәгенә миҙалдар тағып, Ғәлимйән олатайым тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан. Ауылда төрлө эштәрҙә йөрөй, район, республика смотр-конкурстарында ҡатнаша. Хатта ҡурайы көйөнә Фәйзи Ғәскәровты ла бейетә.Үҙенең тоғро дуҫы, иптәше — ҡурайынан айырылмай.

Һуғыштан һуң Алмабикә исемле матур ҡыҙға өйләнгән. Олатайым менән өләсәйем өс ҡыҙға һәм бер малайға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны, кескәй балаларын етем ҡалдырып, үлеп киткән. Әсәйем һәм туғандары өләсәләре ҡулында үҫкән. Олатайым 1977 йылдың 23 авгусында вафат булған.

Олатайымдың ошо аманат-хаты аша һуғыштың ысындан да ҡәһәрле, ауыр һәм аяуһыҙ булыуы күренә. Был ҡанлы һуғышта ҡатнашҡан һәр һалдат ихтирамға, мең-мең рәхмәткә лайыҡ.

Халҡыбыҙҙың рухын, данын донъя алдында күтәргән ҡаһарман ир-арыҫландарҙың исемен һәр ваҡыт оло хөрмәт һәм ғорурлыҡ менән хәтерҙә һаҡлайыҡ.

Нурзилә ҠАРАМЫРҘИНА.

Асҡар ауылы.


Читайте нас: