+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
8 Май 2020, 12:21

Ике тапҡыр «ҡара ҡағыҙ» килһә лә...

Беҙҙең ғаиләлә ата-йымдың хәрби билеты ғына һаҡланып ҡалған. Ә хәрби комиссариатта шу-ның күсермәһе — хәрби иҫәп карточкаһы бар. Был документтарҙағы һа-ран, әммә тәрән мәғәнәле юлдарҙа атайымдың иле өсөн ҡан ҡойғаны асыҡ яҙылған.

Бөйөк Еңеү көнө яҡынайған һайын көн дә фронтовик атайҙы иҫкә төшөрөп, күңелдә әйтеп бөтөргөһөҙ үкенес хисе көсәйгәндән-көсәйә. Баҡтиһәң, беҙ фронтта ҡан түгеп, еңеү яулаған олатайҙарыбыҙ, тылда көндө-төндө ялғап, үҙен аямай эшләгән әсәйҙәре-беҙҙең тормош юлы хаҡында ныҡлап белеп тә бөтмәйбеҙ икән. Ваҡы-тында улар үҙҙәре лә һөйләп барманы. Бик һирәктәр генә уларҙың рәс-ми документтарын, орден-миҙалдарын, хәрби командование тарафынан бирелгән рәхмәт хаттарын, фотоһүрәттәрен ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай.

Беҙҙең ғаиләлә ата-йымдың хәрби билеты ғына һаҡланып ҡалған. Ә хәрби комиссариатта шу-ның күсермәһе — хәрби иҫәп карточкаһы бар. Был документтарҙағы һа-ран, әммә тәрән мәғәнәле юлдарҙа атайымдың иле өсөн ҡан ҡойғаны асыҡ яҙылған.

Атайыбыҙ — Нәжәр Сәйәх улы Сәйәхов, 1910 йылда Асҡарҙа, ярлы ғаиләлә өсөнсө бала булып, донъяға килә. Ун йәше тулғанда әсәләре вафат була. Уны һәм ағаһы Сәйфулланы Ташбулаттағы балалар йортона бирәләр. Тамаҡтары ашҡа туйынып, өҫ-баштарына ҡәҙимге кейем алып кейҙерһәләр ҙә, малайҙар, аслыҡ йылы тип ҡарап тормай, балалар йортонан ҡасып ҡайтып, үгәй әсәй ҡулында үҫәләр. Ул Асҡар мәктәбенең ике класын тамамлаған атайымды ла, Сәйфулланы ла байҙарға һарыҡ көтөргә ебәрә. Ошо мәлдән Сәйәховтарҙың хеҙмәт юлы башлана, тиергә мөмкин. Ауыл хужалығы кооперативы ойошторолғас, 1920 йылдар аҙағында шунда инәләр. Ә коллектив хужалыҡ булдырылғас, төп эшсе көскә әйләнә көслө беләкле үҫмерҙәр. Атайым һуғыш башланғанға тиклем колхоз малын ҡарай. Армияға алыныу ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтһә лә, 1932 йылдың июнендә уға «Годен к нестроевой службе» тигән «аҡ билет» тоттороп ҡайта-ралар. Ошо көҙҙә ул һөйгән йәре, әсәйебеҙ Аҡһылыу Шафиҡованы осратып, өйләнә. Кәләше лә колхозға эшкә төшә. 1934 йылда өлкән ҡыҙ-ҙары Сәрүәр, уға дүрт йәш тулғанда икенсеһе — Сара тыуа. Шунан һуғыш башлана һәм Нәжәр Сәйәхов фронтҡа китә. 1941 йылдың декабрь айы була ул. Был мәлдә ай ярымлыҡ малайы Ҡасим сәңгелдәктә ятып ҡала. Алға китеп шуны ла әйтер инем: 1945 йылдың октябрендә генә әйләнеп ҡайтҡан атаһын Ҡасим бер килке «апа» тип өндәшеп йөрөй, саҡ өйрәтеп алалар...

Атайымды аҙмы-күпме мылтыҡ тоторға, штык алышына өйрәнгән кеше булараҡ, 212-се уҡсылар полкы составына уҡсы итеп алалар һәм ул Мәскәү өсөн барған ҡаты яуға барып эләгә. Совет һалдатта-рына ҡорал, патрондар етешмәһә лә улар илебеҙҙең баш ҡалаһын дошмандан тапатмауға бар көсөн, ышанысын һала — фашистар Мәскәү янында иң тәүге ҙур еңелеүгә дусар була.

Атайым ошо полкта 1942 йылдың майына хәтле һуғыша. Һул ҡулы яраланғас, эвакуациялағы госпиталдә дауалана. Яраһы төҙәлгән яугирҙе 1942 йылдың октябрендә 28-се полкка элемтәсе итеп ебәрәләр. Бында биш ай ҡаты алыштарҙан һуң тағы яралана — был юлы башы йәрәхәтләнә.

— Эргәлә генә снаряд шартлауынан кәүҙәм тотошлай тиерлек тупраҡҡа күмелде. Бер яр-сыҡ һул ҡулымды һыҙырып үтһә, икенсеһе башҡа эләкте. Һырҙай ҡанға туҙып, шунда ятҡанмын. Өҫтөмдән тапай яҙып, фашистар үтеп китте, мәйеткә һананылар шикелле — туҡтап та торманылар. Мин тағы иҫтән яҙғанмын. Бер аңыма килгәндә беҙҙекеләр дошманды баҫтыра ине. Шунан йәнә һушты юғалттым. Үлгән тип, мине үҙебеҙҙең санитарҙар туғандар ҡәберлеге өсөн әҙерләнгән соҡор янына алып барып һалғандар. Шунда ыңғы-рашҡанмындыр ине, та- уышымды ишетеп һәм тере икәнлегемде аңлап, госпиталгә оҙатҡандар. Был юлы оҙаҡ яттым. Аяҡҡа ныҡлап баҫҡас ҡына, кире фронтҡа — 927-се уҡсылар полкына юлландым, — тип һөйләр ине атайым.

Нәжәр Сәйәхов ошо полк составында Берлинға тиклем барып етеп, данға күмелә. Унан һуң Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, 1945 йылдың ноябрендә Ас-ҡарға ҡайтып төшә. Уның иҫән ҡайтыуына күптәр ышанмай, сөнки был мәлгә әсәйебеҙ ике тапҡыр «ҡара ҡағыҙ» алып өлгөргән була. Һуғыш осоронда намыҫлы эш-ләп, бер үҙе өс баланы тәрбиәләгән әсәй ҙә «Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Яу ҡырында алған яралары атайыма ғүмере буйы тынғылыҡ бирмәне, һул яурыны, ҡулы һыҙлап йонсотто. Шуға колхоз эшенә сыға алманы. Инвалидлыҡ юллап ҡара-ғайны, ҡаршылыҡтарға осрағас, ҡул ғына һелтәне. Һаҡлыҡ банкыһында ҡарауылсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Һуғыштан һуң ғаиләлә Вәсил ағайым, Сәлимә, Сәридә апайымдар, шунан мин тыуғанмын. Барыбыҙҙы ла эшкә өйрәтеп, яҡшы тәрбиә бирҙе ҡәҙерлеләребеҙ. Иң өлкән апайым менән ағайҙарыбыҙ бөгөн беҙ-ҙең арала юҡ, ҡалғандарыбыҙ, шөкөр, имен-һау, бәхетле әсәй-өләсәй булып йәшәйбеҙ.

Атайымдың ҡан ҡойошло һуғышта ҡатнашыуы бушҡа булмаған. Үҙе иҫән саҡта хәрби комиссариатҡа саҡырып, III дәрәжә Дан орденын хөрмәтләп тапшырҙылар.

— Минең өсөн иң ҙур награда — дошманды Берлинға баҫтырып етеп, кәрәген биреүем, был ҡыуаныслы көндө күрә алмаған яуҙаштарым өсөн үс алыуым, — ти торғайны атай.

Интернет селтәре аша атайыбыҙ тураһында мәғлүмәт эҙләгәндә, шундай белешмәгә юлыҡтыҡ: Н. С. Сәйәховтың һәләк булыуы һәм ерләнеүе тураһында «похоронка» ине ул. Батыр һалдат булған атайыбыҙ, фашисты еңеп, илебеҙҙе азат итеп, өлгөлө тормош көттө һәм 1979 йылдың 24 сентябрендә тыуған йортонда вафат булды.


Фәриҙә НИЯҘҒОЛОВА.


Читайте нас: