+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
8 Май 2020, 12:38

Өс ут аша

Фашистик Германияны еңеп, тыуған яҡтарына иҫән ҡайтыу насип булғандарҙың һәм ил азатлығы өсөн баш һалғандарҙың исем-шәрифтәре тупланған «Они вернулись с Победой!» һәм «Память» китаптарынан шул асыҡ күренә: һәр ғаиләнән кәмендә берәү фронтҡа оҙатылған. Ағалы-ҡустылылар йыш осрай. Атаһы ла, улы ла ут эсенә ингән ғаиләләр күп. Һуңғылар араһында Булат ауылынан Хәйбулла һәм уның улы Хатип Байрамғоловтар айырыуса иғтибарға лайыҡ. Сөнки атай кеше өс уттың — беренсе империалистик, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарының уртаһында йөрөй.

Хәйбулла Аллабирҙе улы 1897 йылда өсөнсө бала булып донъяға килә. Башҡорт казагы рухы хөкөм һөргән хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнә. Хәйбулла Хәлил мәктәбендә аҙаҡ Башҡортостандың беренсе һәм атаҡлы геофизигы булып киткән Ғәли Бирҙин менән бергә уҡый. Улар дүрт класты ла тамамлай. Аҙаҡ юлдары айырыла. 1911 йылдан һуң аҙмы-күпме донъяуи һәи дини белемгә эйә Хәйбулланы атаһы Ырымбур яғындағы данлыҡлы Ҡарғалы мәҙрәсәһенә уҡырға алып бара. Әммә үҫмерлек ҡорона ингән егеткә уны тамамлау форсаты теймәй. Тун теккәндә әсәһенең беҙ яралаған бармағы шешеп, гангрена башлана. Яңы ғына һуйылған йәш һарыҡ тиреһенә урау ҙа файҙа бирмәй. 34 йәшлек Зәйнәп, дүрт балаһын ҡалдырып, үлеп китә. Хәйбулла бер ҡустыһын һәм ике һеңлеһен ҡарашыуҙы үҙенә бурыс һанап, уҡыуын ташлап ҡайта. Күп тә үтмәй Беренсе донъя һуғышы башлана.

Ауылда Хәйбулла ике йыл йәшәй. Атаһына ярҙам итеүҙән тыш, ҡаҙаҡ-тар араһына барып эшләп ҡайта. Алып ҡайтҡан аҙыҡ-түлегенең, үгәй әсәй ҡулынан үтеп, ҡусты-һеңлелә-ренә барып етмәүен һиҙгән Хәйбулла кескәйҙәргә ашарлыҡты ситтә йәшереп ҡалдыра башлай. Тегеләре аҙ-аҙлап шунан да туҡланалар һәм ағайҙары 1916 йылда әрмегә алынғансы буйтым бил-һын нығытып ҡалалар.

Орскиҙағы хәрби комиссия Хәйбулланы хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип таба һәм ул 30-сы Төркөстан уҡсылар полкы составында дошманға ҡаршы һуғыша. Фронт тормошо Хәйбулланың донъяға ҡарашын үҙгәртә — большевиктар йоғонтоһо көслө була. Шуға ла Хәйбулла Бөйөк Октябрь социалистик революция-һынан һуң тыуған Булатына ҡайта. Әммә тыныс тормошта оҙаҡ йәшәмәй — Әхмәтзәки Вәлиди ойошторған Башҡорт армияһына ҡушыла. Аҙаҡ Муса Мортазиндың бригадаһы составында аҡ поляктарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.

Был осорҙоң иң иҫтәлекле ва-ҡиғалары итеп, Хәйбулла, Әхмәтзәки Вәлидиҙе Темәстә башлап күреүен һәм уны 1920 йылда Әбйәлилдән һуңғыларҙан оҙатып ҡалған 17 һы-байлының береһе булыуын НКВД системаһының күҙ яҙҙырмай эҙәрлекләүе баҫыла төшкәс, балаларына ҙур сер итеп һөйләй. Һөйләрлек тә шул. Сөнки Әхмәтзәки Вәлиди хушлашҡанда түш кеҫәһендәге кө-мөш сәғәтен яҡын иптәшенә, оҙон сылбырын, тигеҙ өлөштәргә бүлеп, оҙата барғандарға тарата. Хәйбулла был ҡәҙерле бүләкте күҙ ҡараһылай һаҡлай һәм ил-йорт шаҡтай һилләнгәс, алмышынсы йылдар аҙа-ғында ҡыҙы Гөлнур Мамлееваға аманат итеп тапшыра. Гөлнур Хәй-булла ҡыҙы туҡһанынсы йылдар башында, Башҡортостан Республикаһы мөстәҡиллек алғас, ул сыл-бырҙы район тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшыра. Хәйбулланың ҡыҙылармеец кенәгәһе һәм ҡиммәт-ле ҡомартҡыһы бөгөн дә шунда һаҡлана.

Өс йылдан ашыу ҡулынан ҡорал төшөрмәгән Хәйбулла Булатҡа йотлоҡтан һуң ҡайтып төшә. Ата-һының бөтмөрлөгө һөм күпмелер кимәлдә киләсәкте күҙаллай алыуы менән донъяһы әллә ни таушалмай. Шуға ла Хәйбуллаға, ҡаҙаҡ яҡтарындағы танышы менән берләшеп, ер эшкәртеп, иген үҫтереүҙе төп кәсеп итеүе ауыр булмай. Ашлыҡ булғас, мал-тыуарҙы ла ишле тоторға мөмкинлек тыуа. Бында инде Хәйбулланың һуғыш яландары буйлап аҙмы-күпме башҡа милләт-тәштәрҙең көнитмешен күреүе үҙен белдермәй ҡалмай. Ул тоҡомло мал үрсетергә, һәйбәт сифатлы орлоҡ сәсергә тырыша. Һәм маҡсатына ирешә лә. НКВД органы уны әленән-әле һорау алыуҙарға саҡырта, тентеүҙәр ойоштора, аттарын да тартып ала. Әммә Хәйбулла бирешмәй. 1924 йылда ҡорған ғаиләһе менән эсе-тышы яҡшылап һыланған ситән өйҙә йәшәһә лә, рухы һис һүрелмәй. Киреһенсә, йәшәүгә дәрте, көсө арта ғына. Шуға ла ул ауылдың ер эшкәртеү ойошмаһына ла, аҙаҡ әлмөхәмәттәр менән бергә төҙөлгән «Ҡыҙыл ялан» (һуғыштан һуң Буденный исемендәге) колхозына ла тәүгеләрҙән ағза булып инә.

Башҡармаған эше ҡалмай. Ҡыш миҙгелендә уны Әүжән яҡтарына бүрәнә әҙерләргә ебәрәләр.

Ә Бөйөк Ватан һуғышына Хәйбулла 1941 йылдың ҡара көҙөндә алына. Повестканы таңғы сәғәт биштә алып килеп тотторалар. Унда шул уҡ көндө сәғәт 4-тә отправка тип яҙылған була. Хәйбулла, туғандарын ҡорбан ашына йыйып, хушлашырға өлгөрә. «Ҡорбан салдырған улым тере ҡалыр», — тип юрай атаһы. Әлмөхәмәттән бер нисә кеше менән уны Белоретҡа хеҙмәт армияһына алған булалар. Әммә фронтта хәлдәрҙең киҫкенләшеүе уларҙы ла ут эсенә ебәрергә мәжбүр итә. Хәйбулла декабрь айында, ҡулына ҡорал алып, алғы һыҙыҡта була.

Хәйбулла, 83-сө дивизияның 226-сы Орск кавалерия полкының кавалерисы, Мәскәүҙе һаҡлап ҡалғандан һуң, Украина, Венгрия, Румыния һәм Чехословакия ерҙәре өсөн һуғыша. Венгрияла ауыр яра-лана. Госпиталь алыҫ булғанлыҡтан, бер мадьяр ҡатыны үҙендә тәр-биәләй.

Яугир тыуған яғына түше тулы миҙал һәм Баш командующийҙың 19 Рәхмәт хаты менән ҡайтып төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һаҡлан-маған. Сөнки ейәне Хафиз Совет Армияһы сафтарында саҡта өй ҡарауһыҙ тора һәм кемдер берәү артында наградалар һаҡланған ҙур стена сәғәтен урлай. Әммә Хәйбул-ланың ил азатлығы өсөн батыр-лыҡтары онотолмай. Бер ейәнсәре интернет селтәренән шундай мәғлү-мәт тә тапҡан. Унда Хәйбулланың көслө миномет уты аҫтында алғы позицияға ашарға алып барғаны, ә аҙаҡ шул шыуышып уҙған юлы буйлап өс сәғәт буйынса алдағыларға боеприпас ташығаны өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградланыуы хаҡында яҙылған.

Х. Байрамғолов тыуған яҡтарына Еңеү йылының ураҡ мәлендә ҡайтып төшә. Ә 18-е тулыр-тулмаҫ армияға алынған улы Хатип унан алда, 1943 йылда ҡайтарыла. Ул хәрби әҙерлекте Ырымбур өлкәһендәге Тоцк лагерҙарының береһендә саңғысылар батальонында ала. Тәүҙә Әлмөхәмәткә, аҙаҡ Баҡыр Үҙәккә ҡыштарын саңғыла йөрөп уҡыған Хатип һәр күнекмәгә алдан йөрөй. Саңғы марш-ярыштарында уға тиңләшеүсе булмай. Әммә аҙыҡ-түлеге лә, ҡышҡы кейем-һалымы ла, командирҙарының һалдат кейемен тәүләп кейгән егеттәргә атайҙарса миһырбанлы-мәрхәмәтле ҡарашы ла етешмәгән саҡ типһә тимер өҙөрлөк Хатипты ла бөгөп һала — ул ҡаты һыуыҡ тейҙерә. Ваҡытында дауалау хәстәрен күрмәү үҙенекен итә — Хатип, Ватан алдындағы ирлек бурысын үтәр өсөн ант биргән рядовой, инвалид хәлендә Булатҡа ҡайтарыла. Егерме йыл йәшәп өлгөрә ул: колхозда, аҙаҡ «Урал» совхозында эшләй. Өйләнә, биш бала атаһы була. Әммә ҡара үпкә сире 38 йәшлек ирҙе баҡыйлыҡҡа алып китә. Һуғыштан ҡайтҡас, ныҡлап дингә бирелгән, намаҙын һис ҡалдырмаған, йома һайын диндар-ҙарҙы үҙ өйөнә йыйған Хәйбулла улының ҡырҡын үткәрер өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе Магнитогор-скиҙан барып ала. Сибай поезы ме-нән ҡайтҡанда яңылышып, Аҡсагүл станцияһында төшөп ҡалып, төнө буйы йәйәүләп Булатҡа ҡайта. Әммә был сәфәр аҙаҡ үҙен һиҙҙерә — берҙән-бер малайын үҙ ҡулдары менән ер ҡуйынына һалған Хәйбул-ланы фалиж һуға. Уны еңеп сығып, тормоштоң иркенләнә башланыуына ҡыуанып оҙаҡ та йәшәй алмай — фалиж икенсегә шул уҡ һул яҡтан һуға. Утты-һыуҙы күп кискән Хәйбулла был юлы ла бирешмәй — һыңар ҡул менән гөрләтеп донъяһын көтә. Хатта үҫмер ейәне Хафиз менән ярышып бесән саба. Өсөнсө фалиж ғына уның дәрт-дарманлы тормошоноң йәмен ебәрә. Ҡулына эш бар-маһа ла, Хәйбулла ауылдың аҡһа- ҡалы булып ҡалыуын дауам итә. Сире буйынса Мөжәүир хәҙрәткә күренеп ҡайтҡас (был сәфәр өсөн совхоздың ул саҡтағы директоры М. Н. Мирсаяпов үҙенең «Победа»һын бирә — Хәйбулланы ул ныҡ хөрмәт иткән була), дини юҫыҡта эшләй: теләгәндәргә дини ғәмәлдәрҙе, ғәрәпсә уҡырға өйрәтә. Хәйбулла ҡартты ауылда ла, совхозда ла, ғөмүмән, белгәндәрҙең барыһы ла тормошто яратҡаны, кешелеклелеге өсөн хөрмәт итәләр.

Өс ут аша үткән яугир 1972 йылдың Рамаҙан айының өсөнсө көнөнә гүр эйәһе була...

Самат ФӘЙЗУЛЛИН.

матбуғат ветераны.
Читайте нас: