Быйыл ул майҙандарҙа үтмәһә лә, онлайн барған «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашыусылар бихисап булды. Һәр кем үҙенең атаһы, олатаһы, өләсәһе тураһында видеояҙмалар әҙерләп, уларҙы шиғырҙар, йырҙар менән байытып, социаль селтәрҙәргә һалды. Хәтер тере икәнлеген иҫбатланы.
«Был хәрәкәт илебеҙҙең миллионлаған кешеһен берләштерҙе, — тине Рәсәй Президенты Владимир Путин. — Тарихты, яугирҙәр тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн бер ниндәй пропаганда кәрәкмәй икәнлеген күрһәтте. Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарын онотмай, уларҙың батырлығы тураһында иҫтәлектәрҙе йәш быуынға еткереү өсөн барыһын да эшләй. Беҙҙең геройҙар һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә. 9 майҙа акцияны үткәрә алмаһаҡ та, Ватан өсөн башын һалған һалдаттарҙың портреттары мотлаҡ быйыл Ҡыҙыл Майҙан буйлап үтәсәк әле».