«Хәтер юлы» галереяһы- Хәрби Көстәрҙең төп ғибәҙәтханаһы эргәһендә булдырылған тарихи мультимедия комплексы. Был музей сит илдә лә билдәле. Уның оҙонлоғо – 1418 метр. Комплекстың төп элементы – «Йылға ваҡыты» фотогалереяһы. Бында фронтовиктар, партизандар, Ленинград блокадаһын кисереүселәр һәм тыл хеҙмәткәрҙәре тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Әлеге виртуаль архив 30 миллиондан ашыу исемде үҙ эсенә ала һәм һәр ваҡыт тулыланып тора.
Илебеҙ етәксеһе галереяла Бөйөн Ватан һуғышына тиклем диңгеҙ аҫты флотында хеҙмәт иткән атаһының фотоһын да тапты. Әйткәндәй, Владимир Владимирович уның портретын тотоп, «Үлемһеҙ полк» акцияһында ла ҡатнаша.