+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
11 Август 2020, 12:05

Геройҙың 100 йыллығы киң билдәләнәсәк

БР Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, данлыҡлы летчик, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Муса Гәрәевтың тыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.

Юбилей саралары 2022 йылда үтә, уны ойоштороу республика ҡаҙнаһынан финансланасаҡ, тиелә БР Хөкүмәтенең рәсми интернет порталында. Муса Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 250-нән ашыу хәрби осош яһап, бихисап дошман самолетын бәреп төшөргән. Еңеүҙе ул майор дәрәжәһендә, полк штурманы булып ҡаршылай. 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда үткән парадта ҡатнаша.
Читайте нас: