-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
14 Август 2020, 11:10

Фәхрәзи Мирсаевтың яу юлы

Германия бомбардировщиктары ергә ауыр бомбалар ташлай. Һауала совет самолеттары дошман менән алыша. Механик Фәхрәзи Мирсаев Хәрби-һауа көстәренең аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальоны инженер ротаһы составында һуғыша. Самолет-тарҙы әҙерләйҙәр, яғыулыҡ ҡоялар. Бер урында аҙна-ун көн торалар ҙа, икенсе ергә күсәләр.

«Мөхәмәҙей Вәлиев һеҙҙең ауылдыҡы ине бит. Ҡыйыу булды. Фашистарҙы тураҡ-ланым, бештем, кәрәктәренә бирҙем, тип, нәфрәтләнеп ҡайтыр ине...» — тип һөйләгән ул Теләш ауылы яугиры Ниғмәт Ғөбәевкә. Тимәк, ул III Украина фронтының 17-се Һауа армияһында ла алышҡан.
1946 йылдың 15 авгусында Кавказда, Кутаиси шәһәрендә төшкән фотоһүрәтен Хәҙисә ҡарындашына ебәргән. Эйе, күп ерҙәрҙә алышҡан фронтовик. Рәсәйгә ҡуша Европаны ла урап сыҡҡан яугир. Яҡташыбыҙ ҡанатлы бомбар-дирҙарҙың төҙөлөшөн белгән, уларҙы техник яҡтан һауа алыштарына төплө әҙерләгән. Совет бомбардирҙары дошман тылындағы хәрби-сәнәғәт үҙәктәрен бомбаға тотоп, дошман базаларын емереп, машина колонналарын, күперҙәрҙе, артиллерия позицияларын, фашист ғәскәрҙәренең көлөн күккә осороп ҡайта икән, был — һалдат Ф. Мирсаевтың да еңеүе.
Ул Нияҙғол ауылында ете балалы ғаиләлә икенсе бала булып, 1924 йылдың 9 майында донъяға килгән. Ташбулат мәктәбенең ете класын тамамлаған. Ул заманда ете класс бөткән егет-ҡыҙҙар уҡытыусы, бухгалтер, хисапсы, етәкселәр булып эшләгән. Тыуған төйәгендә эшләргә, йәшәргә ине лә, тик фашистик Германия һуғыш асҡас, 18 йәшлек егет илен фашизм ҡоллоғонан ҡурса-ларға, оло яуға юллана.
Кесе ейәне интернет селтәрендә РФ Оборона Министрлығының Үҙәк Архивының рәсми сайтында олатаһының наградаһы тураһында мәғлүмәт тапҡан. Ошондай юлдар бар унда:
«Приказ подразделения. №1-н от 15.01.1945.
«От стрелка авиавооружения старшего сержанта Мирсаева Фахрази Тафтизановича за 760 обслуженных боевых самолетовылетов.
Товарищ Мирсаев в полку с января месяца 1944 года. За этот период работал мастером авиавооружения, обслужил 760 боевых вылетов и произвел 10 средних ремонтов в полевых условиях. Специальность знает хорошо и грамотно ее эксплуатирует в любых условиях зимы и лета. Материальная часть вверенного его самолёта работает безотказно. Быстро готовит самолёт к очередному вылету, не допуская задержки вылета на боевые задания.
Материальную часть содержит в образцовом состоянии и исправную, всегда готовую для работы над полем боя.
Товарищ Мирсаев лично дисциплинирован, приказания выполняет в срок. Пользуется деловым авторитетом среди своих товарищей. Морально устойчив, идеологически выдержан. Делу партии Ленина – Сталина и Социалистической Родине предан».
Ф. Мирсаев балаларына яу юлдары тураһында һөйләмәгән. Һөйләр ине, һуғыш мәхшәрҙәре күҙе алдынан кино таҫмаларылай йүгереп үтә, йөрәге һыҡтай, күңеле тула. Күк йөҙөндә самолеттарҙы күрһә, уларҙың бомбалар ямғыры яуҙырып, аэродромдарҙы ергә тигеҙләп китеүҙәре, шул осраҡтарҙа ла тере ҡалыуына ғәжәп ҡылғандыр.
Һуңғы яу юлы — II Балтика буйы фронтында. Новгород ҡалаһы янында II Балтика буйы фронты авиацияһы фашистарҙың «Төньяҡ», «Курляндия» армияһы төркөмдәрен тар-мар итә. Фронт Балтика диңгеҙе яғынан дошмандарҙы ҡоро ергә баҫтырмаҫҡа фарман ала. Был бурысты ла яугирҙәр еренә еткереп үтәй. Балтика диңгеҙе буйындағы Рига, Псков ҡалаларын, ауыл-ҡасабаларын азат итеп, Бөйөк Еңеүгә табан атлайҙар. Балтика буйы ерҙәрен фашизмдан азат итеү — илебеҙ йылъяҙмаһына иң дәһшәтле яуҙарҙың береһе булып ингән.
Һәр яуҙың аҙағы була тигәндәй, дүрт йылдан ашыу көткән Еңеү көнө тыуа. Һәр кем аңлатып булмаҫлыҡ ҡыуаныс, тантана кисерә. Күптәре тыуған яғына ашыға, ә Фәхрәзи Тәфтизан улы арта-бан хеҙмәт итә әле. 13 йыл ут эсендә йөрөй.
Ҡаһарман һалдат «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградлана. Авиация коман-дованиеһы ҡуйған бурысты еренә еткереп, теүәл башҡарғаны өсөн фронт наградалары — яу юлын үткән һалдат өсөн тейешле баһа.
Фронтовик тыныс тормошта «Кадр» колхозында хисапсы, һатыусы, сепарат телефонда элемтәсе булып эшләй. 52 йәшендә генә яҡты донъяны ташлап китә. Йомабикә инәй менән ике балаға ғүмер биреп, иленә файҙалы кешеләр булып үҫеүҙәрен теләйҙәр. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре олаталарының ҡушҡанын тотоп, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, матур ғаиләләр ҡороп, яугир рухын ҡыуандырып йәшәй.
Балалары, туғандары, яҡташтары Фәхрәзи Тәфтизан улын илһөйәр, изге күңелле, мәкерле дошманды еңеүгә үҙ өлөшөн индергән кеше итеп хәтерендә һаҡлай. Яугир Ф. Т. Мирсаев халҡы күңелендә, тыныслыҡ яулаусы яугир булып, мәңге йәшәр.
Еңеүсе һалдаттар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү — изге, мөһим бурыстарҙың береһе ул. Улар яулаған Еңеүҙең хаҡы үтә лә ҡиммәт, баһаһы юғары. Һәр тыныс атҡан таңы өсөн Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеү яулаған Ф. Т. Мирсаевҡа һәм бөтә яугирҙәргә рәхмәтле.
Фәхрәзиҙең атаһы Тәфтизан Мирсаев та яу юлы үткән. Ул 1939 йылда Хәсән күле буйында япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Уның Ташбулат ауылы Ҡараҡаев Шәрәфкә ғәрәп телендә яҙған хаты ла һаҡланған. Бер туған ҡустыһы Данияр Мирсаев хатты кириллицаға әйләндерткән. Өй түрендәге стенаға беркетелгән хат — батыр һалдаттан ҡомартҡы.
Т. Мирсаев Бөйөк Ватан һуғышында Нияҙғол, Күсем руднигында 43 ай буйы марганец рудаһы сығарып, шул осорҙа Т-34 танкыһына һыу кеүек кәрәк булған броня ҡалҡанын нығытыуға фиҙаҡәр көсөн түккән шахтер.
Күсем, Ураҙ, Нияҙғол, Йәлембәт шахталары бер ниндәй йылылыҡ, электрһыҙ, махсус механизмһыҙ руда сығарған. Ауыр шарттарҙа көнөн-төнөн, асыҡ, ябыҡ ысулдар менән руданы сығарыу, әлбиттә, тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығына тиң.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Читайте нас: