-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
27 Октябрь 2020, 12:38

Сыңрау соҡор ниндәй серҙәр һаҡлай йәки ер аҫты юлдары булыуы борондан билдәлеме?

«Әбйәлил районында донъялағы иң оҙон мәмерйәләр селтәренең береһе булыуы ихтимал», — тигән яңылыҡ уҙған аҙнала интернетты шаулатты. Был туралағы мәғлүмәт тәү башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында донъя күрҙе.

«Әбйәлил районында донъялағы иң оҙон мәмерйәләр селтәренең береһе булыуы ихтимал», — тигән яңылыҡ уҙған аҙнала интернетты шаулатты. Был туралағы мәғлүмәт тәү башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында донъя күрҙе.
«Йәнгел ауылы янында быға тиклем билдәһеҙ булған тәбиғи ер аҫты туннеле табылған. Был асышҡа осраҡлы рәүештә цемент заводы эшселәре карьерҙа шартлатыу эштәре башҡарғанда юлыҡҡан. Геологик күренеште өйрәнер өсөн карьерҙа эштәр туҡтатылған.
Күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүсе ололар әйтеүенсә, карьерҙа асыҡланған соҡор — киң таралған мәмерйәләр селтәренең бер өлөшө генә. Халыҡта йәшәгән фараздар буйынса, туннелдең бер осо Йәнгелдән 20 километр тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Селивановка ауылы янындағы Сыңрау соҡорға барып сыға.
Әлеге ваҡытта Сыңрау соҡорға төшөп, уны өйрәнеү мөмкин түгел, сөнки 50-се йылдарҙан һуң уны Селивановка ауылы халҡы мал ерләү соҡорона әйләндергән. Ололар иҫләүенсә, заманында был соҡорҙан һыуыҡ өрөп торған, ел сыҡҡан көндәрҙә ҡоҙоҡ төбөнән көслө тауыш ишетелгән. «Сыңрау» тигән атамаһы ошо үҙенсәлегенә бәйле.
Урындағы халыҡ фекеренсә, ер аҫты мәмерйәләре селтәренең тағы ла ике осо Тал Ҡусҡары ауылы янында Ирәндек тауында урынлашҡан Бейеш батыр мәмерйәһенә һәм Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы Төйәләҫ йылғаһы ярындағы соҡорға тоташа, тип фаразлана.
«Йәнгел ауылы янында табылған соҡорҙоң яҫылығы — ике ат һыймалы, тиҙәр. Соҡор ике яҡҡа китә, быны ауыл халҡы мәмерйәгә эсенә таш ырғытып тикшергән. Әлеге ваҡытта беҙҙең маҡсат –ғалим-спелеологтарҙың һәм журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү. Сөнки, әгәр ошо соҡорҙар һәм мәмерйәләр селтәре бер туннель менән тоташҡанлығы раҫланһа, был Әбйәлил районында оҙонлоғо 100 километрҙан ашҡан донъялағы иң ҙур мәмерйәләр системаһы бар, тигән һүҙ», — тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Әбйәлил районының үҫеше буйынса совет рәйесе Хәлил Рәхмәтуллин» — тиелә ҡоролтай сайтында.
Был яңылыҡты социаль селтәрҙәр элеп алды һәм төрлө төркөмдәрҙә, чаттарҙа фекер алышыуҙар, мәғлүмәт менән уртаҡлашыуҙар һаман да дауам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, аҫаба халыҡ өсөн был хәл сенсация түгел. Ишеткәндәр, күргәндәр мәмерйәләр тураһында белгәндәре менән бүлешә. Иғтибарҙы йәлеп иткәндәй иң ҡыҙыҡлыларына беҙ ҙә ҡолаҡ һалдыҡ.
Ғөмүмән, ер аҫтындағы юлдарҙан боронғоларҙың арбалы аттар менән йөрөгәндәре тураһында олатайҙарҙан күптән ишетә белә инек, тигән һүҙҙәр халыҡтың фәнгә, ғалимдарға мәғлүм булмаған мәғлүмәткә эйә булыуын дәлилләй. Арба егеп үк булмаһа ла, мәмерйәгә һыбайлыларҙың инеп йөрөүҙәре тураһында хәтер һаҡлаусылар байтаҡ. «Эйе, Селивановкала бындай мәмерйә бар. Ололар туннелде Верхнеуралға тиклем барып етә, тип әйтә торғайны», — тип яҙа Зәйтүнә Камалова. «Селивановка янында тауҙар юҡ. Мәмерйә башы булған соҡор тигеҙ урында урынлашҡан. Уны тракторҙа ер һөргәндә миңә атайым күрһәткәйне. 1976 йылда булды был. Тап шул соҡорҙан мәмерйәгә инеү урыны булған. Әүәл бынан хатта һыбайлылар үтеп йөрөгән. Атайым мәмерйә Сибай яғына барып сыға тигән ине. Йылдар үтеү менән соҡор күмелгән, әгәр уны таҙартҡанда, мәмерйәләр серен асыҡларға мөмкин буласаҡ», — тип дауам итә Юлай Һибәтов. «Бейеш батыр үҙен ҡыуған батша карателдәренән ошо туннелгә инеп йәшеренер булған», — тигән комментарийҙы, Мәфтуха Вәлиуллина, дөрөҫләп, былай тип дауам итә: «Бынан 20-25 йыл элек миңә бер аҡһаҡал Бейеш батыр йәшеренеп йөрөгән мәмерйә тураһында һөйләне. Ул һыбай килеш күҙҙән юғалған ерҙе карателдәр күпме генә ҡарауылламаһындар, батыр кире килеп сыҡмаған, ә бөтөнләй икенсе ерҙә пәйҙә булған». Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Мөнирә Кирәеваның ер аҫты юлының Асҡар эргәһендәге Остотауҙан башланыуы, Бейештең йәшерен юлы булыуы хаҡында бик күп йылдар элек матбуғат ветераны Гөлшат Әхмәтҡужина курс эше яҙыуы, аҙаҡ ниндәйҙер гәзиттә мәҡәлә баҫтырыуы тураһындағы мәғлүмәте ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
«Мәмерйә электән бар. Быға тиклем уға берәү ҙә иғтибар бирмәне. Беҙ бәләкәй саҡта малайҙар мәмерйәгә Пещерная станцияһы яғынан инеп йөрөй, тик ныҡ алыҫҡа китмәнек, ти торғайнылар. 80-се йылдарҙа Первомайҙа геологик разведка эштәре алып барылды. Нимә эҙләгәндәрҙер, бер Хоҙай белә. Ул саҡта хәҙерге кеүек бар донъяға яр һалыу булманы. Беҙгә, бында йәшәүселәргә, был яңылыҡ түгел», — тип фекере менән бүлешә Әлфиә Дәүләтҡолова. Рәзинә Сыңғыҙова 90-сы йылдарға тиклем Первомайға миҙгел һайын сейсмологтар килеп, нимәлер үлсәүҙәре тураһында яҙа. 1997 йылда ул ире менән өй төҙөүгә ер һорап барғас, хәүефле урын тип Первомайҙа участка бүлеүҙән баш тарталар. Баҡтиһәң, ауыл бушлыҡ өҫтөндә тора һәм ер аҫтына убыуы ихтимал икән. Ваҡытында ауылды күсереү мәсьәләһе лә торған. Ләкин был иҫкәртеүҙәр тураһында хәҙер күптән «онотолған». Уның ҡарауы, Первомай халҡы йылдан-йыл ауылдың аҫҡа һеңә барыуын тоя, ә эргәләге карьерҙа ер шартлатҡан һайын ҡурҡып йәшәй икән. Икенсе бер кеше карст бушлыҡтары бөтә ерҙә лә бар, улар бер ниндәй ҙә тарихи-геологик ҡиммәткә эйә түгел, тип билдәләй. «Әбдрәш ауылы эргәһендә лә мәмерйә бар, шулай уҡ алыҫҡа китә тип ишеттем. Уның ауыҙын 60-сы йылдарҙа таштар менән көпләп ҡуйҙылар», — тип район биләмәһендә ер аҫты мәмерйәләр селтәренең киң таралыуына ышандырған йәнә бер миҫал килтерә Әбдрәш ауылы уҙаманы.
«Мәмерйәнән тағы бер сығыу юлы бар. Мин уларҙың бер-береһенә бәйле булыуына ышанам. Ул әле табылған мәмерйәнән биш саҡрым алыҫлыҡта — Пещерная станцияһы артында. Станцияның исеме лә шуға бәйле», — тип яҙа Рәзинә Сыңғыҙова. Әйткәндәй, яңы төҙөлөүсе цемент заводына яҡын ғына урынлашҡан Сибай–Магнитогорск тимер юлындағы станцияның исеменә ҡағылышлы комментарийҙар интернет сәхифәләрҙә бик күп.
Читайте нас: