+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
20 Ноябрь 2020, 12:46

Ул мәңгегә ун туғыҙҙа ҡалды...

«Сәләм Чечнянан!Һаумыһығыҙ атай әсәй, Милләт! Һеҙгә бик күп һағынышлы сәләмдәр ебәреп хат яҙа Рушан тип уҡып үтерһегеҙ. Сәләм шулай уҡ башҡаларға ла, белештәргә лә...»

«Сәләм Чечнянан!
Һаумыһығыҙ атай әсәй, Милләт! Һеҙгә бик күп һағынышлы сәләмдәр ебәреп хат яҙа Рушан тип уҡып үтерһегеҙ. Сәләм шулай уҡ башҡаларға ла, белештәргә лә...»
Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә китеп, мәғәнәһеҙ Чечен һуғышына эләккән Ҡужан ауылы егете Рушан Ахунйәновтың 1996 йылдың 22 мартында яҙған һуңғы хаты был. Яҡташыбыҙ 1996 йылдың 9 февраленән РФ Хөкүмәте бойороғона ярашлы, Чечен Республикаһы биләмәһендә конституцион тәртип урынлаштырыуҙа, ҡораллы формированиеларҙы көсһөҙләндереүҙә ҡатнаша. Тик ҡан ҡойош барған ерҙән ебәрелгән һуңғы хатынан алда тыуған йорт тупһаһына 200-се йөк менән, цинк табутта егеттең үле кәүҙәһе ҡайтып етә. Улдарының һуңғы сәләмен Латифа һәм Йәғәфәр Ахунйәновтар, уны ер ҡуйынына һалғандан һуң, 8 апрелдә ала.
Алдымда Рушандың ҡулы менән яҙылған, әсе күҙ йәштәре һеңгән хаттар ята. Үкенесле, һалдаттың ата-әсәһе лә фанилыҡта юҡ инде хәҙер. Ҡасандыр тормош гөрләп торған өй етемһерәп ҡалған. Ә бит был нигеҙҙә кинйә малай Рушан донъя көтөргә тейеш булғандыр... Ул ғынамы: шаҡтай һап-һау егеттең аңһыҙ үлеме артынан ғаиләне үләт һуғамы ни – бер-бер артлы типһә тимер өҙөрҙәй ағалары ла яҡты донъя менән хушлаша.
— Беҙ ете бала үҫтек. Башта өс ҡыҙ тыуғанбыҙ. Өләсәйем нәҫел ебе өҙөлә, тип ҡайғырып, һуҡранып та йөрөгән хатта. Шунан аҙаҡ малайҙар киткән. Бәләкәй ҡустым тыуғас, атайым, ил шатланһын был балаға тип, уны Илшат тип алып йөрөнө. Әммә силсәүиткә таныҡлыҡ алырға барған әсәйем шунда ишеткән ят исемде яҙҙырып ҡайтты. Рушан ҡустыбыҙ үҙе бер башҡа ине: шаян, сос малай булып үҫте, төҫкә һарыраҡ, оҙон буйлы булды. Йыр-бейеүгә маһир ине. Хәйер, Милләт ҡустымдан башҡа бөтәбеҙгә лә музыкаль һәләт бирелгән. Әсәйем таҡмаҡ оҫтаһы булды, ҡойоп әйтер ине, уның көйөнә атайым бейергә төшә торғайны. Рушан Милләт ағаһын бейергә өйрәтеп маташып бер булды. Тиҫтерҙәр һымаҡ буй еткерҙеләр. Ҡапҡа эсебеҙ иркен, сирәм генә беҙҙең, шунда турниктар эшләп, ярышып спорт менән шөғөлләнделәр. Салауат мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, СПТУ-ға уҡырға инде. Армияға тиклем ауылда бер аҙ веттехник булып эшләп китте. Ҡужандан Ильяс Ғафаров менән бер көндә хеҙмәткә оҙаттыҡ. Ҡустымдың яҡты һыны һаман шул килеш күҙ алдымда тора, тик ил шатландырып, иҫән ҡайтырға яҙманы уға... — тип һөйләй Ҡушыйҙа йәшәүсе апайы Фәрүәз Хәкимова.
«Иртәнсәк ата башлайҙар. Төшкә тиклем аталар. Төштән һуң снайперҙар ата. Кискә танкылар, «Град»тар. Төндә йүнләп йоҡлаған юҡ. «Град»тар ата башлаһа, башыңды ҡайҙа тығырға белмәйең. «Катюша»ға оҡшаған бер техника инде ул. Әлегә беҙҙең ротала үлгәндәр юҡ, 13 кеше яраланды. Беҙҙең блиндажға бер снаряд килеп төштө. Ярай, шул ваҡытта беҙ усилениела тора инек. Шул уҡ көндә беҙҙең штабной палаткаға ла снаряд эләккән. Шундағы булған нәмәләрҙән ярсыҡтар ғына ятып ҡалған. Бына бөгөн, 22 март, үҙебеҙгә 3х5 размерлы блиндаж ҡаҙа башланыҡ. Йүнләп эшләп булмай, бер яғынан ҡурҡыныс, бер яғынан яман ялҡытты. Беҙҙәге һымаҡ тупраҡ түгел. Саҡ ҡына ямғыр булһа, бутҡаға әйләнеп китә. 5-6 көн һибәләп ямғыр яуа», — ҡәһәрле һуғыш тураһында Рушан һуңғы хатында ошоларҙы яҙа.
Хаттар бик оҙаҡ йөрөй. Фирғәт ағаһының 15 ғинуарҙа яҙған хатын 16 мартта алыуы тураһында яҙа, хаты өсөн рәхмәт белдерә. «Хат яҙһағыҙ, элекке адрес буйынса яҙығыҙ. Уларҙы беҙгә бында ебәрәләр. Бына минең Чечняла булғанға ике ай булды. Командировканан ҡайтһаҡ, шунда уҡ отпуск алып ҡайтам...»
Ә теүәл бер аҙнанан, йәғни 29 мартта, Рушандың ғүмере өҙөлә. Тик Ҡужанға, уның үлем хәбәренән алда, армиянан ҡасҡан тигән һүҙ килеп етә. Милиция хеҙмәткәрҙәре һалдаттың тыуған йортон күҙәтеү аҫтына ала, ул-был шикле нәмә белмәйһегеҙме, тип, ауылдаштарынан һораша. Ата-әсәнең әрмегә йәше лә тулмайынса, ҙур теләк менән, ашҡынып киткән улдарының йөҙҙәренә оятсылыҡ килтермәҫенә шиге булмаһа ла, йөрәктәре уның менән нимәлер булғанлығын һиҙә. Тыныслыҡтарын, төн йоҡоларын юғалтҡан Ахунйәновтарҙы 5 апрель иртәһендә хәрби комиссариатҡа саҡырталар. Бында уларға Рушандың хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булыуын һәм уның кәүҙәһен Өфөнән алып ҡайтырға кәрәклеген әйтәләр. 7 апрелдә мәрхүмде ерләйҙәр. Уны оҙатып килгән хәрбиҙәр табутты асырға рөхсәт итмәй. Бәләкәй генә тәҙрәсек аша ғәзиздәренең йөҙөн һуңғы тапҡыр ҡараған ата-әсәһе, апай-ағайҙары уның күҙҙәре юҡлығын аңғара, битендә ҙур булмаған яра эҙҙәрен шәйләй. Хәрби частән килгән прапорщик егет, Архангельск ҡалаһынан бер иптәше менән тауҙа һаҡта булғанда, окопҡа снаряд төшөп, ике һалдатты ла һәләк итеүе тураһында бәйән итә. Р. Ахунйәновтың вафат булыу тураһындағы таныҡлығында үлем сәбәбе итеп күкрәгенә күп йәрәхәттәр алыуы, бигерәк тә йөрәк һәм үпкәһе ныҡ зарарланыуы күрһәтелә. Матәм митингыһында сығыш яһаусы капитан уның яҡшы хеҙмәт итеүе, иптәштәре араһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе менән айырылып тороуы арҡаһында Чечняға ебәрелеүсе һалдаттар иҫәбенә һайланыуы тураһында һөйләһә, икенсеһе мәргән атыуын, снайпер винтовкаһынан тоҫҡап тормайынса сәпкә тейҙереүен, пулеметсы булырға теләүен иҫкә ала. Ләкин ялҡынлы телмәрҙәр генә уны кире терелтеп ултыртһасы...
Ҡайғынан бөгөлә ата-әсә. Тик ниңә башта Рушанды дезертирлыҡта ғәйепләүҙәре баштарына һыймай. Улдары үҙе менән гүргә алып киткән аңлайышһыҙ серҙе сисә алмаған Йәғәфәр Хабрахман улы, асыҡлауҙы һорап, шул осорҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаты булған яҡташыбыҙ Р. И. Шөғүровҡа мөрәжәғәт итә. Ауылда ла Рушанды чечендар түгел, әрменән ҡасҡаны өсөн үҙебеҙҙекеләр үлтергән имеш, тигән хәбәрҙәр йөрөүе тамам ғәрлегенә тейә уның.
Май айында депутат запросы буйынса хәрби частән түбәндәге йөкмәткеле яуап килә. 28 марттан 29 мартҡа ҡараған төндә позицияларҙағы атыштан һуң ике хәрбиҙең һәм АК-74 автоматының юҡлығы асыҡлана. Бынан алда частән ҡорал менән ҡасыу осрағы булыуы, егеттәрҙең дә ошо аҙымды ҡабатлауҙарына шикләндерә. Бынан тыш, Эске эштәр министрлығы талабына ярашлы, хәрби хеҙмәт үтәүселәр бер тәүлек эсендә часкә әйләнеп ҡайтмаһа, был турала һалдаттың йәшәү урыны буйынса эске эштәр бүлегенә, хәрби комиссариатҡа хәбәр ителергә тейеш, ә эҙләү ваҡыты өс тәүлектән ашып китһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡужанда Ахунйәновтарҙың өйөн милиция күҙәтеүенә алыныуы, ауыл халҡынан һорашыуҙары юғарынан ҡушылған талапты үтәү булған. Эҙләү операциялары һөҙөмтәһендә, дүрт тәүлектән һуң ғына, урманда һалдаттарҙың кәүҙәләрен табалар. Уларҙың урланыуы һәм йыртҡыстарса язалап үлтерелеүҙәре, кәүҙәләренә мина ҡуйыуҙары билдәле була. Яратҡан улдарының үлеменә юл ҡуйғандары өсөн егеттең ата-әсәһе алдында сикһеҙ ғәйепле булыуҙары, уларҙан ғәфү һорауҙары ла белдерелә. Ошондай уҡ яуап хатын егеттең ата-әсәһе лә ала. Һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысын намыҫлы үтәгән рядовой Р. Й. Ахунйәновтың исеме аҡлана — үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.
— Беҙҙең атай ныҡ ғорур кеше булды. Күп балалы ғаиләгә ярҙам тип, бәләкәй саҡта миңә мәктәптән өр-яңы пальто бирҙеләр. Үлсәп те-гелгәндәй килешле, матур кейемемә ҡыуанып, ырғый-һикерә өйгә ҡайттым. Ләкин атай ярҙамды хушһынманы: «Балаларымды кейендерергә үҙемдең дә хәлемдән килә», — тип иртәгәһенә үк кире ебәрттерҙе. Атай-әсәй икеһе лә колхозда малсылыҡта эшләне. Атайым ғүмер буйы чабан, әсәйем бәрәс ҡараусы булды. Пальто ваҡиғаһынан күп тә үтмәй, премия алып ҡайтҡан атай: «Фәрүәзгә үҙе оҡшатҡан пальтоны алығыҙ», — тип әсәй менән икебеҙҙе городҡа ебәрҙе. Хатта өлкәндәребеҙҙән бәләкәсәйеп ҡалған әйберҙәрҙе туҙҙыра кейергә бирмәне беҙгә. Әсәйемде лә онотманы. Һәр тин иҫәпле булған, өй төҙөгән мәлдә бер ваҡыт магазиндан күлдәклек ҡиммәтле тауар алып ҡайтты. Әсәй һуҡранған була, үҙе ҡыуана... Бына шундай намыҫлы, ғәрсел ине шул беҙҙең атай. Чечняла улдарын юғалтҡан ата-әсәләргә күрһәтелгән хөкүмәт ярҙамы һәм ташламаларынан, шифаханаларға юлламаларҙан баш тартты. Рушанды армиянан ҡасҡан тип өйгә килеп эҙләп йөрөүҙәрен кисерә алманы. «Бик ярҙам иткегеҙ килһә — кинйәмде ҡайтарығыҙ», — тиер ине әсенеп. Атайҙан йәшереп кенә әсәйгә автобуста йөрөүгә пропуск эшләттерҙек. Быны белеп ҡалғас, атай оло ғауға сығарҙы. «Һоранып йөрөмәгеҙ», — тип барыбыҙҙы ла ҡаты тыйҙы,— тип күҙ йәштәре аша хәтирәләрен һүтте Фәрүәз апай.
Улдарын юғалтҡан ата-әсәләр менән уҙғарылған осрашыуҙарға ла Латифа Нуриман ҡыҙы бер үҙе йөрөй. СПТУ-ға, район музейына, баш ҡалаға саҡыралар. «Ҡайғылаштары менән бер-береһен йыуатып, хәсрәт бүлешеп, илап күңелен бушатып ҡайтыр ине, — тип дауам итә ҡыҙы. — Хәрби комиссар 23 февраль, 9 Май байрамдарында өйгә килеп, атай-әсәйҙең хәл-әхүәлдәрен белешә торғайны. Ҡырыҫ холоҡло атайымдың шул ғына иғтибарҙан күңеле булып ҡала торғайны барыбер».
Ҡасандыр тормош ҡайнаған йортта бөгөн бушлыҡ хөкөм һөрә. Иҫәндәре — ҡыҙҙар — килен булып төшкән ерҙәренә ереккән. Киевтағы иң өлкән апайҙары Фатима менән, Украинала бола башланғас, бәйләнеште юғалтҡандар. Ул 2007 йылда һуңғы тапҡыр Ҡужанға ҡайтып киткән, хәҙер һеңлеләре уның иҫәнме-юҡмы икәнлеген дә белмәй. Фәрзәнә Магнитогорскиҙа.
— Яҙмыштан уҙмыш юҡ тиһәләр ҙә, Рушаныбыҙҙы хәрби хеҙмәттән йолоп ҡалыу мөмкинлеген иҫкәрткән билдәләр булған. Тик уларҙы ваҡытында дөрөҫ итеп уҡый ғына белмәгәнбеҙ. Уға тиклем өс улын армияға оҙатып, ҡаршы алған әсәйемдең кинйә улын хеҙмәткә ебәрмәҫкә лә хоҡуғы булған. Унан күпкә алдараҡ, Рушан мәктәптә уҡығанда әле, Фатима апайымды ҡиәмәтлек ҡыҙ итеп ҡабул иткән украин ғаиләһе кесе малайығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ, кәм-хур булмаҫ, уҡытырбыҙ, тип атай-әсәйгә хат яҙҙы. Әлеге атайымдың «ер аяғы, ер башына ебәрмәһәм, төпсөгөмдө үҙем уҡыта алмайыммы», тигән ғорурлығы. Шунда ебәргән булһаҡ, бәлки, бөгөн иҫән-һау ҙа булыр ине. Тағы ла ҡустым армияға йәше тулмайынса китте. Үҙ тиҫтерҙәре менән бергә, һуңыраҡ алынһа, Чечняға эләкмәҫ ине. Ә ул ут эсенә инде... — Фәрүәз апайға ҡушылып, инде мин дә йәштәремде тыя алмайым.
Һалдат әсәләре менән осрашыуҙарға районда йәшәгән берҙән-бер ҡан туғаны булараҡ Ҡушыйҙағы ошо апайы йөрөргә тырыша. Хөрмәтләп тороуҙары өсөн «Боевое братство» ойошмаһы егеттәренә рәхмәтле. Асҡарға килгәнендә ДОСААФ алдындағы һәйкәлгә туҡталып, ҡәҙерле ҡустыһының исем-шәрифе яҙылған һалҡын ташты һыйпап ҡайтыуҙан күңеле була. Былтыр хәрбиҙәрҙе яҡлау буйынса республика комитеты саҡырыуын ҡабул итеп, Өфөлә уҙған Төньяҡ Кавказда һәләк булған яҡташ яугирҙәрҙе иҫкә алыу сараһында ҡатнашҡан. «Ҡайғылы әсә» мемориалы янында митинг уҙған, сәскә һалғандар, «Һәләк булған Тыуған ил һаҡсыһы ғаиләһенә» тигән иҫтәлекле миҙал биргәндәр.
Хәрби бурысын үтәгәндә башын һалған һалдат апайын бөгөн борсоған төп һорау — атай-әсәй йортон ипкә килтереү. Хужаһыҙ донъя емерелә башлаған. «Атайым иҫән булһа, әлбиттә, ҡул да тейҙермәҫ ине. Ләкин бөгөн мин ярҙам һорарға мохтажмын», — ти, үҙе лә тол ҡалған ҡатын. Һәм тағы 1996 йылда уҡ телгә алынған Рушан Ахунйәновтың исемен мәңгеләштереү — ул уҡыған мәктәпкә, ауыл урамдарының береһенә исемен биреү мәсьәләһенең һүҙҙә генә тороп ҡалыуына үпкәһе бар. Бәлки, ошо мәҡәлә боҙҙо урынынан ҡуҙғатыр...
Читайте нас: