Музейға Өфөнән «Содружество» Рәсәй хәрби хеҙмәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы Борис Малородов сәфәр ҡылды. Борис Яковлевичтың килеүенең маҡсаты — Таһир Кусимов етәкләгән 275-се полктың хәрби байрағының реконструкцияһын музейға тапшырыу.
Баш ҡала ҡунағының оло бүләген ҡабул итеү кеүек изге эшкә музей директоры Фәнилә Билалова Күсем егеттәре – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусылары — йәш шайморатовсылар Рамазан Моратшин һәм Динир Зәйнуллинды йәлеп итте. Сарала шулай уҡ Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Илүзә Әхтәмова, мәғариф ветераны Рус-лан Әйүпов һәм Ташбулат ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ошоға тиклем беҙ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ғына байрағын күргәнебеҙ бар ине. Баҡһаң, Борис Яковлевич әйтеүенсә, данлы ауылдашыбыҙ Таһир Кусимов етәкләгән полктың ысынында байрағы булмаған, әммә архивта уның эскизы килеп сыҡҡан, тап шул эскизға таянып хәрби байраҡ тергеҙелгән.
Сараның дауамында Б. Я. Малородовтың «Этих дней не смолкнет слава, не померкнет никогда...» яңы сыҡҡан китабының презентацияһы үтте. Әйтергә кәрәк, Борис Яковлевич 112-се Башкавдивизияның тарихын бик ентекле өйрәнә, архивтарҙа эҙләнеп яңы мәғлүмәттәр тәҡдим итә, «Несокрушимая и легендарная 112-я...» тигән китабы ла юғарыла әйтелгәндәргә дәлил. Бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә эйә булған Борис Яковлевич үҙенең ялҡынлы телмәрендә: «Ҡа-батланмаҫ батырлыҡтар эшләгән 112-се дивизия атлылары, Миңлеғәле Шайморатов, Герой ауылдашығыҙ Таһир Кусимов, уның полкташтары тураһында һеҙ ентекле белергә бурыслыһығыҙ, белеү генә түгел, һеҙ был хаҡта һөйләргә тейешһегеҙ!» — тип мөрәжәғәт итте. Сараның аҙағында ул үҙенең китаптарын бүләк итһә, Ташбулат ауыл биләмәһе хаки-миәте Таһир Кусимов музейы менән берлектә ҡунаҡтың үҙенә маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.