-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
26 Ғинуар 2021, 13:07

Аманат көсө. Ә осо ҡайҙа?

Исмәғил олатайымдың аманаты ул. Миңә 12 йәштәр самаһында һөйләгәйне. Хәҙер күп кенә исемдәр онотолған, факттар хәтерҙән юйылған.

Был тарихты миңә Хәдимә еңгә һөйләне. Ул Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. «Гәзиткә яҙырға әллә нисә тапҡыр ынтылдым, тик урыҫ араһында йәшәп, әҙәби телде онотҡанмын. Исмәғил олатайымдың аманаты ул. Миңә 12 йәштәр самаһында һөйләгәйне. Хәҙер күп кенә исемдәр онотолған, факттар хәтерҙән юйылған. Шулай ҙа бынан 100 йыл элек олатайымдың башынан үткәндәрҙе кешеләргә еткергем килә, — тип башланы ул хикәйәтен. — Бәлки, Австриянан ҡайтҡан аманат — алтын сәғәт тә һаҡланғандыр, уның хужаларының туғандары иҫәндер, ейәндәре-бүләләре берәй нәмә беләлер». Нисәмә йылдар, күпме юлдар үтеп тә, юғалмаған, боҙолмаған, ватылмаған, хужаһын нисәмә үлемдәрҙән һаҡлап алып ҡалған аманат бит ул!
Исмәғил Шаһизадин — Ишҡол ауылы егете. Яңы ғына донъя көтә башлаған егетте 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына алалар. Уны 16 йәшендә генә еңгәһенә өйләндергәс, Факиһа исемле ҡыҙы тыуып ҡала. Уның менән бергә бер туған ҡустыһы Абдрахман да фронтҡа оҙатыла. Һуғыштың бөтә ауырлығын елкәһендә татып, оҙон юлдар үтә, еңелсә бер-ике тапҡыр яралана, асыҡҡан, туңған саҡтары йыш булһа ла, баһадир башҡорт егете бирешмәй. Австрияға барып еткәс, ҡаты яралана. Иҫенә килгәндә, ҡанға батҡан аяғын һәм эргәһендәге үле һалдаттарҙы күрә. Башҡа бер кем юҡ. Яра ауыр, шыуышып булмай. Ҡапыл ул яңы ғына яу үткән яланда еҫкәнеп йөрөгән бер этте шәйләй. Бына ул Исмәғил янына яҡынлай, ләкин һалдатҡа теймәй, еҫкәй ҙә ситкә сабып китә. «Эй, был санитар эт булды шикелле, ниңә пилоткамды булһа ла тешләтеп ебәрмәнем икән», — тип үкенеп ятҡанда, теге эт ике һалдатты эйәртеп килә ине инде!
Госпиталдә табиптар Исмәғилдең аяғынан снаряд ярсығын алалар, яра ауыр булһа ла, ваҡытында операция яһау аяҡты һаҡлап алып ҡала. Теге санитар эткә рәхмәт уҡый ул. Егет төҙәлеүгә бара, кире фронтҡа китергә әҙерләнгәндә яңы яралыларҙы килтерәләр. Араларында кемдеңдер ыңғырашыу аша доға уҡығаны һәм башҡортсаға оҡшаған бер-ике һүҙе ҡолағына салына. Әлеге һалдат янына йүгереп бара. Ул, ысынлап та, башҡорт егете, Исмәғилдең яҡташы булып сыға. Баймаҡ яғынан икән. Юлыҡ ауылы. Исеме онотолған. Танышҡас та, яралы һалдат: «Һиҙәм, мин әҙәм булалмам инде… Ауылымды ла, туғандарымды ла ҡайтып күрә алмам... Яуҙа күрһәткән батырлығың өсөн тип, ошо алтын сәғәт менән бүләкләгәйнеләр. Һин, ҡустым, шуны ғаиләмә алып ҡайтып тапшыр инде. Минән аманат булыр», — тип үтенә. Исмәғил үҙенең иҫән-һау ҡайтырына ышанмаһа ла, сәғәтте алып ҡайтып еткерергә һүҙ бирә. Һалдат тоғоноң бер мөйөшөнә бик оҫта итеп төйнәп ҡуя ла, бисмиллаһын әйтеп, тоғоноң бауҙарын рәтләп, арҡаһына кейеп ала.
Тағы фронт. Һуғыш-ҡырылыш дауам итә. Дошман атакаһы туҡтамай. Окопта ятҡан ас һәм ябыҡ һалдаттар өҫтөнә бер туҡтауһыҙ снарядтар яуа. Пулялар һыҙғыра, пулеметтар тыҡылдай. Бына Исмәғилдең янында ғына снаряд төшөп ярылды. Көслө шартлауҙан ҡолағы тоноп, башын ҡалҡытһа, ни күрһен: эргәһендә ятҡан юл тоғоноң яртыһы юҡ. Снаряд уның өҫтөнә төшкән! Егет тиҙ генә тоҡ киҫәген алып һәрмәп ҡарай — мөйөшөнә төйөп бәйләнгән аманат сәғәт иҫән!
Һуғыш аҙағына яҡынлашҡан мәлдә Исмәғилдәр әсирлеккә эләгә. Әсирҙәр күп, һуғыштан миктәгән Австрия уларҙы ашата алмай, байҙарға таратып бирәләр. Бюргерҙа тормош ауыр булмай егәрле егеткә: мал ҡарай, көтөү көтә, фермерҙың улы, ҡыҙы менән башҡа хужалыҡ эштәрен башҡара, бергәләп бесән сабалар. Йорт янынан аҡҡан йылғаға ҙур тимер һауыт менән һөт ҡуялар (көн дә айыртмаҫ өсөнмө, әллә ҡош-ҡортҡа ойотоп бирер өсөнмө), өҫтөнә ҡаймағы сығып ҡатып китә хатта. Исмәғил шул һөттө эсер-гә әүәҫләнеп ала: һоҫоп алып эсһәң — урыны беленә, шуға ул ҡурайға оҡшаш үләндән көпшә эшләп алып, шуның менән көн һайын ҡуйы һөттө һурып ҡына эсеп йөрөй. Ябыҡ, йонсоу һалдаттан көслө, таҙа ир-егеткә әйләнеп, матурайып китә. Немецса һөйләшергә лә өйрәнеп ала. Ләкин бюргерҙа оҙаҡ йәшәй алмай, бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, әсирҙәргә ҡайтырға ҡушыла. Ҡустыһы Абдрахман илгә ҡайтырға теләмәй, Болгарияла ҡала, «Ғәйшә ҡыҙымды ҡарағыҙ», — тигән сәләмен генә ебәрә. Әлеге һалдат тоғо, Исмәғил тоҡ мөйөшөндәге алтын сәғәт менән тағы оҙон юлға сыға. Әсирҙәрҙе Стамбулға килтереп тултыралар. Рәсәй пароходына ултырыр алдынан Исмәғил янына бер боцман килә: «Һин көслө егет күренәһең, ҡайҙан булһа ла берәй мискә таҙа һыу табып килтер, юлда кәрәк буласаҡ», — ти. Исмәғил ҙур фляга менән һыу килтергәс, баяғы боцман уны трюмға йәшерә. Тыңҡыслап тултырылған әсирҙәр юлда ашау һәм эсәр һыу етмәүҙән үлә башлайҙар. Диңгеҙ һыуы эскәндәрҙә дизентерия башлана, ҡоҫоп ауырыйҙар, үлгәндәрҙе борт аша ташлап баралар… Исмәғил менән боцманды таҙа һыуҙары ҡотҡара. Арҡала тоғо, уның ике мөйөшө шул тиклем ыҡсым, оҫта төйнәлгән, эсендә сәғәт ятыуы бер нисек тә шик тыуҙырмай, юҡһа уны йә урлап, йә талап алырҙар ине күптән…
Һәм бына Одесса. Уларҙы Врангель һәм офицерҙар ҡаршы ала. «Аҡ һалдат итеп алалар», — тип бышылдаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, ауылдашы Ибраһимды танып ала. Ҡыуаныстан егеттәрҙең күҙенә йәш тула. Уларҙы тимер сым менән уратып алынған урынға килтереп, кейем һәм ҡоралды иртәгә аласаҡһығыҙ, хәҙер ял итегеҙ, — тип, һаҡсылар ҡуялар. Һуғыштан, алдағы билдәһеҙлектән арыған ауылдаштар төндә ҡасырға була. Уларға тағы ике башҡорт егете лә эйәрә. Был болғанышта күп кеше араһынан юҡҡа сығыу ауыр булмай уларға. Тәүге көн ҡаланың йәһүдтәр йәшәгән яғында ташландыҡ өйҙәрҙең, һарайҙарҙың түбәһе аҫтында ҡасып яталар.
Төнөн көнсығышҡа ҡарап юлға сығалар. Төнгө юлды йондоҙҙарға ҡарап билдәләйҙәр. Көндөҙ урман эсенә йәшенәләр, төнөн атлайҙар. Нимә табалар, шуны ашайҙар: төрлө үлән, ҡош-ҡорт… Хохол, урыҫ ауылдарына туҡтарға ҡурҡалар, далала ниндәйҙер ҡырғыҙҙар йәйләүенә килеп сығалар. Бер аҙ хәл алыр өсөн, тамаҡ хаҡына көтөү көтөргә ялланалар. Бер нисә аҙна үткәс, теге йәш егеттәрҙең береһе: «Быларҙың аттарын менеп ҡасайыҡ», — тип тәҡдим итә, башҡалар риза булмағас, үҙе ҡасып китә. Ҡырғыҙҙар уны ҡыуа сыҡмай, эҙләмәйҙәр ҙә. «Бүреләр ауыҙына үҙе теләп барып инде», — тип ҡул ғына һелтәйҙәр. Ысынлап та, бер ай тирәһенән көтөүҙәре менән улар баяғы егеттең һәм атының мәйеттәренең ҡалдыҡ-боҫтоғона килеп юлығалар. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡырғыҙҙарға хәлде аңлатып, Башҡортостанға ҡайтып барыуҙарын әйтеп, Исмәғилдәр Уралға ҡарап тағы юлға сыға.
Һарытау тирәһенә яҡынлашҡанда асығып-арып йонсоуҙары өҫтөнә ниндәйҙер ауырыу ябырыла. Бер ҡаҙаҡ йәйләүенә килеп сығалар. Тик әҙәм заты күренмәй. Тирә-яҡ тулы мал да, бер ҡаҙаҡ ҡатыны ғына, уның 3-4 балаһы бар.
«Нисек килеп йығылғанды томанлы ғына хәтерләйем, иҫте юғалтҡанмын, — ти торғайны олатайым. — Ҡаҙаҡ ҡатыны бер йылҡыһын һуйып, ҡоротло һурпа, ҡымыҙ, үлән сәйҙәре менән мине дауалап аяҡҡа баҫтырҙы. Берәүебеҙ ул сирҙән мандый алманы, вафат булды. Телдәр оҡшаш булғас, бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ, һөйләп бирҙек баштан үткәнде. Ул беҙҙең ҡалыуыбыҙҙы һораны. Бурыслы булып ҡалғыбыҙ килмәне уға, риза булдыҡ. Һуғыштан ҡасып йөрөйбөҙ бит инде, илдә әллә нимә көтәлер беҙҙе, ҡулға алыуҙары, төрмәгә тығып ҡуйыуҙары ла бар. Ибраһим менән теге егет шул тирәләге икенсе бер ҡаҙаҡтарға барып ялланды, мин әлеге ҡатын йәйләүендә ҡалдым. Дөйөм алғанда, ике йыл тирәһе йәшәп ташланыҡ без ҡаҙаҡ далаһында. Көтөүен дә көттөк, тирмәһен йүнәттек, малдарын ҡыш сығарҙыҡ, ҡыш яғырлыҡ тиҙәк әҙерләй торғайныҡ. Ә теге юл тоғом имен-аман тирмә ишеге башында элеүле торған бит. Уны онотоп та ебәргәнмен икән. Беҙ Ибраһим менән ҡайтырға булғас, ҡаҙаҡтар беҙгә икебеҙгә лә ат биреп, юлға аҙыҡ тейәп, оҙатып ҡалдылар.
Ибраһим йүнәлеп бөтмәгән булдымы, яңы сир йоҡторҙомо, уға тыуған яҡҡа ҡайтып етергә насип булманы. Хәле насарайғас, Яйыҡ буйына килеп туҡтаныҡ. Бер атты һуйып, үҙемсә дауалап ҡараным, минең әмәлдәрем уға ярҙам итмәне. Ауылдашымды Яйыҡ ярында ерләп киттем. Инде Һаҡмарға яҡынлағанды ла тойомлай башланым. Урмандар башланды. Ҡасан ғына барып сығам инде яланыма?!
Йылайыр тирәһендә мине урман ҡырҡып йөрөгән кешеләр туҡтатты. Мине ҡаҙаҡҡа һанап, таларға уйланылар, шикелле: эйәрҙән һөйрәп төшөрөп, атымды тартып алдылар, тоғомдоң ауыҙын сисеп, эсендәге әйберҙәрҙе ергә һибеп ебәрҙеләр. «Теймәгеҙ миңә, мин дә һеҙҙең кеүек башҡорт», — тиеп ҡарайым. Ҡайҙа ул, ике йыл ҡаҙаҡтар менән йәшәү телде үҙгәрткән, ышандыра алманым. Ярай, туҡмаманылар, башыма тоғомдо кейҙереп китеп барҙылар. Мин ултырам хайран ҡалып — тағы тоҡ һәм мөйөшөнә төйнәлгән алтын сәғәт иҫән ҡалды! Нимә был? Аманаттың бер тылсым көсөмө? Юлымды йәйәү дауам иттем. Бара биргәс, Атаусағыл күренде, шуға төбәп атлайым хәҙер. Ҡара урмандарҙы ла үттем. Күптәр урман ярата, миңә ҡалһа, яланымдан да матур, ғәзиз ер юҡ! Бына ята улар! Килеп етеп киләм, тимәк. Дүртәү ҡасҡайныҡ, бер үҙемә генә яҙҙы микән ҡайтып йығылыу тыуған илдәргә… 1921 йылда!!!
— Һаумыһығыҙ, яландарым!
Ерҙә тәгәрәп йөрөп иланым… Ана бит Атаусағыл! Бына Ишҡолом! Нисек ҡайтып ингәнемде һөйләй алмайым. Ҡыуанысым алҡымдан алып, иҫемде юғалтҡанмындыр, моғайын, бер нәмә лә хәтерләмәйем. Артыҡ шатланыу ҙа килешмәй кешегә ҡайһы берҙә.
Ләкин 3-4 көн үтеп, иҫем теүәлләнеп, хәл инеп, баш-күҙ алғас, әлеге аманат иҫкә төштө. Ҡатынға, ике ҡустыма — Ғәлимйән менән Фәтхетдингә, туғандарға был алтын сәғәттең тарихын, минең менән нисәмә мең саҡрым юлдар үтеп ҡайтып еткәнен һөйләп бирҙем. Ах иттеләр, хайран булдылар. Мин тағы юлға әҙерләндем…»
Барып таба Исмәғил олатай Юлыҡ ауылын. Теге һалдаттың ғаиләһенә аманатты алып барып тапшыра. Кемдәр була һуң улар? Бөгөнгө Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы кешеләренең берәйһе булһа ла был тарих һәм аманат сәғәт тураһында белмәйме икән? Бәйләнешкә инергә теләүселәр булһа, Шаһизадин Исмәғилдең ейәнсәре Килсенбаева Хәдимә Фирғәт ҡыҙының телефонына (ватсап) 8-906-853-68-41 шылтыратығыҙ.
Зилә ПСӘНЧИНА.

Читайте нас: