+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
29 Ғинуар 2021, 11:15

В. Путин Еңеү музейында булды

Рәсәй Президенты Еңеү музейында булды һәм Ленинград блокадаһын өҙөүгә 77 йыл тулыуға бағышланған онлайн проектты башлап ебәреүҙә ҡатнашты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Еңеү музейында булды һәм Ленинград блокадаһын өҙөүгә 77 йыл тулыуға бағышланған онлайн проектты башлап ебәреүҙә ҡатнашты.
Президент «Еңеүселәр» исемле тарихи залды ҡараны. Уникаль экспозиция Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән бөтә быуын совет халҡы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә бағышланған. Был Хәтер һәм дан йылының төп проекттарының береһе булды.
Ил башлығы «Халыҡ батырлығы» тип исемләнгән күләмле экспозиция менән дә танышты. 3000 квадрат метрға якын майҙанды биләгән экспозицияла 7 меңләп экспонат, 22 фильм-реконструкция, өс үлсәмле панорама бар.
Владимир Путин музей кинозалында «Подольские курсанты», «Фау-2. Побег из ада», «Летчик», «Зоя» фильмдарынан фрагменттар ҙа ҡараны.
Был хаҡта тулыраҡ: http://www.kremlin.ru/events/president/news/64941
Читайте нас: