+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
11 Февраль 2021, 10:00

Студенттар Т. Кусимов музейында булды

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында үҫеп килеүсе йәш быуында патриотик тойғолар тәрбиәләүгә, тыуған илгә һөйөү, илебеҙ тарихына ихтирам уятыуға иғтибар ҙур бирелә.

Күптән түгел беренсе курс студенттары производствоға өйрәтеү мастеры А. Р. Ишмурзин оҙатыуында Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Т. Кусимов музейында булды.
Студенттар музей экспонаттарын бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Яҡташыбыҙ Таһир Тайып улының хәрби юлы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн ҡыйыу һуғышҡан башҡа яҡташтарыбыҙҙың батырлығы хаҡында күп нәмәләр белде.
Читайте нас: