+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
12 Февраль 2021, 13:12

Һуңғы колоннала...

1989 йылдың 15 февралендә ун йыллыҡ һуғышҡа нөктә ҡуйылып, совет һалдаттары Афғанстандан сығарыла. Тыуған ил алдындағы изге бурысын сик буйы ғәскәрҙәре сафында үтәгән, совет-афған сиген һаҡлауҙа ҡатнашҡан Асҡар егете Радик (документ буйынса Радий) Мөхәмәтов та үҙенең БТР-ында Афған һуғышынан сығарылған һуңғы колонна рәтендә союзға ҡайта...

1989 йылдың 15 февралендә ун йыллыҡ һуғышҡа нөктә ҡуйылып, совет һалдаттары Афғанстандан сығарыла. Тыуған ил алдындағы изге бурысын сик буйы ғәскәрҙәре сафында үтәгән, совет-афған сиген һаҡлауҙа ҡатнашҡан Асҡар егете Радик (документ буйынса Радий) Мөхәмәтов та үҙенең БТР-ында Афған һуғышынан сығарылған һуңғы колонна рәтендә союзға ҡайта...
Мин нисек һалдат итеген кейҙем?
— Асҡар мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Сибай тау-байыҡтырыу техникумына уҡырға индем. Шунда уҡып йөрөгәндә ҡала хәрби комиссариатына саҡырылып, хәрби иҫәпкә ҡуйылдым. Автомеханик һөнәрен алыу менән бергә «В», «С» категориялы водитель булып сыҡтым. Асҡарға ҡайтып, колхоз-ара урман хужалығына эшкә төштөм, ЗИЛ-157 машинаһына ултырҙым. Беҙ йәшәгән Матросов урамында өй телефоны Фәттәховтарҙа ғына була торғайны. Люциә Мирғәсим ҡыҙы ул ваҡытта депутат та ине. Бер көн эшкә китергә йөрөгәндә ул инеп: «Радик, Сибайҙан шылтыратып, һине саҡырып торалар, иртәгә армияға китәһең», — тине. Әрме йәшем етеп, повестка көтөп йөрөгәс, был хәбәрҙе тыныс ҡабул иттем. Әсәйем генә албырғап ҡалды. Төштән һуң эшкә барып, ғариза яҙҙым, хәрби хеҙмәткә китеүем тураһында ике иптәшем — Рәүеф Минһажев, хәҙер мәрхүм инде ул, менән Нәжип Суфиянов ҡына белеп өлгөрҙө. Ашығыс булғас, оҙатыу кисәһе үткәреп булманы. Иртәнге сәғәт етенсе яртыла Магнитогорск автобусында Асҡарҙан ҡуҙғалдым. Красная Башкирияла Сибай поезына ултырҙым. Сибайға килгәс, сәсте алдырҙым һәм сәғәт 12-се ярты тулыуға хәрби комиссариат алдында тора инем инде. 1987 йылдың 17 ноябре ине был.
Яҙмыш уны Урта Азия сик буйы округына — Үзбәк ССР-ының иң көньяғында, Афғанстан менән сикләүсе Амударья йылғаһының уң ярында урынлашҡан Термез ҡалаһына илтә. Әҙерлек үткәндән һуң, 1988 йылдың май аҙағында уларҙы Афғанға оҙаталар.
Афған мәңгелеккә хәтерҙә
Балх провинцияһының Мазари-Шәриф ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә яҡташыбыҙ.
— Беҙ сик аша үтеүсе карауандарҙы тикшерә инек. Төп бурыс — сит илдән ҡорал индермәү, бандит төркөмдәрен үткәрмәү. Беҙ хеҙмәт иткән осорҙа тынысыраҡ булһа ла, төрлө хәлдәргә осраныҡ, — тип дауам итә һүҙҙе Радик Сәлим улы. — Бер ваҡыт урындағы халыҡ тиҙҙән сик аша 300-ләп кешенән торған бандформирование үтергә тейеш, тип хәбәр итте. Әйткәндәй, урындағылар менән беҙ бик дуҫ булдыҡ. Аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ бирһәк, улар алмашҡа мәғлүмәт еткереп торҙо. Өс көн көттөк, әммә уларҙың да разведкаһы, күрәһең, һәйбәт эшләгән. Мин БТР-ҙа механик-водитель булғас, йыш ҡына йә иң башта, йә аҙаҡта колонналарҙы оҙатып йөрөнөм.
Үҙенең Афғанда хеҙмәт итеүен яҡын туғандарына түгел, хатта дуҫтарына ла хәбәр итмәй Радик. Өҫтән тыйыу ҙа булмай, бары әсәһенең йөрәгенә ут һалғыһы килмәй. Хәрби часть адресы буйынса хатлашыу дауам итә. Ләкин уның тыныс ерҙә түгеллеген Илшат ағаһы нисектер һиҙенә. Ул да әсәһенә өндәшмәй. Хәрби бурысын имен-һау тултырып ҡайтып ингәс кенә, өйҙәгеләргә туғыҙ ай Афғанда булыуын әйтә. «Әсәйем түгелеп илап ебәрҙе. Ә мин: «Малайың иҫән, бына алдыңда торам бит», — тип йылмайып, уны күкрәгемә ҡыҫтым», — тип хәтерләй яугир.
— Афғанда иң зар иткән мәсьәләләрҙең береһе һыу булды. Эсәр һыуҙы ташыйҙар ине. Рейдҡа киткәндә үҙебеҙгә етерлек һыу алабыҙ. Ләкин ут аҫтына эләкһәң, һыуташығыстың мискәһен тишә аталар. Таяҡ тығып ҡуйыр инең, сүллектә уныһы ла юҡ. Сепрәк менән көпләйбеҙ — барыбер аға. Ҡалған һыуҙы ҡәҙерләп кенә тотонорға тура килә. Һуңынан бөтөнләй һыуһыҙ ҡалабыҙ, сарсауҙан ирендәр ярыла, ауыҙҙа төкөрөк тә юҡ. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, оҙаҡ һыуһыҙ интегеүҙәр, шул мәлдәге кисерештәр онотолмай ыҙалатты. Урамда һыу колонкаһы эргәһенән уҙып барһам, үҙем дә һиҙмәҫтән һыуға ынтылам, эсмәй үтеп китһәм, аҙаҡ һыуһармын, һыу бөтөр кеүек тойола торғайны...
Сүл, ҡом бурандары хасил иткән тау кеүек һырынтылар — бархандар иленең тынды ҡурыр, түҙеп торғоһоҙ эҫелеге лә үҙәгенә үтә. «Казармаға ҡасып та ҡотолормон тимә. Ярға ырғытылған балыҡ хәлендәһең. Йыш ҡына бала саҡтағы кеүек ирендәр күгәргәнсе, теш тешкә теймәҫлек булып өшөгәнсе һыу инеү тураһында хыяллана инем».
Бер мәл хеҙмәттәштәр араһында ҡыҙыу бәхәс сыға. Береһен береһе уҙҙырып, үҙенең тыуған ерен маҡтай. «Ә беҙҙә ҡышҡыһын йылы. Курткала ғына йөрөйбөҙ», — ти бер егет. «Ә ундай ҡыш ҡышмы һуң? — тип бәхәскә ҡушыла Радик. — Үәт беҙҙең Уралда, исмаһам, ҡыштарҙың ысыны! 40 градуслыҡ сатнама һыуыҡтар, өйөрмә бурандар, көрттәрҙең тәрәнлеге! Ҡар һырынтылары өй ҡыйығына етә, хатта ҡыш әсирлегендә ҡалған өйҙәрҙе ҡаҙып сығарырға ла тура килгеләй ҡайсаҡ. Ә яҙғыһын гөрләүектәр йүгерә, ҡоштар һайрай, тәбиғәт уяна — иҫ киткес матурлыҡ! Йәйҙәрен беҙ емеш-еләккә, бәшмәккә йөрөйбөҙ. Күк күкрәтеп, йәшнәп ямғырҙар яуып уҙа. Көҙ тураһында әйтеп тораһы түгел — көҙҙәребеҙ беҙҙең алтын». Ошо урында бәхәс өҙөлә…
Шулай, тыуған ерҙең ҡәҙерен унан ситтә булғанда нығыраҡ төшөнәһең икән, ти әңгәмәсем. Тау менән тау ғына осрашмай — Афғанда ауылдашы Фәнил Заһретдинов менән тап булышып, ҡосаҡлашып күрешәләр. Ул СССР сиген һаҡлаусы погранотрядтың 1-се, Радик 4-се мотоманевр төркөмөндә хәрби бурысын үтәй.
— Уйлап ҡараһаң, армиялағы 2 йыл — ғүмерҙең бер мәле генә, әммә мәңгелеккә иҫтә ҡала, — ти ул, әле йәшәлгән йылдары бейеклегенән. — Айырыуса Афғанды йыш иҫкә алам. Хәрби дуҫтарым менән хәҙер ҙә бәйләнеш тотам.
Радик ағай ҡәҙерләп һаҡлаған изге ҡомартҡыһы — армиянан тотоп ҡайтҡан дипломатынан ҡыҙыл бәрхәт менән тышланған фотоальбомын сығарып, иптәштәре менән бергә төшкән фотоларҙы байҡай. Әйткәндәй, әрме альбомын ул иҫ киткес матур итеп үҙ ҡулдары менән биҙәгән, рәсемдәрен дә үҙе төшөргән. Присяга ҡабул иткәндә, хеҙмәт итә башлағас төшкән төҫлө фотоларынан тыш, ҡалғандары, нигеҙҙә, был шөғөл менән мауыҡҡан иптәштәренең эше. Уның ҡарауы күпме иҫтәлек — Мазари-Шәрифтә төшкән фотолар, хатта Афғанстандан колонна менән сыҡҡан мәл дә мәңгеләштерелгән.
1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан сыҡҡас, яҡташыбыҙ кире Термез ҡалаһындағы часына ҡайта һәм хеҙмәтен тултырып, ноябрь аҙағында тыуған яғына юл тота. Әрме альбомының һуңғы битендә Ташкент вокзалы алдында дуҫтары менән хушлашҡан саҡтың фотоһы урын алған. Бер ҡат хәрби формалағы егеттәргә ҡарап, көҙҙөң һуңғы көндәре тип уйламаҫһың да.
Үзбәкстан 23 градус йылылыҡ менән оҙатып ҡалһа, тыуған яҡ 21 градуслыҡ һыуыҡ менән ҡаршылай. Магнитогорскиҙа поездан килеп төшкәс тә, итеге аҫтында ҡар шығыр итеп ҡалғас: «Бына, исмаһам, ҡыш!» — тип, күңеле танһыҡлаған һалҡын һауаны күкрәк тултырып һулай, еңелсә генә кейенгән һалдат. Был инде 1989 йылдың 1 декабрь иртәһе була.
Әрменән һуң
Бер килке баш-күҙ алғас, 1990 йылдың башында егет үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Ярты ай самаһы йөк машинаһын йөрөтә лә, «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенә водитель булып күсә һәм 27 йыл ғүмерен ошо хеҙмәткә арнай. Радик Мөхәмәтовты ярты район нәҡ «скорый» водителе булараҡ танып белә һәм ихтирам итә. Ғүмер өсөн көрәш барған киҫкен осраҡтарҙа фельдшерҙар менән бер ҡатарҙан беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүгә ташлана. Капельница ҡуйыу, дарыу ампулаларын асып укол әҙерләү кеүек эштәрҙе белә. Ә үҙенең эшенә килгәндә, елдәй етеҙ елгән водителгә тел тейҙерерлек түгел.
Машинаға оҫта идара итеүе ҙур бәләнән дә аралай. Бер йылы ул ике-өс ай РТП-ла эшләп китә. Эш хаҡы ҡулдан таратылған осор. Предприятиеның «буханка» машинаһында Өфөгә Һаҡлыҡ банкыһынан аҡса алырға баралар. Ҡайтыр юлда алыҫ райондан бер хеҙмәткәрҙең ҡатыны менән улын да ултыртып алалар. Быларҙа ҙур сумма аҡса барлығы тураһында ҡайҙан мәғлүмәт сыҡҡандыр, арттарынан ят машина ҡыуа төшә. Бормалы тау юлында шәп итеп ҡыуып булмай, етмәһә «буханка» үргә ҡарай насар һөйрәй, ә теге «текә» машина уларҙы юл ситенә ҡыҫырыҡлап маташа. Шунда ла үҙенең тәүәккәлеге, дыуамаллығы менән уҡтай алға ынтылып, яуыз уйлыларҙың тырнағынан ысҡына ала. «Был хәлдең бик ҡурҡыныс тамамланыуы ла ихтимал ине, аҡсанан бигерәк, пассажирҙарымды уйланым», — ти был хаҡта.
1996 йылда Ҡушый һылыуы Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Аҡыллы ҡатын тормош иптәшенең эше тынғыһыҙ, ауыр булыуын аңлай һәм уға гелән рухи терәк була. Ғаиләлә өс бала — Гөлнара, Гөлли, Динир донъяға килә. Афған ветераны ғаиләһе булараҡ Мөхәмәтовтарға ике бүлмәле фатир бирәләр. Ғаилә башлығы айырым йорт һалыу тураһындағы уйын да тормошҡа ашырып, тиҙҙән нигеҙ күтәрә. Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, арҡаланыр кеше булмаһа ла, Радик Сәлим улына атаһынан мираҫҡа оҫталыҡ күскән.
— Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, урын-еренә еткереп атҡарыу хас уға. Эш араһында төҙөлөштө алып барып, биш йыл элек ике ҡатлы яңы өйөбөҙгә күсеп сыҡтыҡ, — тип һөйләй Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы.
Хәйер, һәр нәмәгә маһир, алтын ҡуллы оҫтаның ярҙамы кемдәргә генә теймәгән икән? Дауаханала бергә эшләүсе коллегаларының итек үксәләрен ҡатып бирһенме, ул боҙолған үтек, сәс бөҙрәткестәрен йүнәтһенме... Машина ремонтлау буйынса ла, көн-төн тип тормай, һорап килеүселәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай.
Бынан өс йыл элек сәләмәтлек хәле буйынса Радик ағай эшенән китергә мәжбүр була. Инвалидлыҡ буйынса еңел хеҙмәткә күсә, дауаханаға лифтер булып урынлаша. Шунда ла сирләүенә ҡарамаҫтан, афғансылар иҫтәлегенә мемориал төҙөүгә үҙ көсөн индерә. Пандемия арҡаһында уҙған йәйҙән ул өйҙә. Кешене өмөт-ышаныс йәшәтә — ут эсенән иҫән ҡайтҡан Афған ветераны Радик Мөхәмәтов сир-дошманға еңел генә бирелергә уйламай.
Читайте нас: