Тарих
9 Апреля 2021, 04:43

Дауытта — тәүге «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»

Дауыт ауылында тәүге тапҡыр ауылдаштар осрашыуы үткәрелеүгә 40 йыл ғүмер уҙған.

Дауыт ауылында тәүге тапҡыр ауылдаштар осрашыуы үткәрелеүгә 40 йыл ғүмер уҙған. 1981 йылдың 1 апрелендә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын әҙерләүгә һәм үткәреүгә Дауыт ауылында тыуып-үҫкән, «Осҡон» гәзитенең шул саҡтағы мөхәррире Ә. Х. Хәсәнов менән 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы З. Һ. Әхтәмовтар күп көс һалды.
Хәҙер ауылдаштар осрашыуҙары йыл һайын райондың тиҫтәнән ашыу ауылында үткәрелеп, байрамдың матур йолаға әүерелеүе, төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур күләмдә эштәр башҡарылыуы менән әһәмиәтле. Дауытта үткән байрам ер ҡарҙан әрселмәҫ борон ойошторолғанға күрә, ул йылды йорт-ҡаралтыларҙы тәртипкә килтереүгә иғтибар бирелмәне. Әммә осрашыу барышында нәҡ шул турала һүҙ барҙы, сараның тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур булды.
Байрамды асып, Әхмәҙей Хәсән улы ауыл тарихы, Дауыттан сыҡҡан билдәле шәхестәр, уларҙың ил алдындағы тырыш хеҙмәте хаҡында һөйләп үтте. Ул шулай уҡ йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтереүсе ҡайһы бер етешһеҙлектәргә туҡталып үтте. Тәртип боҙғандарҙы, эскән, эшләмәгән ауылдаштарҙы ҡаты тәнҡитләп, уларҙы айыҡ тормошҡа саҡырғайны.
Зиннәт Һибәт улы иһә ауылдың тышҡы йөҙөнә иғтибар аҙ булыуын әйтте. Ҡайһы бер баҡсалар ташландыҡ хәлдә булыуын әйтеп, ауылдаштарҙы ҡапҡа-рәшәткәләрҙең буяуын яңыртырға тәҡдим итте, шулай уҡ ауыл тирәләй тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡарашты бөтөрәйек, байлығыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ тип өндәне.
Ауылдың аҡһаҡалы Һибәтулла ағай Әхтәмовтың сығышын диҡҡәт менән тыңланы байрамға килгәндәр. Ул ауылдың аралар тарихы хаҡында үҙе белгәндәр менән уртаҡлашҡайны.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сиктәрендә клуб бинаһында китапхана асылды, уларға ремонт үтте. Осрашыуға килгән ауылдаштар бүләк иткән китаптар иҫәбенә китапханала ете йөҙҙән ашыу фонд тупланды.
Уҙған ҡырҡ йыл эсендә, әлбиттә, күп үҙгәрештәр кисерҙе ауыл. Бер урамдан ғына торған ауылыбыҙҙа яңы урамдар барлыҡҡа килде, шулай уҡ тотош бер биҫтә үҫеп сыҡты. Уларҙа матур, күркәм йорттар һалып, нигеҙҙә йәштәр өй туйланы.
Шуныһы үкенесле, ауылда хәҙер клуб юҡ, уны һүтеп алдылар ҙа, хужаһыҙлыҡҡа һәйкәл булып нигеҙ таштары ятып ҡалды. Ауыл халҡына буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн ниндәйҙер күңел асыу үҙәге төҙөлһә, яҡшы булыр ине, шунда уҡ спорт менән шөғөлләнергә лә булыр ине. Ауылда сәләмәт тормош алып барған, спорт яратҡан ғаиләләр бик күп.
Ауылдаштар хәҙер йорттарын тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү буйынса йыл һайын һиҙелерелек эштәр башҡара, йәй етһә, өй алдарын аллы-гөллө сәскәләр биҙәй, йәшелсә-емеште күпләп үҫтерә.
Раил ХӘКИМОВ.
Читайте нас