Тарих
30 Апреля 2021, 05:46

Ҡаһарманлыҡтары онотолмаҫ

Чернобыль атамаһы әремдең бер төрө булған «чернобыльник» үләне исеменән алынған. Рус теленән тура тәржемә иткәндә, «ҡара ваҡиға» тигән мәғәнәлә яңғырай. Ысынлап та, күпме кешенең яҙмышына әсе әрем тәме биреп, ҡара тап булып ятты Чернобыль һәләкәте.

Чернобыль атамаһы әремдең бер төрө булған «чернобыльник» үләне исеменән алынған. Рус теленән тура тәржемә иткәндә, «ҡара ваҡиға» тигән мәғәнәлә яңғырай. Ысынлап та, күпме кешенең яҙмышына әсе әрем тәме биреп, ҡара тап булып ятты Чернобыль һәләкәте.
— Әбйәлилдән бөтәһе 19 кешегә шартлау урынында эшләргә, эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашырға тура килде. Кемдер үҙ теләге менән барһа, хәрби хеҙмәттә йөрөгән егеттәр ҙә шунда ебәрелгән, — тип һөйләй «Чернобыль» республика йәмғиәтенең Әбйәлил ойошмаһы етәксеһе М. А. Низаметдинов. — Беҙ, мәҫәлән, 1988 йылдың ғинуарында Әбйәлилдән 10 кеше хәрби комиссариаттың бойороғо буйынса ваҡиға урынына киттек.
Миңрәсүл Ахулла улы менән ул көндө Мәүлит Килмөхәмәтов, Салауат Дәминдаров, Миҙхәт Кәримов, Вилдан Халиҡов, Айрат Шәмсетдинов, Булат Яныбаев, Тәлғәт Шакиров, Рәхимйән Сәйәхов, Рәйес Мәсәлимов юлға сығалар.
— Ул саҡта кем белһен инде был бәләнең шун­дай ҙур ҡоласлы, әллә күпме ҡорбан та­лап иткән, инвалидтар һанын арттырған оло­ғара фажиғәгә әүерелеүен. Беҙ ҙә белмәнек, бары бойороҡто үтәнек: йөк тейәнек, бушаттыҡ, радиоактив ҡалдыҡ­тар­ҙы күмдек, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эш­ләнек. Чернобыль АЭС-ына бергәләп киткән унауҙан бөгөн ни бары өсәүбеҙ: мин, Мәүлит һәм Салауат ҡына иҫән, — ти Миңрәсүл ағай.
Ул саҡтарҙа миллиондар ғүмерен һаҡлауға үҙҙәрен ҡорбан иткән ябай хеҙмәт кешеләре, бел­гестәр ниндәй батырлыҡ өлгөһө күрһәтеүен аңламағандарҙыр ҙа, был хаҡта уйланмағандарҙыр ҙа. Улар бер­ҙәмлек, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙ һаулығын ҡорбан итеп, донъяны техноген һә­ләкәт эҙемтәләре таралыуҙан, яңы ҡорбандарҙан араланы.
— Беҙгә хәҙер һаулыҡты ҡайғыртыуҙан башҡа бер ни кәрәкмәй. Әлбиттә, йыл һайын дауаханаға медицина тикшереү үткәреүгә саҡыралар. Шулай ҙа республикабыҙҙың шифахана-курорт системаһы ҡеүәте иҫ киткес ҙур булһа ла, «чернобылселәр»гә унда юллама бирә һалып бармайҙар, — ти Миңрәсүл Ахулла улы.
Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүселәр йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә үҙ өлөштәрен индерә: улар мәктәптәргә балалар менән осрашыуҙарға йыш йөрөй, башҡа сараларҙан да ситтә ҡалмай.
Һүрәттә: 1988 йылдың ғинуарында Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүгә киткән әбйәлилдәрҙән бер төркөм.
Читайте нас