Башҡортостанда “Үлемһеҙ полк”та онлайн ҡатнашыу өсөн 29700 заявка бирелгән. Унда ҡатнашыу өсөн заявкалар 2021.polkrf.ru сайтында, “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” селтәрҙәрендә ҡабул ителә.
Заявкаларҙы 9 майға тиклем ебәрергә мөмкин, тик 7 майға тиклем ебәрелгән анкеталарҙың авторҙары ғына шәхси кабинеты аша үҙенең геройының сәғәт нисәлә үтәсәген белә аласаҡ.
Кемдәр геройҙары тураһында мәғлүмәтте былтыр биргән һәм үҙгәреш индерергә теләмәй – уларға ойоштороусыларҙан килгән пуш-уведомлениелағы ҡабатлауға баҫырға ҡала.
“Бәйләнештә” һәм “Класташтар” селтәрҙәрендә проектта ҡатнашыу өсөн ”Үлемһеҙ полк” мини-приложениеһын асырға, ҡыҫҡа анкетаны тултырырға һәм үҙеңдең геройҙарыңдың фотоларын ҡуйырға кәрәк була. Ҡайһы төбәк икәнен күрһәтергә онотмағыҙ. Трансляция урындағы ваҡыт менән 15:00 сәғәттә башлана. Уны Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полк” сайтында, “Хәтер банкы” ресурсында, ОККО онлайн-кинотеатрында, “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин. Башҡортостанда онлайн - “Үлемһеҙ полк”ты “Сәләм” телеканалы күрһәтә.