Тарих
11 Мая 2021, 04:52

Атайымды күргәндәй булдым

Өсмөйөшлө хаттар... Һуғыш йылдарында төтөн һәм тәмәке еҫе һеңдергән «өсмөйөштәр»ҙе һәр йортта тын менән тартып алырҙай булып көткәндәр.

Өсмөйөшлө хаттар... Һуғыш йылдарында төтөн һәм тәмәке еҫе һеңдергән «өсмөйөштәр»ҙе һәр йортта тын менән тартып алырҙай булып көткәндәр. Был хаттарҙа бөтәһе лә булған: һуғыш тураһында ҡыҫҡа ғына хәбәр, шиғыр, йыр, таҡмаҡ юлдары, яҡын кешеләргә һөйөү һүҙҙәре һәм һағыныу хистәре, тыныс тормош тураһында хыялдар...
Өсмөйөшлө хаттар ҡайһы саҡ бер-ике һөйләмдән генә торған, әммә улар миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың: «Тереме икән?» — тигән иң мөһим һорауына ыңғай яуап билгеһе булғандар.
Кешелек тарихындағы иң аяуһыҙ, иң ҡан ҡойошло һуғыш тураһында күпме әҫәрҙәр яҙылған, ул тема меңәрләгән документтарҙа, тарихи хеҙмәттәрҙә, мемуарҙарҙа яҡтыртылған. Әммә нәҡ ҡан, һағыш, мөхәббәт, изгелек менән һуғарылған «өсмөйөшлө хаттар» һаман да тамаҡта төйөр, күҙҙәрҙә йәш булып, күңел ҡылдарын тибрәтә, йөрәктәргә үтеп инәләр. Хаттарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең авторҙарынан күп йылдарға оҙағыраҡ йәшәй. Сөнки уларҙы изге бер әйбер кеүек ҡәҙерләп һаҡлайҙар һәм киләһе быуындарға тапшыралар...
Юлдаш ауылынан Бирғәле Солтановтың 1941 йылдың 11 сентябрендә ҡатынына ебәргән хаты (нисек яҙылған шул килеш бирелә). «Мәхмүзә, һин минең ней эштәп йөргәнде һорағаның. Мин дошмандарға атбур биреп ил һаҡтап йөрөйем. Фронтта хеҙмәт итәм. Миңә ништәп хат яҙмаҫ булып киттең тип һорағаның. Ҡулым теймәй. Ошо хатты 6 сентябрҙә яҙырға ултырғайным, яҙып бөтәлмай командировкаға киттем. Ғылмыниса апайымдарҙан бөгөн хат алдым. Еҙнәм аурый икән. Шәйхетдин менән Фәсхетдин югереп йөрөйҙәр тигәс күңелгә арыу булып ҡыуанып ҡалдым. Рәхмәт шулай балларҙы тәрбиә иткәнеңә. Мин дошманды илдән ҡыуып сығарып һауҙыҡта күрешергә яҙһын».
Хатта телгә алынған Фәсхетдин Бирғәле улы хәҙер 82 йәштәге ҡарт инде. Атаһының хаттары уны етмеш йылдан һуң ғына килеп тапҡан. Иренең өсмөйөшлө хаттарын һәм иптәштәре менән төшкән берҙән-бер фотоһон Мәхмүзә инәй ғүмер буйы йәшереп һаҡлаған булған. Хатта улдарына ла күрһәтмәгән, һөйләмәгән дә. Мин бындай сер һаҡлауҙың сәбәбен аңлайым шикелле: Мәхмүзә инәй икенсе иренең, белә ҡалһа, көнләшеп, ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе юҡ итеүенән ҡурҡҡан. Был ваҡытта ул яңы ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районына күсеп йәшәгән була.
— Әсәйем үлеп киткәс, хаттарҙы Шәйхетдин ағайым табып, 2013 йылда миңә тапшырҙы. Теткеләнеп туҙған өсмөйөштәрҙе уҡыуы бик ауыр булһа ла, бар ваҡытымды һәм ғәмемде шуға бағышланым. Атайым менән осрашып һөйләшкәндәй булдым, хатта уртаҡ уйҙар, фекерҙәр табып, үҙемдең уға төҫкә генә түгел, холоҡ-фиғелем менән дә оҡшаған булыуымды асыҡланым, — тип һөйләй Фәсхетдин ағай Солтанов. Ул үҙе, армиянан һуң, Харьков хәрби академияһында уҡып, ғүмер буйы Мәскәүҙә, Камчаткала, Ҡаҙағстанда һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәрҙә (ПВО) хеҙмәт иткәндән һуң, майор дәрәжәһендә отставкаға сыға. Әле Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында йәшәй.
Рядовой Бирғәле Солтанов тәүге хатын 1941 йылдың 22 июнендә Әлкә станцияһынан ебәргән. Яуапты тиҙерәк яҙыуҙы һораған, фронтҡа алып китеүҙәре бар, тигән. Ул хаттарҙы бик матур һүҙҙәр менән йылы хистәргә һуғарып яҙған. Һәр береһе «Ҡәҙерле күргән иптәшем Мәхмүзә, мин һеҙгә күкрәгемдең иң нескә ерҙәренән һыҙылып сыҡҡан һағышымды ялҡынлы сәләм итеп евәреп ҡалам» тигән һүҙҙәр менән башланып китә. Хаттарының яртыһынан күбен һәр кемгә исемләп, шул иҫәптән уландарына, Урал тауҙарындай ҙур сәләм тапшырыуға бағышлаған. Бер хатында балдыҙын һанарға онотҡан да, аҙағында ғәфү үтенеп, йыуатыу өсөн уға йыр сығарып яҙып ҡуйған.
Ә бына 14 сентябрҙә ебәргән хатында һалдат яраланып госпиталгә эләгеүе хаҡында бәйән итә. «Пуля һулаҡай терһәгемде тишеп үтә сыҡты. Шулай ҙа үҙемдең аяғым менән йөрөйем. Яҙа аламын. Шулай итеп ил һаҡтап йөрөйем. Тиҙҙән һуғыш баҫылып китмәһә тағы ла тыуған илгә хеҙмәт итергә мөмкин. Әле илдә тыныс йәшәүегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ».
— Хаттарҙан атайымдың башҡа фронттарҙа йөрөгән туғандары, шул иҫәптән Ғәбделҡауый ҡайнағаһы менән хат алышып ятыуы күренә. Кемдәндер хәбәр алып ҡыуанған, кемдәндер яуап юҡ тип борсола, — тип һөйләй Фәсхетдин Бирғәле улы. — Бына шулай утлы мәшхәр эсендә йөрөгәндә лә, көнөнә йөҙәрләгән һалдат ҡырылғанда ла, атайымдың башҡаларҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһынып, уларҙы табыу юлдарын эҙләп ятыуы уның бик ғәмле, кешелекле булыуы хаҡында һөйләй. Бер хатында әсәйемә, хәленән килһә, ниндәйҙер Ғөбәйҙуллинды ҡатыны менән саҡырып ҡунаҡ итергә һорай. Уны фронттан яраланып ҡайтҡан хеҙмәттәше тип аңларға була.
Бер хатында әсәйемә ошондай үпкәле юлдар ҙа яҙған: «Минең йәндәй күргән иптәштәремә сәләм яҙмағаның. Улар менән ниндәй уттарҙы йотоп йөрөйбеҙ. Беребеҙгә хат килһә, бөтәбеҙ ҙә өйөбөҙҙән көс килгәндәй күрәбеҙ».
«Өсмөйөшлө хаттар»ҙан яугирҙең һөйөклө ҡатынын бошондормаҫҡа, һүҙ менән булһа ла ярҙам итергә тырышҡаны тойола. «Әҙресем бик яҡшы урында. Белгең килһә беҙҙе балларҙан да яҡшы ҡарайҙар. Ҡайным менән икегеҙҙең хатын бер көндө алып ҡыуандым. Тормошоң бик яҡшы икән. Ат алдым тигәнең. Уны һимертеп һуйһағыҙ күк тананы көтөгөҙ. Шул да һеҙгә ҙур байлыҡ. Шулай итеп дошмандарҙың ҡанатын һындырып ғүмер ит. Хәлеңдән килһә өйҙөң башын тырансала. Атыу башы насар. Ҡайҙан беләң, аҙаҡ сереп китер. Ишекте йүнәттер. Ҡабат яҙмаһаң да ярай. Тиҙҙән китәбеҙ. Китер саҡта телеграм һуғырмын. Алған атың ҡулыңда булһа утын бесәнеңде әҙерҙәп ҡал. Ярай, яҙһаң һүҙ күп ул көнөң ҡағыҙға ҡалғас».
1942 йылдың 28 декабрендә яҙған хатының аҙағында һалдаттың бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеүе һиҙелә. «Хуш һау булып тороғоҙ, түлкә тыуған-ырыуҙар менән бергәләшеп ғүмер итегеҙ. Мин дошмандарҙы тыуған илдән ҡыуып, ир намыҫын ҡулға алып ҡайтып күрешергә яҙһын. Ләкин бик ауыр хәл. Күрә алмаһам бәхил булығыҙ». Шулай ҙа уға тағы бер йыл самаһы гитлерсыларҙы туҡмарға тура килә әле.
— Атайымдың «үлә ҡалһам, һиңә иптәштәр хәбәр итер, беҙ үҙ-ара шулай килештек» тип яҙғанын һөйләй торғайнылар. Үкенескә, ул хаты һаҡланмаған, — тип дауам итте Фәсхетдин ағай. — Һәм бына 1943 йылдың аҙағына бер һалдаттан хат килә: ул атайымдың ауыр хәлдә госпиталгә оҙатылыуы, артабанғы яҙмышын белмәүе хаҡында хәбәр итә. Әсәйем: «Моғайын, үлгәндер инде, иптәшенең тоғроһон яҙырға батырсылығы етмәгәндер», — тип илай. Һәм, ысынлап та, күп тә үтмәй «ҡара ҡағыҙ» килә…
«Хәтер» китабында разведчик булып хеҙмәт иткән Бирғәле Солтановтың 1943 йылдың 31 октябрендә Витебск өлкәһе Мехов районы Тихоново ауылында ерләнеүе тураһында мәғлүмәт бар. Тимәк, уның һәләк булыуына 77 йыл. «Әле миңә 81 йәш. Атайым фронтҡа киткәндә ни бары ике йәштә булғанмын, шуға уны бөтөнләй иҫләмәйем. Шуға ҡарамаҫтан, мин уны әле лә юҡһынам, — тип күҙҙәренә йәш алды Фәсхетдин ағай. — Шәйхетдин ағайым менән 1981 йылда Белоруссияға барып, атайым һуғышҡан ерҙәрҙе күреп ҡайттыҡ. Дятлы тигән ауыл эргәһендә туғандар ҡәберлеге бар. Тихоновола һәләк булған һалдаттарҙың да мәйеттәрен шунда күсерҙеләр тип һөйләне ололар. Бәлки, атайым да шунда ерләнгәндер. Әлдә хаттары һаҡланған, уҡып, атайымды күргәндәй булдым…»
Һүрәттәрҙә: Фәсхетдин Солтанов ҡатыны Фәниә апай менән Красногорск ҡалаһында «Үлемһеҙ полк»та; икенсеһендә — фронттан килгән фото (Бирғәле Солтанов
алғы рәттә һулдан).
Читайте нас