Ҡулымда йылдар үтеү менән һарғайған, әммә ҡиммәтен юғалтмаған төрлө төҫтәге таныҡлыҡтар. Уларҙа батыр яугирҙың тормош юлы.
Шәрәфитдин Мәхмүт улы Мәхмүтов 1925 йылдың 14 апрелендә Һәйетҡол ауылында тыуған. 7 класс белем алған. Киләсәккә яҡты хыялдар бағлаған үҫмер колхозда эшләп йөрөгәнендә һуғыш башлана. Шәрәфитдин дә ауылдаштары, тиҫтерҙәре менән бер рәттән «Бөтә нәмә — фронт өсөн!», «Барыһы ла Еңеү өсөн!» тип эшкә егелә. Яуаплы, намыҫлы икәнлеген күреп, уны бригадир итеп ҡуялар. Бер аҙҙан, әле 18 йәше лә тулмаған Шәрәфитдин, 1943 йылдың ғинуарында фронтҡа алына. Ул 107-се уҡсылар полкына эләгә һәм аяуһыҙ һуғыша, үҙен батыр ҡыҙылармеец итеп таныта. 1943 йылдың июнендә һалдат ҡаты яралана — фашист пуляһы уның эсен тишеп үтә, яра бик ауыр булғанға Мәхмүтовты 5433-сө эвакогоспиталгә оҙатып, ярты йыл буйы дауалайҙар.
Госпиталдән сыҡҡас, Ш. Мәхмүтовты 266-сы танкыларға ҡаршы айырым дивизионға тәғәйенләйҙәр. Һәләтле егет бер аҙҙан командование йүнәлтмәһе буйынса радиотелеграфистар курсын тамамлай һәм танкыларға ҡаршы 60-сы айырым дивизия составында элемтәсе булып, яу юлын дауам итә.
Украинаның Буг һәм Бужек ҡалалары өсөн ҡаты алыштар бара, фашистар әленән-әле атакаға күтәрелә.
«13-нән 19 мартҡа хәтлем дауам иткән үлемесле алыш ваҡытында, пулялар ямғыры, снарядтар шартлауы аҫтында 2-се уҡсылар батальоны элемтәсеһе Ш. Мәхмүтов батальон штабынан 6-сы уҡсылар ротаһына командованиеның бөтә приказдарын ваҡытында һәм теүәл еткереп торҙо», — тиелә наградной ҡағыҙҙа. Ошо алыш ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Шәрәфитдин Мәхмүтов «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителә. Ләкин миҙал хужаһын 50 йылдан һуң ғына эҙләп таба! «Батырлыҡ өсөн» миҙалы яугирҙең балаларына 1994 йылдың февралендә тапшырыла. Был мәлдә инде ҡаһарман һалдаттың вафатына 11 йыл үткән була...
20 йәшлек ҡыҙылармеец Шәрәф үҙенең танк дивизияһы менән һаман алға — көнбайышҡа ынтыла. Иҫ китмәле теүәллек талап иткән радиотелеграфист бурысын тоғро үтәй, бер нисә тапҡыр командованиеның рәхмәт хатына лайыҡ була.
Һәм бына миллиондарса кеше зарығып, һағынып, тилмереп көткән Еңеү яҙы етә. Данлыҡлы, иҫтәлекле көн — 9 май таңы ата. Бөйөк Еңеү яуланды тигән хәбәрҙе Ш. Мәхмүтов хәрби часть сафында Австрияла, Вена операцияһында ҡатнашҡанда ишетә. Ҡоторған фашист өйөрөн үҙебеҙҙең ғәзиз илебеҙҙән һепереп түгеү генә түгел, Европа дәүләттәрен дә фашизм тырнағынан ҡотҡара Совет армияһы.
Һәйетҡолона, һөйөклө туғандары янына тиҙ генә ҡайтырға насип булмай әле еңеүсе һалдатҡа. Немец ғәскәрҙәре ҡалдыҡтарын баҫтырып, тыныслыҡ урынлаштырып, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдарын тағып, 1948 йылда ҡайтып төшә Шәрәфитдин тыуған яғына.
Йортон, кәртә-ҡураһын ипкә килтереп алғас, Ишкилде ауылынан Сәриә исемле ҡыҙға өйләнә.
Ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләү мәктәбендә уҡып, ветеринар фельдшер һөнәрен ала һәм бөтә ғүмерен ошо эшкә бағышлай.
Ҡатыны менән ике улға, өс ҡыҙға ғүмер бирәләр, уларҙы маҡсатлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр. Яуҙа һәм хеҙмәттә сыныҡҡан аҫыл уҙаман Шәрәфитдин Мәхмүтов 1983 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Ауылдаштары әле лә уны оло хөрмәт менән «Беҙҙең Мәхмүтов ағай» тип хәтергә ала.