Тарих
11 Мая 2021, 04:46

 Еңеү яҙы

Ҡулыма Ҡужан ауылында тыуып үҫкән Муллайән Байбуловтың дәфтәре килеп эләкте. Үҙенең бөтә уй-кисерештәрен шиғри юлдар менән теркәп барған Муллайән Ҡазый улы дәфтәрен Ғәлимйән ҡустыһының ҡыҙы Венераға иҫтәлек итеп ҡалдырған булған.

Ҡулыма Ҡужан ауылында тыуып үҫкән Муллайән Байбуловтың дәфтәре килеп эләкте. Үҙенең бөтә уй-кисерештәрен шиғри юлдар менән теркәп барған Муллайән Ҡазый улы дәфтәрен Ғәлимйән ҡустыһының ҡыҙы Венераға иҫтәлек итеп ҡалдырған булған. Был дәфтәрҙәге яҙыуҙарҙан яҡташыбыҙҙың мәктәп йылдарынан алып һуңғы көндәренә тиклем тормош юлын тоҫмалларға була.
«1960 йылда бөтөн ҡалған иҫке ҡағыҙҙарҙан ошо дәфтәргә күсерелгән шиғырҙар, бик күптәре һуғыш ваҡытында (1942-1943 йылдарҙа) юғалғандар. Бында «уйҙап» яҙылған нәмә юҡ, барыһы ла йә күрелгән, йә ишетелгән, йә иптәштәрҙең, йә үҙемдең баштан үткәндәр... Шуға күрә был яҙыуҙар насар булһалар ҙа, минем өсөн бик ҡиммәттеләр» (автор нисек яҙған шул килеш бирелә — авт.) тип тә өҫтәгән. Дәфтәрҙә мәктәп йылдары, уҡытыусылар, һөйгән йәре, дуҫтары, тыуған ер, туғандары, һуғыш михнәттәре тураһында ул шулай тип яҙа:
«Яҙған яҙыуҙарым оҡшамайҙыр,
Китап өсөн бер ҙә бармайҙыр.
Барыһы ла дөрөҫ, асыҡ булғас,
Минең өсөн улар ярайҙар.
Әҙәбиәт телен белмәһәм дә,
Яҙам шиғыр итеп белгәнде.
Матур, йәш ғөмөрҙе, һөйгән илде,
Онотмаҫҡа тыуған телемде.
Яҙам, иҫкә алып бала саҡты,
Тыуған ауыл, мәктәп, дуҫтарҙы,
Бергә уҡып, бер ятаҡта йәшәп,
Армияға оҙатҡан ҡыҙҙарҙы.
Курсант булып өс йыл уҡығанды,
Хәрби-һауа мәктәп бөткәнде.
Дүрт йыл һуғышып, халҡым бәхете өсөн
Еңеү көнөн байрам иткәнде...
Ауыр минуттарҙа булғанымды,
Үлгән иптәштәрҙе күмгәнде...
Тигеҙҙектә, һөйгән ил эсендә,
«Коммунист» булып дөрөҫ үҫкәнде...»
Ҡужан ауылында ғүмер кисергән Ҡазый һәм Фаҡиһа Байбуловтарҙың ғаиләһендә 1920 йылда донъяға ауаз һала Муллайән. Әсәһе үлеп ҡалғас, атаһы икенсе ҡатынға өйләнеп, унан улдары Ғәлимйән тыуа.
Муллайән Салауат ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Асҡарҙа дауам итә. 17 йәшендә мәктәпте тамам-лай һәм Иркутск ҡалаһында урынлашҡан хәрби-һауа мәктәбенә юллана.
Хәрби уҡыу йорто студенты булып китеү ҡыуанысын ошолай тасуирлай ул:
«Кем уйҙаған бөгөн ҙур ҡалала,
Башҡорт егете уҡып йөрөр тип?
Бер насар һүҙ әйтмәҫ иптәштәре,
Ярҙам итеп, аны һөйөр, тип.
Мотор, самолетты өйрәнә ул,
«Динамика» — урыҫ телендә...
Оса белмәһә лә бөгөнгө көн
Осоп ҡуя төнөн — төшөндә...»
Унан инде тәүге осошҡа рөхсәт алыу ҡыуанысы менән дә уртаҡлаша:
«Йәйҙең матур тымыҡ иртән сағы,
Ҡояш ҡалҡып, ысыҡ кипкәндә...
Рөхсәт алдым, тәүге осоуыма
Күптән «һоранып» йөрөһәм дә...»
Алыҫ Иркутскиҙан атаһына, туғандарына хат та шиғри юлдар менән яҙыла:
«Минең өсөн, атай, ҡайғырмағыҙ,
Барыһы ла яҡшы хәҙергә:
Һаулығым да, ашап-эсеүем дә,
Өр-яңынан кейгән кейем дә».
«Ярай, атай, ауыр булһа ла,
Еңел булыр алғы көндәрҙә...
Тырышырмын бик ҙур теләгем бар,
Хур булмамын ҡайҙа йөрөһәм дә...
Минең хәлдәр арыу, маҡтанмайым,
Булғандарын һеҙгә яҙайым:
Мылтыҡтан да хәҙер яҡшы атам,
Уҡыуҙан да артта ҡалмайым.
ГТО нормаларын биреп бөттөк,
Парашюттан берәр һикерҙек.
Ял көндәре ҡалалағы булған
Музей, театрҙарҙы «весь» күрҙек», — был юлдар икенсе бер хатынан.
Училищены тамамлап, хәрби летчик һөнәрен алған Муллайән Байбулов хеҙмәткә Минск ҡалаһына ебәрелә.
«Һуғыш башланды» исемле шиғырында иһә М. Байбулов немец самолеттарының ҡаланы бомбаға тотоуҙары, тик уларға ҡаршы үҙҙәренең самолеттары осмауы хаҡында әсенеп яҙа.
Һауа тулы «Хейнкель», «Юнкерестар»
Ҡайҙа беҙҙең истребителдәр?
Нигә атмайһығыҙ зенитчиктар?
Нисек границаны үткәндәр?
Ҡайҙа Павлов*, округ командиры,
Флот начальнигы—Капецтар**?
«Һатылғандар» нисә миллионға?
Сволочтар, хуже, подлецтар!»
(*Павлов командовал Бел. особ. ВО, **Капец — был командующим ВВС округа — тигән иҫкәрмә лә ҡуйылған — авт.) Артабан ошондай яҙма дауам итә: «Икеһен дә (за предательство) һуғыш баштанған көнө беҙҙекеләр аттылар. Шуларҙың указаниеһы буйынса 15 июндә бөтөн самолеттарҙан, танктарҙан (горючее) бензин ҡойолдо; (как не кондиционное горючее, тип). Айҙан ашыу буйынса осоуҙар булманы, һәр көн строевой занятиелар булды. Средний комсостав булһаҡ та, беҙҙе лә бер ҡайҙа ла сығарманылар ай буйынса. Күрәһең, генштабта Нарком обороны, был хәлдәрҙе белмәгәндер...
21-нсе июндә, суббота көнө, барыбыҙға ла төнгө сәғәт 2-гә ҡәҙәр «увольнение» бирҙеләр. Айҙан ашыу 4 стена эсендә ултырған йәш иптәштәр, бик ныҡ шаттанып, ҡай берҙәре ресторанға, ҡай берҙәре паркка, киноға, таныш ҡыҙҙарына таралып бөттөләр, төнгө сәғәт икегә бик әҙҙәр генә ҡайтып килделәр. Бер мәл 4 сәғәт 10 минутта ҡала өҫтөнә самолеттар килеп сыҡтылар. Вдруг! Бөтөн самолеттарҙың бомболюктары асыла, бомбалар, Минскиға төшәләр... Минск — ҡалаһы яна... Һуғыш баштанды...»
Күрәһең, ҡаршы тороуға шулай әҙер булмағанлыҡтан немецтар тәүге көндө үк самолеттарын бомбаға тотоп юҡ иткәс, летчиктар Минскиҙан 120 саҡрымдағы Гомелгә йәйәү киткәндәр.
«...Һуғыш бара, урман, ерҙәр яна,
Полк приказ ала, Гомелгә...
120 саҡрым йәйәү киттек,
Йөрөгән юҡ былай, ғөмөрҙә...»
Ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр яраланған Муллайән Байбулов Калинин ҡалаһындағы госпиталдә оҙаҡ ҡына дауалана.
«Бер көн шулай «ҡыҙыл мөйөштә»
Пионино күрҙем, иҫкеһен.
Нота белән түгел, тауыш аша
Башҡорт көйөн таптым икеһен.
«Ғәлиәбаныу» көйөн уйнағанда
Килде янға ике матур ҡыҙ.
Береһе тора бер һүҙ әйтмәйенсә,
Икенсеһе һорай: «уйнағыҙ».
Нәҡ ошо ҡыҙҙарҙың береһе буласаҡ ҡатыны Анастасия Васильевна булғандыр. Һуңынан яҙмышын бәйләр урыҫ ҡыҙы менән госпиталдә танышыуҙары билдәле.
Яралары төҙәлгәс, ҡайтанан сафҡа ҡайтыуы, батырлыҡ күрһәтеп, сираттағы орденға лайыҡ булыуы түбәндәге юлдарҙа асыҡ сағыла:
«Ике аҙнанан таптым иптәштәрҙе
Ржев ҡалаһының янында.
Көстө һуғыш, тағын көсәйҙе лә,
Өйрәтте лә, хәҙер барында.
41-се йылдың йәйе түгел,
Юлдар кире бөгөн боролды.
Дошман ҡаса «ояһына» яҡын,
«Э-э-э сволочь» тип тә ҡуйылды.
Генерал Захаровтың ҡулынан
Дүртенсе орден кисә таҡтым да.
Миша дуҫым әйтә: «Йыуыр кәрәк»,
Йыуғас йыуыр кәрәк, әйҙә, дуҫтар,
Тигән һүҙҙән баштап «һалдым да».
Берлинды алыу операцияһында ҡатнашҡан Муллайән Ҡазый улы һуғышты гвардия капитаны булып тамамлай.
«Шаттанамын, таҙа йөрәгемдән,
Сәғәт һайын, алға барғанға...
Ҡалаларҙан урам, бер-нисә йорт,
Ауылдарҙан биш өй ҡалһа ла...
Һеҙ беҙҙеке, дуҫтар, беҙ һеҙҙеке,
Барыбыҙ бергә, Совет халыҡтары!
Янған йорттар урынында тиҙҙән
Яңы йорттар буласаҡтар!
Туҡтатмағыҙ беҙҙе, саҡырмағыҙ,
Берлинды алғас, һеҙгә килербеҙ,
Йорттар булмаһа ла, иҫке урамда
Еңеү көнөн байрам итербеҙ», — тип мөрәжәғәт итә «Берлинды алғас килербеҙ» тигән шиғырында.
Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта еңеүҙең ни тиклем күп ҡорбандар килтереп яуланыуы хаҡында ла яҙа ул:
«Волга ҡайнай ҡыҙыл ҡандар белән,
Бомба, снаряд, нефть утынан.
Бер өй өсөн йөҙәр кеше үлде,
Йөҙәр танкыларҙа яндылар.
Бер баржаны һыуҙа емереүгә
Унар самолеттар яндылар».
«Польша ерендә» тигән шиғырында тыуған ерен һағыныуы асыҡ сағыла:
«Бында ла күп уһаҡ, ҡайындар,
Ҡара талдар, муйыл, еректәр.
Урал һинекенә оҡшамайҙар,
Барыһы ла ҡыҫҡа, тәпәштәр». ( 1945 йыл).
Дәфтәрҙә Өммөкамал, Маһира исемле ҡыҙҙарға арналған шиғырҙар күп кенә.
«Әгәр башҡа һине күрә алмаһам,
Ғәфү итерһең, һөйгән яңғыҙым.
Бөйөк илен һаҡтап, мине яҡтап,
Үлде тейеп яҙып ҡуйырһың.
Көндөҙ бер минут та ваҡытым юҡ,
Тауыш, төтөн, ялҡын-ут бында.
Төндөң ун минутын урҙайым да,
Һиңә яҙам бәғрем, тағын да...
Полевая почта адресым,
Мең дә бер йөҙ өс тә утыҙ биш.
Бер аҙ тымһа һуғыш бураны,
Бер мөйөштә ятып алаһың.
Иҫкә төшөп ҡыҙың, туғандарың,
Өсмөйөшлө хаттар яҙаһың...»
Яу яланында күп дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһын ауыр кисерә:
«Мин онотмам майҙың, 45 йылдың,
Шауҙап, ҡайғы, шаттыҡ белән килгәнен,
Һуғыш, Еңеү белән бөтөр алдан,
Йәндәй дуҫтарымдың үлгәнен...» (1945 йыл)
Бөйөк Еңеү яуланғандан һуң, хәрби юлын дауам итеп, тағы Белоруссияла, артабан Украинала, Силәбе өлкәһендә хеҙмәт итә. Хеҙмәтенең һуңғы йылдары Мәскәү өлкәһе Жуков ҡалаһында үтә. Ҡатыны менән бер ул үҫтерәләр. Анатолий атаһы юлынан китеп, летчиктар әҙерләү мәктәбен тамамлай, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо өлкәлә хеҙмәт итә.
Ситтә йәшәһә лә, күңеле менән һәр саҡ тыуған яғына тартыла, быны уның күп һанлы шиғырҙары раҫлай.
«Йәмле һинең, Моһаҡ, туғайҙарың,
Үләндәрең, төрҙө сәсәктәр...
Тәмде һинең буйҙа бешкән
Ҡарағатың, муйыл, еләктәр».
«Һағыныуҙан микән, иҫтән сыҡмай,
Тыуып үҫкән Моһаҡ буйҙары.
Икенсе көн инде күҙҙән китмәй,
Мәғрүр Уралымдың ҡырҙары».
Тәбиғәткә ғашиҡ, уның серҙәрен төшөнөргә ынтылған яҡташыбыҙ ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай.
«Отпускаға йыш ҡайтты. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Михайловка ауылында йорт һатып алып, Магнитогорск аэропортына эшкә лә урынлашҡайны, тик ғаиләһе килмәгәс, кире Мәскәүгә китергә мәжбүр булды», — ти Ғәлимйән ҡустыһының ҡатыны Гөлфара Байбулова.
«Беҙ ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек, шуға ла ғүмеренең ахырынаса беҙгә һәр яҡтан ныҡ ярҙам итте. Уҡыу йылы башланыр алдынан беҙгә формалар, аяҡ кейемдәре посылка аша ебәрер ине. Мин института уҡығанда ай һайын 30 һум аҡса ебәрә торғайны. Апамдың ауылға отпускаға килеүе беҙҙең өсөн оло байрам ине, сөнки һәр беребеҙгә күстәнәстәр, бүләктәр алып килде. Әбйәлилдең тарихы менән ҡыҙыҡһынды, ер-һыу атамалары тураһында бик күп легенда-риүәйәттәрҙе белә торғайны, тәбиғәтте яратты. Асҡарҙан дуҫы Һаҙый ағай Хәкимов менән урман-ҡырҙар буйлап йөрөргә, балыҡ тоторға, ҡымыҙ эсергә сығып китерҙәр ине.
Оҙаҡ йылдар тыуған еренән ситтә йәшәгән, һуңғы осорҙа ауырыу сәбәпле үҙ яғының һауаһын да һулай алмағанынан эсе бошоп, тыуған ерен күңеле һағынғандыр инде. Хәлен белергә барғанда алып барған бер нисә дана башҡорт телендәге журналдарҙы илай-илай, йотлоғоп уҡыуы әле лә күҙ алдымда. Беҙ ҡайтҡанда: «Бөтә Башҡортостанға күп сәләм!» тип оҙатып ҡалды», — тип һөй-ләй Кәримә һеңлеһенең ҡыҙы Хәҙисә Хилалова.
Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар летчик-һынаусы булып хеҙмәт иткән подполковник Муллайән Байбулов 80 йәшендә вафат була һәм Мәскәү өлкәһе Жуков ҡалаһында ерләнә.
Яҡташыбыҙҙың «Әбйәлил районы йәштәренә» тәғәйенләп яҙылған шиғыры бөгөн дә актуаль яңғырай.
«Сәләм һеҙгә бөтөн иптәштәрем,
Көнбайыштан өргән ел аша.
Бер нисә һүҙ һеҙгә әйткем килә,
Ваҡыт үтмәҫ борон, хат аша.
Беҙҙең район, тауҙар араһында,
Йән-яғында — ҡара урмандар,
Ҡара һаҙҙар, әллә шуға микән,
«Ҡара башҡорт» тейҙәр ҡалғандар.
Һеҙгә яҙыуымдың сәбәбе шул,
Берәү һорай кисә: «Һин ҡайҙан?»
«Әбйәлилдән» тигәс, әйтте миңә:
«Ҡара башҡорт икән, бик наҙан».
Ул иптәшкә бер ҙә асыуҙанмай,
Күп уйҙаным: ҡайҙа сәбәбе?
Үҙе Баймаҡтыҡы, күрше башҡорт,
Нигә минән көлдө, ҡәһәре?
Баймаҡ башҡорто ла шулай тигәс,
Уфа тураһында яҙмайым.
Әҙәбиәт телен белмәйбеҙҙер,
Әҙ уҡыйбыҙ, тейеп, уйҙайым.
Йәш ваҡытты бушҡа үткәрмәйек,
Беренсегә түгел бындай хәл.
Күп уҡыйыҡ китап-журналдарҙы,
Фәҡир тойола беҙҙең «әсә тел».
Күберәк уҡыр кәрәк Ғафурины,
Афзал Таһировты, Ҡудашты,
Лев Толстой, Горький, Лермонтовты,
Туҡайын да, тағын Пушкинды.
Ғәфү итегеҙ мине, иптәштәрем,
«Ҡара» башҡорттарым, дуҫтарым.
Кәңәш итеп яҙам, өйрәтмәйем,
Оҡшамаһа, ғәйеп итмәйем...»
Читайте нас