Бөйөк Ватан һуғышының хәтәр көндәре тураһында уйлаһам, күңел тула, йөрәк әрней. Үҙем күреп-белгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре берәм-берәм күҙ алдынан үтә.
Бына Әсғәт Муллағзәм улы Вәлиев. 1975 йылда Ишкилде мәктәбенә эшкә килгәнемдә, ул колхозда бригадир ине. Өҫтөнә һалдаттарҙың плащ-палаткаһы кеүек киң плащ кейгән, ҡултыҡ таяҡлы был ағай тәү күреүҙән үҙенә ҡарата хөрмәт тойғоһо уятты. Ҡайһы саҡта Буранғолдан ағайҙың атына ултырып ҡайтырға тура килә торғайны.
1975 йыл. Беҙҙең яҡтарҙа ҡаты ҡоролоҡ. Бригаданың һауын һыйырҙарына, тана-торпоһона, аттарына етерлек аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Салғы менән сабыу түгел, услап йолҡоп алырлыҡ та үлән юҡ.
— Ҡарындаш, уҡыусыларың менән япраҡ йыйырға сыға алырһығыҙмы икән? — тип мөрәжәғәт итте бер көн Әсғәт ағай. Дәрестән һуң тоҡтар тотоп, япраҡ йыйырға йөрөүебеҙгә ата-әсәләр ҙә ҡаршы килмәне. Шулай үҙемдең 14 уҡыусым менән ике аҙна самаһы япраҡ аҙыҡ әҙерләнек.
Был эшебеҙ өсөн бригадир Әсғәт ағай беҙгә 26 һум эш хаҡы яҙған булып сыҡты. Яңы йыл иртәлеген үткәреү өсөн ауыл Советы биргән 13 һумға шул аҡсаны ла ҡушып, бик матур шыршы байрамы үткәрҙек.
Бригадир булып эшләгән йылдарында Әсғәт ағай Вәлиев мәктәпте ремонтлау, утын килтереү кеүек эштәрҙә лә ярҙам итте. Эйе, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡҡа яулап алынғанын белгән кисәге яугирҙәр һуғыш ҡалдырған тәрән яраларҙы уңалтыу эшендә лә беренсе сафта барҙылар. Мәктәптәге осрашыуҙарҙа ла улар батырлыҡтары тураһында һөйләмәне. Уҡыусыларҙы тырышып уҡырға, Тыуған илде һаҡларға әҙер булырға саҡырҙы.
Әсғәт ағайҙы 1943 йылдың ғинуарында армияға алалар һәм Әлкәгә учебкаға ебәрәләр. Шунда бер һалдат:
— Һин, ҡустым, бында ятҡансы, тура һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап рапорт яҙ, — тип кәңәш бирә.
Тиҙерәк һуғышҡа инеп, фашистарҙы дөмөктөрөү уйы менән янған йәш егет рапорт яҙа һәм бер аҙнанан инде ул Иван Конев етәкселегендәге 2-се Украина фронтының 57-се мотоуҡсылар бригадаһы составында алғы һыҙыҡта була.
1943 йыл. Украина ҡалаларын фашистарҙан азат итеү өсөн ҡаты һуғыштар бара. Тыуған илебеҙҙән дошманды тиҙерәк таҙартыу теләге менән янған сәмле башҡорт егете һәр саҡ алға ынтыла. Ҡаһарманлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендарына, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Ләкин үлемесле һуғыштарҙың береһендә ул ике тапҡыр ҡаты яралана. Яралары йүнәлеп бөткәнен дә көтмәй һалдат, тағы яу яланына ашҡына.
Рейхстаг башына Еңеү байрағы эленгәнгә тиклем иң ҡаты алыштарҙа ҡатнаша Әсғәт Вәлиев.
Һуғыш тамамланып, донъя бер аҙ тынысланғандай булғас ҡына, 1945 йылдың июлендә тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.
Алған яраларҙан һул аяғының ҡаты һыҙлауына ҡарамаҫтан, кисәге һалдат ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Объездчиктан башлап колхоз рәйесенә тиклем хеҙмәт юлы үтә, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лә лайыҡ була.
Ошо осор эсендә һуғыш һалған яралар йүнәлмәй, һул аяғында гангрена башлана. Дауаханала аяғын ҡырҡалар. Ауыр операциянан һуң йүнәлгәс, беренсе төркөм инвалидымын тип тормай Әсғәт ағай, хәленән килгән тиклем бөтә эштәрҙә лә ҡатнаша. Уны тағы бригадир итеп һайлайҙар. Әсғәт Муллағзәм улы ауыл халҡын әйҙәүсе, ойоштороусыға әйләнә, ауылдаштары уны хөрмәт итә, тыңлай, күп тапҡырҙар ауыл Советы депутаты итеп һайлай.
Әсғәт ағай Вәлиев хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да өйөндә генә ултырмай, төрлө өмәләрҙә ҡатнаша, малайҙарына йорттар төҙөшә. Һыңар аяғы булмауға ҡарамаҫтан, атҡа атланып күбә лә тарттыра. Үҙенең ҙур ғаиләһе өсөн дүрт бүлмәле йорт һала, балаларын башлы-күҙле итә.
Бына шулай, яуҙа сыныҡҡан батыр һалдат тыныс тормошта ла һынатмай. Кешелекле, ярҙамсыл булыуы менән халыҡтың ихтирамын яулай.
Тыныс тормошта ярты быуат йәшәп, ҡатыны Мәфтуха Зәйнулла ҡыҙы менән дүрт улын, биш ҡыҙын аяҡҡа баҫтырып, 1993 йылдың 6 майында вафат булды ҡарт һалдат.