Тарих
8 Июня 2021, 06:50

Хәтер ваҡыттан көслөрәк

Уҙған йомала үҙәк район китапханаһында «Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы һәм хәтер китабы»ның презентацияһы уҙҙы.

ХХ быуаттың иң ҡот осҡос тимер юл фажиғәһенә быйыл 32 йыл тулды. 1989 йылдың 4 июненә ҡараған төндә Башҡортостандың Иглин районы аша үткәндә «Новосибирск — Адлер» һәм «Адлер — Новосибирск» маршрутындағы пассажир поездары һәләкәткә тарый. Һәләк булған юлаусыларҙың туғандары йыл һайын был көндә һәләкәт урынындағы мемориалға сәскә һала, яҡындарын иҫкә ала. Нәҡ уларҙың һорауы буйынса Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров Хәтер китабын баҫтырыуҙы тормошҡа ашырҙы. Әйткәндәй, фажиғә Радий Фәрит улының да күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырған, Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының һуңғы курс студенты дәүләт имтиханын тапшырыр урынға һәләкәт урынына ярҙамға ашыға... Уҙған йомала үҙәк район китапханаһында «Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы һәм хәтер китабы»ның презентацияһы уҙҙы.
Документаль китап өс бүлектән тора. «Гәзиттәр һәм китаптар биттәренән» тип аталған беренсе өлөшөндә республика һәм үҙәк матбуғат баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләр, ғалимдар һәм медиктарҙың ғилми эштәре урын алған. «Хәтер ваҡыттан көслөрәк» бүлеге фажиғә шаһиттарының һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың хәтирәләренән тора. «Оло Теләк һәләкәте фотоаппарат объективында» тип аталған өлөштә фотохәбәрселәрҙең һәм хәрбиҙәрҙең шәхси архивтарында һаҡланған фотоһүрәттәр баҫылған.
Китап тиҙҙән район китапханаһы фондына ла килеп етәсәк. Презентацияла ҡатнашыусылар уның менән әлегә электрон вариантта танышты. Китапханасылар китаптан айырым өҙөктәр, йөрәк өҙгөс күренештәр тураһындағы хәтирәләрҙе уҡып ишеттерҙе. Күҙ йәштәрен тыйып булманы...
Сарала ошо һәләкәттә бер туған һеңлеһен юғалтҡан Асҡарҙан Нәйлә Шаһимованың иҫтәлектәрен тыныс ҡына тыңлап булмай. Йәш уҡытыусы ҡыҙ – Гүзәл Бәшәрова балалар менән ярышҡа тип яҡты өмөттәр менән юлға сыҡҡанында һәләкәткә тарый. Мәхмүт егете Илшат Нуриманов та әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып килгәндә фажиғә ҡорбаны була... «Беҙ тере саҡта улар ҙа иҫән, ғәзиздәребеҙ беҙҙең хәтирәләрҙә йәшәй», – тине Нәйлә Батыр ҡыҙы. Йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтар рухына ағинәй Зәлифә Шакирова аят бағышланы.
Читайте нас