19 июндә Йылайыр районына Ҡашҡар ауылы янында түңгәүер ырыуы йыйыны үтте. Унда Әбйәлил түңгәүерҙәренән Ҡырҙас, Ишҡол һәм Тәпән ауылы кешеләре барҙы.
Йыйын ошо ауылда тыуып үҫкән Әмир Моратов менән Рәфҡәт Шәрипов ижад иткән "Түңгәүер гимны" менән башланды. Тәүҙә Ҡашҡар ауылына нигеҙ һалған Ҡашҡар Мамытовҡа стела асылды. Артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, ырыуҙаштар ауыл уртаһындағы аллеяға ағас ултыртты.
Крепостной Йылайыр буйында драматург Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса Ҡашҡарҙың данлы үткәндәренә арналған "Минең ауылым тарихы" исемле бай тамаша сәхнәләштерелде. Йыйындың пленар өлөшө ауылдың мәҙәниәт һәм ял йортонда дауам итте, ырыу тарихы, киләсәге хаҡында төрлө сығыштар булды, фекерҙәр яңғыраны. Ошонда уҡ тиҙҙән Учалыла үтәсәк Табын ырыуы йыйыны вәкилдәренә штандарт тапшырылды.
Сарала Түңгәүер ырыуының яңы Советы һайланды. Ҡор башы булып йәнә Хөрмәтулла Үтәшев ҡалды. Әйткәндәй, киләһе йыл түңгәүерҙәр йыйыны Әбйәлил районында үтәсәк.