Тарих
13 Июля 2021, 05:36

Һәйетҡолдарҙың да өлөшө тос булды

Илдар Ғәбитовтың «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Ауылыңды яратҡас, дауылын да ярат» исемле мәҡәләһен уҡығас, «ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығармайыҡ, ағай-эне» тип әйтке килә. Ул әйтмешләй, «тарихи хатаны төҙәтәм» тип яңылыш мәғлүмәт тағырға ярамайҙыр.

Илдар Ғәбитовтың «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Ауылыңды яратҡас, дауылын да ярат» исемле мәҡәләһен уҡығас, «ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығармайыҡ, ағай-эне» тип әйтке килә. Ул әйтмешләй, «тарихи хатаны төҙәтәм» тип яңылыш мәғлүмәт тағырға ярамайҙыр.
Был мәҡәләнән һуң, Ҡаҙмаш халҡының нисек «тоҡанғанын» аңлайым. Сөнки «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы беренсе тапҡыр, Илдар Ғәбитов яҙғанса, Һәйетҡолда түгел, ә 1966 йылда Шаһиғәли (Нәғим түгел) Ишбулатов етәкселегендә Ҡаҙмашта ойошторола. Был турала тулы мәғлүмәтте «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1966 йылғы 16 сентябрь һанында уҡырға мөмкин.
Дауыт ауылы халҡы ла әйтер, ул байрамды беҙ ҙә тергеҙештек, тип. Улар ҙа хаҡлы. 1981 йылдың апрелендә дауыттар ҙа ситтә йәшәгән ауылдаштарын да саҡырып, йыйын ойошторҙо, ауыл проблемалары тураһында фекер алышты.
Ә ауылдаштар осрашыуын бөгөнгө кимәлдә үткәреүгә, ысынлап та һәйетҡолдар күп көс һалды. Нәҡ шул осорҙа мин Һәйетҡол ауылы ҡараған ХХII партсъезд исемендәге колхоздың тау-урман төбәгендә партком секретары булып эшләнем. Ошо йылдың февраленән колхоз рәйесе урынбаҫары булған Әхтәм Тутаев «Заветы Ильича» хужалығына эшкә күсерелгәс, хужалыҡ менән етәкселек итеүҙе лә ваҡытлыса миңә йөкмәттеләр. Биләгән вазифаларыма ярашлы ауылдаштар байрамын әҙерләү һәм үткәреү минең ҡатнашлыҡтан тыш булманы.
Яҙ көндәренең береһендә Һәйетҡолдоң клуб мөдире Вәсилә апай Садиҡова ауылдаштар осрашыуы үткәрергә тәҡдим итте. Буранғол ауыл Советы рәйесе М. С. Заһитов депутаттар, ауыл активы менән кәңәшләшеп, байрам көнөн билдәләнек. Был сараның ҡасандыр Ҡаҙмашта булғанын белмәй инек тә. Үҙебеҙсә, план төҙөп, яуаплыларҙы билдәләп, әҙерлек эштәрен башланыҡ. Иң беренсе ауылды төҙөкләндереүгә иғтибар иттек. Ауыл бәләкәй булһа ла, яңыртаһы баҡсалар, ҡоймалар, рәтләйһе өйҙәр, юлдар күп ине. Яҙғы баҫыу эштәре, фермаларҙы, йәйге лагерҙарҙы ремонтлау, мал ҡышлатыуҙы тамамлау, йәйләүгә күсеү кеүек ҡырылмаһа ҡырҡ эш менән бер рәттән һәйетҡолдарға ла ағас килтереү, таҡта быстырыу, магазиндарға төҙөлөш материалдары ҡайтарыуҙы ойошторҙоҡ.
Халыҡ башта ҡыйыуһыҙ ғына тотонһа ла, бер-береһенән күреп, сәмләнеп ҡуҙғалды. Райкомдың беренсе секретары Милләт Хәкимовтың ризалығы алынды. Иң ҙур проблема ауыл урамдарын тигеҙләү, ҡырсынташ түшәү һәм ауылға ингән ерҙә Ҡыҙыл аша күперҙең ике яғынан да күтәртеп юл эшләү ине.
Ул ваҡыттағы колхоз рәйесе Таһир Ғабдуллин сәсеү мәлендә ярҙам итә алмайым тип ҡәтғи яуап биргәс, Хәмит лесничийы, ауылдашым Әҡсән Әбүшахманов менән килешеп, заманына күрә иң көслө булған Т-100 бульдозерын килтереп эшкә ҡуштыҡ, яғыулыҡ мәсьәләһендә ул саҡта проблема булманы.
Саҡырыласаҡ ҡунаҡтарға хаттар, саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелде. Вәсилә апай осрашыу мәсьәләһе менән йүгерә, бригадир Хәмит ағай Батталов менән осрашыу майҙанын әҙерләй, йорттарын әҙерләүҙә һүлпәндәр менән эш алып барыла, төҙөлөш материалдары ташыйбыҙ, колхоз пилорамаһы тик һәйетҡолдар өсөн эшләй.
ДРСУ-ның ул йылдарҙағы етәксеһе Нәжип Суфиянов ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡырсынташ түшәлде, автогрейдерҙа эшләгән Һәйетҡол егете Рафаил Мәғәфүров ауыл урамын бик матур итеп, ике яҡтан да һыу йырғанаҡтары эшләп, тигеҙләне. Ә Хәмиттән килгән тракторсы менән үҙе бер тарих ҡалды (исемен хәтерләмәйем). Иртәгә осрашыу тигән көндө, юлды эшләп бөтөп, грейдер менән тигеҙләгәс, тракторсыбыҙ ҡайтырға сыҡҡан. Мөхәмәт Сәғәҙиевич шатлығынан күберәк һыйлағандыр инде, күперҙең уртаһынан барһа, бер нимә лә булмаҫ та ине, ситтәнерәк килеп, күперҙә йылға аша һалынған бүрәнәне һындырып, трактор һыуға ҡолаған.
Был хәлде ишетеп килеп етһәм, сәстәр үрә торҙо, тракторҙың бер яҡ гусеницаһы күпер өҫтөндә, икенсеһе һыу эсендә, ней алға, ней артҡа китә алмай.
Иртәгә осрашыу, ә көн инде кискә ауышҡайны. Күперҙе йүнәтеү өсөн иң элек унан тракторҙы тартып сығарырға кәрәк. Шунда уҡ Буранғолға саптым. Унан ауылға ике трактор ебәрелде, пилорама эшселәрен өйҙәренән кире йыйып алып ҡайындан брустар, таҡталар бысырға ҡушылды.
Теге бульдозерҙы күперҙән тартып төшөрөп бушатыуға ҡараңғы төштө. Ферманы ремонтларға тип Буранғолға йыуан ҡарағастар алдыртҡайныҡ, шуларҙы һөйрәтеп килтереп, бысып, брус-таҡталарҙы Һәйетҡолға ташып торабыҙ, һалып нығыта барабыҙ, ярҙамға байтаҡ егеттәр йыйылды.
Хәтеремдә, Вәсилә апай күперҙе йүнәткәндәргә сәй ҡайната, ҡунаҡтарға тип бешерелгән йыуасаларын ташый. Шулай итеп, беҙ Мөхәмәт менән эште бөтөп ҡайтҡанда, кеше малын көтөүгә ҡыуа ине.
Байрам тип колхоздың башҡа эшен ташлап китеп булмай бит, иртәнге оперативканы үткәрергә, унан осрашыуҙа һөйләнеләсәк төп докладты яңынан ҡарап сығырға ла кәрәк.
Шулай итеп, тәғәйен ваҡытҡа ҡатын-ҡыҙҙар советы, клуб хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм башҡалар бергәләп Һәйетҡолға килдек. Ауыл күҙгә күренеп матурайған, өй алдарында ризыҡ тулы өҫтәлдәр, самауырҙар боһорап ҡайнай, яңы күпер алдында ҡунаҡтарҙы һыбайлылар ҡаршылай. «Осҡон»доң фотохәбәрсеһе Зәбир Ғәйфуллин халыҡ менән әңгәмәләшә, уның «Яңы йолаларға киң юл» исемле мәҡәләһе «Осҡон»доң 27 июнь һанында баҫылып сыҡты.
Ҡырҙан килгән ҡунаҡтар — Калинин ҡалаһынан тау инженеры Азат Садиҡов, Магнитогорскиҙан Зөһрә апай Камалова, данлыҡлы һуғыш ветераны, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Дан ордендары кавалеры Ғәйфулла Ғәбитов, Белореттан инженер Иштимер Садиҡов, Дәүләттән алдынғы колхозсы Әнүәр Ялалов, ошо ауылдан сыҡҡан Булат, Марат, Мәүлит Фәттәховтар һәм башҡалар шатланып та, һоҡланып та ауыл менән таныштылар.
Осрашыуҙың рәсми өлөшө ауыл янындағы тау битләүендә матур ҡайындар араһында үтте. Хеҙмәт алдынғылары, дан ғаиләләр билдәләнде, билдәле шәхестәр иҫкә алынды.
Тантаналы өлөштән һуң кемдер концерт ҡараны, теләгәндәр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, берәүҙәр спорт ярыштарын күҙәтте, усаҡтар яғылды, ҡаҙандар аҫылды, тирә-яҡ йыр-моңға күмелде.
Бына ошолай булды һуңынан бар республикаға таралыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы Һәйетҡолда. Бөтә илгә таралыр тағы ла бер йолаға нигеҙ һалыр «Айыҡ ауыл» конкурсы ла тап Һәйетҡолда башланды.
Бөгөн ауыл шаҡтай ҙурайҙы, халыҡ тырышып-тырмашып донъя көтә. Беҙ эшләгән күперҙе туҡһанынсы йылғы ташҡын алып киткәс, бетондан ҙур итеп яңыһын һалдылар.
Ауылдың аҡһаҡалы 92 йәшлек Мөждәбә Фәттәхов, хәҙер инде билдәле сәсәниә булып танылған ағинәй Вәсилә Садиҡова ауыл тарихын һаҡлап йәшәйҙәр. Тиҫтә йылдан ашыу Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләгән Һәйетҡол уҙаманы Фуат Мәхмүтов та ауылы яҙмышы, уның халҡы мәнфәғәтендә янып эшләй.
Иштимер ҒҮМӘРОВ,
хеҙмәт ветераны.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас