+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
29 Июль 2021, 09:05

Мөһим мәсьәләләр тикшерелде

Өфөлә Рәсәй тарих йәмәғәтселегенең Башҡортостандағы бүлек советы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе

Өфөлә Рәсәй тарих йәмәғәтселегенең Башҡортостандағы бүлек советы киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.

Һөйләшеүҙә Рәсәй тарих йәмәғәтселеге идараһы рәйесе, “Ватан тарихы” фонды директоры Константин Могилевский, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Рәсәй тарих йәмәғәтселегенең Башҡортостандағы бүлек советы рәйесе Марат Мәрҙәнов, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкилдәре, тарихсылар ҡатнашты.

Азат Бадранов сығышында урындағы тарих йәмәғәтселегенең хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләре етерлек булыуын билдәләне: “Кисә Константин Могилевский менән Албанов исемендәге музейҙа булдыҡ. Был комплекс өс йорттан тора, шуларҙың береһендә Шаляпиндың музейын булдырырға ҡарар иттек. Уны мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”.

Ошо йылдың аҙағына тиклем хәл итеүҙе талап иткән тағы ла бер мәсьәлә – “Ватан тарихы” төбәк компоненты һәм төбәкте өйрәнеү буйынса уҡыу әсбаптарын булдырыу.

“Ватан тарихы төҙөлөшөндә төбәктәрҙе танытыуға йүнәлтелгән, 20-30 йылға һуҙылған иҫке алымдарҙы алып ташлап, яңыса эшләү мөһим. Ошо йәһәттән асыҡ конкурс уҙғарыласаҡ, был һорау төрлө коллективтар менән һөйләшеү һөҙөмтәһендә хәл ителәсәк”, – тине Азат Бадранов.

“ Рәсәй тарих йәмәғәтселегенең Башҡортостандағы бүлек советы рәйесе Марат Мәрҙәнов Башҡортостандың тарихи-мәҙәни мираҫының ҙур әһәмиәте тураһында һүҙ алып барҙы.

“Рәсәй тарих йәмәғәтселегенең беҙҙең төбәктәге бүлеге фән, мәғариф, мәғрифәтселек өлкәһендә төп майҙан булыуын, унда республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары, музейҙары, китапханалары үҙ эшмәкәрлеген киң йәйелдереүен теләйбеҙ”, – тине ул.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: