+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
6 Сентябрь 2021, 09:35

Милли музейҙа тарихи фотокүргәҙмә асылды

Башҡортостандың Милли музейында  “Донбасс — Геройҙарса” фотокүргәҙмәһе асылды.

 

Башҡортостандың Милли музейында  “Донбасс — Геройҙарса” фотокүргәҙмәһе асылды.

Уны “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” Башҡортостан Республикаһында” төбәк бүлексәһе ярҙамында “Рәсәй-Донбасс” комитеты тәҡдименә ярашлы “Луганщина яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән Луганск мәғлүмәт үҙәге ойошторған.

Сара ике республика араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм таратыу, тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған.

Фотопроект республикала ҡала. Был күргәҙмәне Башҡортостан райондары һәм ҡалалары буйлап йөрөтөү күҙаллана. Фотоһүрәттәр Донбасс ерендә барған ваҡиғаларҙы, 2014 йылда тыуған илдәрен украин баҫҡынсыларынан яҡлауға баҫҡан кешеләр яҙмыштарын, халыҡтың тормош-көнкүрешен, Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге сараларҙы сағылдыра.

Шуны ла әйтеп үтеү мөһим, Башҡортостанды Луганск халҡы менән мөһим тарихи ваҡиғалар күпере тоташтырып тора – “Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы” исемле фотокүргәҙмәлә 1943 йылдың 23 февралендә Донбасс өсөн көрәштә Петровск һәм Штеровка тораҡ пункттары араһында батырҙарса һәләк булған Миңлеғәле Шайморатов тураһында материалдар сағылыш таба.

Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән делегация ағзалары Башҡортостан Милли музейындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлын сағылдырған документтар, әйберҙәр өлгөһө менән танышты. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: