+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
1 Октябрь 2021, 10:15

«Ата-бабаларым — «төньяҡ амурҙары»

Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы V шәжәрә конкурсы иғлан итте

«Ата-бабаларым — «төньяҡ амурҙары»
«Ата-бабаларым — «төньяҡ амурҙары»

Фәнни-эҙләнеү эштәре 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арнала һәм «Ата-бабаларым — «төньяҡ амурҙары» тип исемләнәсәк. Конкурстың маҡсаты — йәштәрҙе тарихты өйрәнеүгә йәлеп итеү, башҡорт яугирҙәренең данлыҡлы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Бәйге 2021 йылдың 1 октябренән 2022 йылдың 27 мартына хәтлем барасаҡ. Унда 8 – 11-се кластар уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала.

Йәш шәжәрә өйрәнеүселәрҙең фәнни эштәре түбәндәге номинациялар буйынса баһаланасаҡ:

«Ата-бабаларым — Ватан һаҡсылары»;

«Башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышындағы героизмы»;

«Төньяҡ амурҙары» образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә»;

«Беҙ — ата-бабаларыбыҙҙың лайыҡлы быуыны».

Эштәрҙе 2022 йылдың 1 февраленә хәтлем [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Конкурстың положениеһы менән танышыу өсөн һылтанмалар: https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/373197

 https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/373301

«Ата-бабаларым — «төньяҡ амурҙары»
«Ата-бабаларым — «төньяҡ амурҙары»
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: