-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
5 Ноябрь 2021, 19:25

Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ...

Силәбе өлкәһенең бер биләмәһе Башҡортостанға күсәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайында

Атап әйткәндә. Силәбе өлкәһе беҙҙең республикаға тарихи башҡорт ерҙәре һаналған, Салауат Юлаев тыуып үҫкән төбәкте ҡайтарып бирергә булған. Ҡорлтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, милли батырыбыҙ тыуған ауыл - Тәкәйҙең аныҡ ҡына урыны әле лә асыҡланмаған. Сөнки 1773 - 1775 йылғы Крәҫтиән һуғышынан һуң, башҡорт ихтилалдары баҫтырылған, Шайтан-Көҙәй волосына ҡараған бөтә башҡорт ауылдары яндырылып юҡ ителгән. Уларҙың урыны көл-күмергә әйләнгән. Әлегә ошо биләмәне аныҡлау эштәре бара. Уның дөйөм оҙонлоғо 1330 километр тәшкил итә. Был урынды республикаға ҡайтарыу эҙләнеү эштәрен йәһәтләтергә мөмкинлек бирәсәк. Яҡын киләсәктә Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы араһында ерҙәрҙе ҡайтарыу тураһында килешеү төҙөү көтөлә.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: