+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
19 Ноябрь 2021, 10:45

Милли батырыбыҙ төйәгендә ауыл буласаҡ

Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары күрше өлкә менән административ сиктәрҙе аныҡлау буйынса закон ҡабул итәсәк.

Силәбе өлкәһе Башҡортостанға боронғо ерҙәрен ҡайтарыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тыуып үҫкән Шайтан Көҙәй волосы ерҙәре тураһында һүҙ барҙы. Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары күрше өлкә менән административ сиктәрҙе аныҡлау буйынса закон ҡабул итәсәк. Был ике яҡлы килешеү. Республика етәкселеге тарихи ерҙәребеҙҙе ҡайтарыу инициативаһы менән Салауат районы хакимиәте сығыш яһауын билдәләй. Силәбе өлкәһенән ҡайтарылған Тәкәй ауылы урыны «Янған-Тау» геопаркы биләмәһенә индереләсәк һәм унда батырға арналған мемориаль комплекс менән этноауыл барлыҡҡа киләсәк.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: