-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
14 Декабрь 2021, 14:46

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!..»

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, милләтебеҙҙең шиғриәт классигы, арҙаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына — 190 йыл. Аҡмулла башҡорт әҙәби мөхитенә генә түгел, бүтән күп төрки телле һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәте, мәҙәниәте үҫешенә һәм таралыуына ҙур йоғонто яһаған оло шәхес.

Атаһы хәлле генә кеше булыуға ҡарамаҫтан, улына етеш тормош тәтемәй. Яҙмыш елдәре уны ҡаҡҡылай-һуҡҡылай күп йөрөтә, сараһыҙҙан илдәр-ерҙәр гиҙергә мәжбүр итә. Хәйер, ил-йорттар буйлап туҡтауһыҙ «сәйәхәт итеү», кешеләр менән күпләп аралашыу булмағанда, бәлки, Аҡмулла бөгөн беҙ белгән Аҡмулла ла булып китә алмаҫ ине. Нужа ҡалас ашата тигәндәй, юҡсыллыҡ, етешһеҙ мәғшиәт, еңелдән булмаған тормош-йәшәйеш, уларына ҡушылып аҙым һайын осрап торған ғәҙелһеҙлек йәш Мифтахетдиндың рухын сыныҡтыра, ихтыяр көсө, ҡаҡшамаҫ ныҡлы холоҡ-фиғел тәрбиәләй. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә.
Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң ул, тиктормаҫ теле арҡаһында эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаларына сығып китә. Унда балалар уҡытып, төрлө дини саралар ойоштороп, урындағы халыҡтың иғтибарын яулай. Үҙенә көн күреп, тамаҡ туйҙырырлыҡ аҡса эшләй. «Аҡмулла» исемен дә уға рәхмәтле ҡаҙаҡ халҡы бирә. Ә инде һәр төрлө бәйгеләрҙә, әйтештәрҙә ҡатнашып, уларҙың күпселегендә еңеү яулай башлауы Мифтахетдиндың абруйын арттыра. Күп тә үтмәҫтән ул йор һүҙле, ҡурҡыу белмәҫ тура телле сәсән булып дан ҡаҙана. Туғандаш халыҡ уны әүлиә урынына күреп, хөрмәт итә.
Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, Аҡмулла үҙ асылына тоғролоҡ һаҡлап ҡала, тәбиғәтенә, халҡына хыянат итмәй: мәғрифәтселек белемен тарата, йәш быуынды, ололарын да, яҡты киләсәккә, белемгә, ғәҙел, эскерһеҙ кеше булараҡ башҡаларҙы ла ошоға өндәй. Ул үлемһеҙ Салауатыбыҙҙан ҡала икенсе булып үҙ халҡына «Башҡорттарым!» тип өндәшә.
Үҙенең тапҡыр телле сатирик шиғырҙарында Аҡмулла туя белмәгән байҙарҙан, наҙан муллаларҙан әсе көлә (бөгөнгө әлифте таяҡ тип танымаған бәғзе «мулла»ларҙы күрһә ни тиер ине икән?..). Әлбиттә, сәсәндең байҙарға ҡарата әлеге «һөмһөҙлөгө» барыһына ла оҡшап етмәй. Ябай халыҡтан башҡаһына. Бигерәк тә серегән ҡапҡорһаҡтарға. Шул әсе, әммә ғәҙел теле арҡаһында Аҡмуллаға нужаның да әсеһен татырға тура килә. Бер ҡаҙаҡ байының ошағы буйынса уны төрмәгә ябып ҡуялар. Йәнәһе лә Мифтахетдин Камалетдинов ҡаҙаҡ далаларында хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөй. Тотҡондан сыҡҡас сәсән: «Төрмәлә лә аҡыллы кешеләр ултыра. Уларҙан да күп нәмәгә өйрәнергә була», — тип һөйләр булған. Һәм, ысынлап та, төрмә йылдары уның элек күрмәгән, күрә белмәгән күп нәмәгә күҙҙәрен аса, донъяға ҡарашын киңәйтә, кешеләрҙең яманын-яҡшыһын айыра белергә өйрәтә. Ҡыҫҡаһы, тотҡонлоҡ мәктәбе Мифтахетдинды «аҡылға ныҡлап ултырта». Иреккә ул бөтөнләй икенсе кеше булып сыға. Иреккә сыҡҡас, ул ишан Зәйнулла Рәсүлев һәм Хәлил ауылы мәктәбенә нигеҙ һалыусы Хужахмәт-Йәсәүи Бикмәтов менән танышып дуҫлаша. Уларҙың матди ла, рухи ла ярҙамын күп күрә.
Тора-бара Аҡмулла төҙөлөшө яғынан өр-яңы шиғриәт мәктәбе булдыра, тиһәң дә бер ҙә арттырыу булмаҫ ине. Шулай ҙа, үҙе иҫән саҡта матбуғатта тик бер генә шиғыры баҫылып сығыуға ҡарамаҫтан, башҡалары башҡорт әҙәби телен, әҙәбиәтен үҫтереүҙә, артабан байытыуҙа әйтеп бөткөһөҙ ҙур урын тота. Аҡмулла ижады халыҡ араһында телдән-телгә күсеп йөрөй, күпселеге вафатынан һуң нәшер ителә.
Шәхестең изге эштәре онотолмай. 1981 йылда шағирҙың тыуған төйәге Туҡһанбай ауылында (хәҙерге Миәкә районы) Аҡмулла музейы асыла, уның исемендәге әҙәби премия булдырыла. Был йәһәттән, М. Аҡмулланың исемен популярлаштырыу буйынса, беҙҙең районда ла байтаҡ эш башҡарыла: Аҡмулла уҡыуҙары уҙғарыла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашлығында, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы тарафынан төрлө әҙәби саралар, бәйгеләр үткәрелеп тора. Райондың ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев инициативаһы менән үҙәк район китапханаһы биләмәһендә матур һәйкәл асылды. Уның янында Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көндәре билдәләнә, бөгөнгө көндә лә популяр булып ҡалған ялҡынлы шиғырҙары уҡыла, сәскәләр һалына.
Иҙрис НОҒМАНОВ.
Ҡырҙас ауылы.

Автор:
Читайте нас: