— Олатайымдың бер туған ҡустыһы, беҙ Хафизовтар булһаҡ та, атаһы Мәһәҙей Мәсәлимов фамилияһында йөрөй. Ташбулат ауылы биләмәһе сәркәтибе була, һуғыштан алда колхоз рәйесе йөгөн тарта, фин яуында ҡатнаша. Заманына күрә пар аттарҙа ҡыңғырауҙарын сыңлатып, бөтмәҫ колхоз эшенән бушамаған колхоз рәйесе, әлбиттә, билдәле ихтирамлы шәхес. Ташбулат ауылы биләмәһендәге һуңғы һуғышсы Сабур апа Хөшшәмов яуға ете ылау оҙаттыҡ, тип, хәтерләр булған. Мәһәҙей Мәсәлимов ағай ҙа тәүгеләрҙән булып китте. Һыҡтап илағандарға ҡушылып, Ҡарабалыҡты күленең ҡамыштарына тиклем шауланы, тиер ине. 1944 йылда Белоруссия ерендә (һәр өсөнсө белорус вафат була) батырҙарса һәләк булған яугир олатайымдың әлегәсә наградалары тураһында хәбарҙар түгелбеҙ.
Атайым яғынан олатайым Хашим Хафизов 1902 йылда Күсем ауылында тыуған. Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң 1922 йылда ойошторолған Башҡорт дивизияһында кавалерист булып хеҙмәт итеп, Башҡортостан менән Үҙәк власть килешеүе буйынса Петроградҡа һөжүм иткән Юденичты, сит ил интервенттарын ҡыйраталар. Ҡылыс менән уйнау, ат өҫтөндә сабып барған көйө сәпкә атыу, окоп ҡаҙыу, йәҙрә менән атыу күнекмәләренә таһылланған олатайымды 1941 йылдың аҙағында, 1942 йылдың башында Өфө янындағы Дим биҫтәһендә ойошторолған Башҡорт кавалерия дивизияһына алалар. Данлыҡлы кавалерия дивизияһының дүрт полкы була. Полк командиры А. А. Нафиковтың 294-се полкында алыша. Рәсәй тарихында дәһшәтлелеге менән дан алған Сталинградта фашистар менән ҡанға батып алышалар. Курск өлкәһе өсөн барған алышта 1942 йылдың 10 июлендә вафат була ҡыйыу командир.
Олатайым дошман тылында өс ай буйы барған рейдта ҡатнаша. Шайморатовсылар (Таһир Кусимов был ваҡытта госпиталдә була) икмәк тигәнде күрмәй. Үлгән йылҡыларҙы әрәм-шәрәм итмәй, унан төрлөсә ризыҡ яһап, туҡланалар. Ҡорал тигәндәре лә самалы, төндәрен дошман тылына аңғармаҫтан һөжүм итеп, ҡоралдарын тартып алып һуғышалар. Обливская тимер юлдарын шартлатып, фашистарға ҡорал ташыуҙы тотҡарлайҙар. Бәхетһеҙлеккә күрә, дошман тылына рейд яһағандан һуң, фронт һыҙығын аша сыҡҡанда, дивизияның легендар командиры М. Шайморатовты юғалталар. (Уның трагик яҙмышын яҙыусы Борис Малородов асыҡлай, республика башлығы Радий Хабиров Рәсәй Геройы исемен яулауға өлгәшә, кавалеристарҙың рухы шатланһын!) Олатайым яраланған аты менән рейдтан сыға, өс ай госпиталдә ята.
Ҡыҙыу бесән өҫтө. Ир заттары һуғышта. Олатайым ауылына ҡайта. Ауылдаштары тере яугиргә шикләнеп ҡарайҙар, ошаҡ йөрөтәләр. Хашим олатайымды Свердловск өлкәһенә хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Көс еткеһеҙ ауыр хеҙмәттән, аслыҡтан кеше себен кеүек ҡырыла. Әүмеш ауылынан иптәше менән ташкүмер ташыған товарнякта бер аҙна тигәндә ауылына әйләнеп ҡайтырға насип итә. Һәр кеше хисапта, уны шунда уҡ Әлмөхәмәт элеваторына оҙаталар. Күп михнәттәр аша илгә еңеү килә. Яугир олатайымдың ғүмере колхоз эшендә бил бөгөп уҙа. Ҡыйыу, бәһлеүән, дәрәжәле, намыҫлы олатайым менән яуҙаштары, интеллегенция ҡыҙыҡһына. Яҙыусы Әхтәм Ихсан килеп, башҡорт һыбайлыларының яу юлдарын өйрәнә. «Саҡматояҡ аттарҙа» тигән романында Шайморатов һалдатының хәтирәләрен баҫтыра.
Башланғыс мәктәпкә уҡырға барҙым. 1964 йылда олатайымды Күсем башланғыс мәктәбенә саҡырып, барабандар һуғып, горн ҡысҡыртып, муйынына ал галстук бәйләп, «Почетлы пионер» сафына алдылар. Олатайым — Күсем ауылының тәүге пионеры ла булды, түбәм күккә тейҙе, тип, эске бер йылылыҡ менән хәтеренә алды ейәне Ишморат.
Яусан, даусан һыбайлы башҡорт гелән еңеп йәшәгән. Оҙон яу юлы үткән 112-се Башҡорт кавалерияһы һуғышсыһын атһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла мөмкин түгел. Кавалерист тигән һүҙ генә лә, ат өҫтөндә ҡылысын болғап яуға ингән башҡорт атлы һыбайлыны күҙ алдына килтерә. Яу юлдары, әллә нисәмә аты ла төштәренә ингәндер, бәлки, яугирҙы атҡа атландырырға ла кәрәк булғандыр. Райисполкомға мөрәжәғәт итеп атлы ла була яугир. Әммә кавалерист фронтовиккә ат егеп, кырандастарҙа елдерергә Хоҙай Тәғәлә насип итмәй, хөкүмәт ҡарары менән атын тартып алалар. Шайморатов һалдаты, фашизм тигән ҡот осҡос дошманды еңеүсе, ғүмеренең һуңғы минуттарында ла ошондай шатлыҡтан мәхрүм булып, бер аҙнанан 1965 йылдың мартында ысын донъяны мәңгелеккә ташлап китә.
Ауылдың ҡап уртаһында, күперҙе сыҡҡан ерҙә, һуғыш булғанын иҫкәртеп, обелиск һәр юлсыны ҡаршылап-оҙатып ҡала. Ҡаһарман Герой Т. Кусимов йыл да һабантуйҙарҙа була, әлбиттә, таш һәйкәлгә һуғыла. Уның янына яуҙаш ауылдаштары ашыға. Улар, Еңеү яулап, яу юлдарын, сит-ят ерҙәрҙә баштарын һалған ауылдаштарын хәтергә ала. Кавалерист һуғышсылар Әбйәлил районы энциклопедияһы биттәрендә лә урын алған. Мораҙым Афзал улы Хәйбуллин, Мәһәҙей Әхмәҙей улы Хафизов, Хашим Хафиз улы Хафизов, Таһир Тайып улы Кусимов, Талха Атаулла улы Атауллин, Хәмит Заһретдин улы Заһретдинов батырлығына, яҡты рухына баш эйәйек, бөгөнгө тыныс тормош өсөн рәхмәттәр уҡыйыҡ, рухтарын иҫкә алайыҡ. Хәйбуллин Мораҙым 1944 йылда фронтҡа алына. Комиссар, артиллерист, дүрт хәрби миҙалға лайыҡ яугир. Ҡаһарман яугир фронтта коммунист сафына алына. Тыныс тормошта йылҡысылыҡта көс түгә, ВДНХ-ның көмөш миҙалына лайыҡ була...
Һәр һуғышсы — тере тарих. Тарихты беҙгә еткереүсе Ишморат Сәғәҙей улы Хафизов. Ата-бабаларының дауамы, атаһы тураһындағы иҫтәлектәрен туплап, «Эйәрсен ат» исемле повесть баҫтырыу ниәте менән янып йөрөй. Сәсән телле шағир, этнограф, тарихсы, яҙыусының китабын ҡулдарыбыҙға алып уҡырға Хоҙай насип әйләһен! Ике йөҙләп шиғырын флешкаға туплаған, унан тыш «Һыныҡ ҡылыс», «Афтун, Гитлер капут!» һ.б. хикәйәләре ауылдаш яугирҙәр телмәренән алынып яҙылған ҡомартҡы иҫтәлек!
Олатайымдың атаһы Мәҫәл тураһында ла иҫтәлек һаҡлай. Ҡәҙерлеһенең өйөн нигеҙендә һылап-һыйпап, тәрбиәләп тоталар. Ташты эшкәртеп, төрлө хужалыҡ-кәрәк яраҡтары, немец пуляһынан теткеләнеп бөткән, ҡырҡ ямаулы фляжка — яугирҙарҙы иҫләтә. Бәләкәй генә музей булдырып, экспонаттарҙы шунда урынлаштырырға ла иҫәбе бар. Әҙергә-бәҙер генә йәшәргә өйрәнгән йәштәрҙә таш ҡорамалдар ҡыҙыҡһыныу уятыр. Эре һөйәкле, бәһлеүән ҡарт олатаһын Ишморат Сәғәҙей улы Күсем ауылына нигеҙ һалыусы, ауылда башлап иген, картуф сәсеүен, этмәле арбаһына тейәп, Верхнеурал яғына ташып, алыш-биреш итеүен дә бәйән итә. А. З. Әсфәндиәров «История сел и деревень Башкортостана» китабында ауылға нигеҙ һалыусының билдәһеҙ булыуын, Герой Таһир Кусимовтың нигеҙ һалыусының тырнаҡ осолай ғына заты булыуын да яҙа бит. Ишморат Хафизовтың һөйләгәнен ошо сығанаҡ менән раҫларға ла мөмкин. Мәҫәл олатаһы 1943 йылда мәрхүм була. Мәҫәл олатайымдың олатаһы Рәсәй – Төрөк һуғышында Алдар Иҫәкәй полкында ҡатнаша. Хәйбулла тигән иптәше менән флагтарҙы һаҡлай. Иптәшен эйәртеп алып ҡайта. Хәйбуллин аралары тарала. Төрөктәр менән алышта Рәсәй армияһы баш командующийы Михаил Кутузовтың аяныслы яраланыуына ла шаһит булырға тура килә. Алыш бөттө тигәндә төрөктөң бер-бер артлы атҡан өс туптың һуңғыһының бәләкәй ядроһы сикәһенә эләгә. Унан танау ҡыуышлығынан үтеп, уң күҙенән килеп сыға. Был хәл 1774 йылдың 24 авгусында була.
Рәсәй тарихы — һуғыштар теҙмәһе. Ата-бабаларыбыҙ йәштән, малай сағынан уҡ һыбай сабып, ҡылыс уйнатырға, һөңгө ырғытырға, хатта яраланған хәлдә үҙенә беренсе ярҙам күрһәтергә лә өйрәнгән булған. «Олатайымдарҙан тыуған ир заттарын һанаһаң, әрмелә бер рота булыр...» — тине, ата-бабаларының баштарынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы йомғаҡлап, Күсем ауылының бөгәзеләр араһы ир уҙаманы Ишморат Хафизов. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, баштарына төшкән бәләләрҙе, ғазаптарҙы, кеше күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы, фажиғәләрҙе еңгән әллә нисә быуын олаталарының рухи ныҡлығына хайран иткән ейәне — Күсем ауылы уҙаманынан күптәргә өлгө алырға кәрәктер тием.
Атаһы һәм әсәһе Зәкиә апай һуғыш осоронда тылда хеҙмәт батырҙары тип танылып, «Тыл Геройҙары» исемле китапҡа индерелгән. Батырҙар рухы үҙ халҡына, тыуған еренә арнап шиғырҙар, ҡобайырҙар, мәҡәләләр яҙырға этәргес була. «Салауаттай ирҙәр тыуыр әле тағы ла...» — тигән шиғыр юлдары киләсәк быуын йәштәренә оран булып яңғырай. Милләте, теле, шәхес азатлығы, халҡы бәхете менән янған ир уҙаманы ғына уйланыр, яугир бабаларының рухына ҡыҙыллыҡ килтермәй, лайыҡлы ғүмер юлдары үтер. Мәҫәл олатайҙың нәҫел ептәре үҙ көстәре менән донъялар көтөп, итәк тулы балалар үҫтереп, бөғәзеләр араһын данлап йәшәй. Ауылдаштары герой яҡташына арнап, «Һай, генерал, Кусимов Таһир!» тигән йыр сығарып, ул Күсем халҡының гимнына әйләнгән.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Теләш ауылы.